Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?

Иң мөһим китапты сығарыу

Иң мөһим китапты сығарыу

2021 ЙЫЛДЫҢ 1 ҒИНУАРЫ

 «Мин был көндө 19 йыл буйы көттөм!» Ниндәй ваҡиға ҡәҙерле ағай-ҡәрҙәшебеҙҙе шул тиклем тулҡынландырған? Уның туған телендә, бенгал телендә, «Грек Яҙмалары. Яңы донъя тәржемәһе»нең сығыуы. «Яңы донъя тәржемәһен» үҙ телендә алған күп ҡәрҙәштәр шундай уҡ хистәр кисерә. Изге Яҙманы сығарыр өсөн ниндәй эш башҡарырға кәрәклеге тураһында уйлағанығыҙ бармы?

 Иң башта Етәксе кәңәшмәнең Яҙыу комитеты тәржемәселәр төркөмөн билдәләй. Изге Яҙманы тәржемә итер өсөн төркөмгә күпме ваҡыт кәрәк? Был һорауға тәржемә итеү төркөмдәрен хеҙмәтләндереү бүлегенән Николас Аладис (Уорвик, Нью-Йорк штаты) яуап бирә: «Тәржемәнең оҙайлығына күп факторҙар тәьҫир итә. Мәҫәлән, нисә тәржемәсе ҡатнаша, тел ни тиклем ҡатмарлы, уҡыусылар Изге Яҙмалағы терминдарҙы һәм мәҙәниәтте ни хәтле яҡшы аңлай, шулай уҡ төрлө төбәктәрҙә был тел ни ҡәҙәр айырыла. Грек Яҙмаларын тәржемә итер өсөн уртаса бер йылдан алып өс йылға ҡәҙәр ваҡыт китергә мөмкин, ә Изге Яҙманы тотош тәржемә итеү өсөн — дүрт йыл йә күберәк ваҡыт. Ишаралар теленә тәржемә итер өсөн күпкә күберәк ваҡыт кәрәк».

 Изге Яҙманы тәржемә итеүҙә тәржемә төркөмө генә ҡатнашмай. Тағы тышҡы уҡыусылар төркөмө бар. Төрлө йәштә һәм төрлө белемле, ҡайһы саҡта төрлө илдәрҙән булған Йәһүә шаһиттары тәржемәнең сифатын баһаларға ярҙам итә. Улар был эште бушлай башҡара. Уларҙың тәҡдимдәре тәржемәселәргә теүәл, аңлайышлы һәм йөкмәткеле тәржемә яһарға ярҙам итә. Тәржемәселәр төркөмдәрен өйрәтеүсе Көньяҡ Африканан булған ағай-ҡәрҙәш бына нимә тине: «Тәржемәселәр Йәһүә һәм уҡыусылар алдында бик ҙур яуаплылыҡ тоя, сөнки уларҙың бурысы — Алла Һүҙен туған телгә мөмкин тиклем яҡшы тәржемә итеү».

 Тәржемә әҙер булғас, Изге Яҙманы баҫтырырға һәм төпләргә кәрәк. Бының өсөн кәмендә 10 компонент кәрәк: ҡағыҙ, яҙыу ҡараһы, тышлыҡ өсөн материал, елем, эслек материал, көмөш, ҡыҫтырғыс таҫмалар, ҡалын ситле таҫма, ҡаты төптәр, ҡатлау материалы. 2019 йылда шул материалдар өсөн генә 20 миллиондан ашыу доллар (АҠШ) сарыф ителде. Шул йылда ҡәрҙәштәр Изге Яҙманы баҫтырыр һәм ебәрер өсөн 300 000 сәғәт эшләне.

«Изге Яҙма — беҙ сығарған баҫмаларҙың иң мөһиме»

 Ни өсөн беҙ был эшкә шул тиклем күп ваҡыт һәм аҡса сарыф итәбеҙ? «Изге Яҙма — беҙ сығарған баҫмаларҙың иң мөһиме, — ти бөтә донъялағы баҫтырыу эшен планлаштырыу бүлегендә хеҙмәт иткән Джоел Блю. — Шуға күрә уның тышҡы күренеше беҙ табынған Алланы һәм беҙ һөйләгән хәбәрҙе данларға тейеш».

 «Яңы донъя тәржемәһенең»төп сығарылышынан тыш махсус ихтыяждары булған уҡыусылар өсөн Изге Яҙмалар сығарабыҙ. Мәҫәлән, Брайль шрифты менән баҫтырылған «Яңы донъя тәржемәһе» 10 телдә сығарылған. Ошондай бер Изге Яҙманы сығарыр өсөн һигеҙ сәғәт ваҡыт кәрәк. Ә уның бөтә томдарын урынлаштырыр өсөн 2,5 метрлыҡ кәштә кәрәк. Шулай уҡ беҙ төрмәлә ултырғандар өсөн махсус Изге Яҙма сығарабыҙ, сөнки унда тик ҡағыҙ тышлы китаптар ғына рөхсәт ителә.

 «Яңы донъя тәржемәһе» уҡыусыларҙың тормоштарын үҙгәртә. Конго Демократик Республикаһының Томбе тигән урынындағы йыйылышты алайыҡ. Урындағы ҡәрҙәштәр осрашыуҙарҙы килуба телендә үткәрә. Томбе башҡаланан 1 700-ҙән ашыу километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул йыйылыштағы Йәһүә шаһиттарының бер генә Изге Яҙмаһы булған, уныһы ла иҫкергән килуба телендә. Шул берҙән-бер Изге Яҙманы ағай-ҡәрҙәштәр осрашыуҙағы пункттарҙы әҙерләр өсөн бер-береһенә биргән. Әммә 2018 йылдың авгусында килуба телендә тулы «Яңы донъя тәржемәһе» сыҡҡан. Һәм хәҙер шул йыйылышта һәр кешенең үҙ Изге Яҙмаһы бар.

 Туған теле немец теле булған бер апай-ҡәрҙәш яңынан ҡарап сығылған «Яңы донъя тәржемәһе» тураһында былай тип һөйләй: «Элек мин Изге Яҙма уҡырға үҙемде мәжбүр итә инем. Хәҙер уны уҡый торған ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтөп алам». Төрмәлә ултырыусы бер кеше былай тип яҙған: «Ҡулыма «Яңы донъя тәржемәһе» килеп эләкте. Ул минең бөтә тормошомдо үҙгәртте. Минең бер ҡасан да Изге Яҙманың шул тиклем аңлайышлы тәржемәһен уҡығаным юҡ ине. Мин Йәһүә шаһиттары хаҡында һәм нисек уларҙың береһе булып китергә икәне тураһында күберәк белергә теләйем».

 «Яңы донъя тәржемәһен» сығарыу һеҙҙең иғәнәләр ярҙамында мөмкин булды. Уны уҡыусыларҙың бөтәһе лә иғәнәләрегеҙҙе бик ҡәҙерләй. Бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ өсөн ирекле иғәнәләр donate.jw.org сайты аша килә. Һеҙҙең йомартлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!