Нисек әҙ аҡсаға йәшәргә өйрәнергә?
Бәлки, ошо араларҙа һеҙҙең экономик хәлегеҙ үҙгәреп киткәндер, һәм шул арҡала билдәрҙе ҡыҫыбыраҡ быуырға тура килгәндер. Пандемия, тәбиғәт афәттәре, сәйәси үҙгәрештәр һәм ҡораллы бәрелештәр экономиканы тиҙ арала ҡаҡшатырға мөмкин. Аҡсаның ҡапыл наҡыҫланыуы арҡаһында көслө стресс кисереүегеҙ ихтимал. Әммә был юғалып ҡалыу өсөн сәбәп түгел! Ошо мәҡәләлә Изге Яҙмалағы принциптарға нигеҙләнгән кәңәштәр ҡараласаҡ. Уларҙы ҡулланып, һеҙ әҙерәк аҡсаға йәшәргә өйрәнә алырһығыҙ.
1. Үҙгәргән шарттарға яраҡлашығыҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла... ҡәнәғәт булырға өйрәндем» (Филиптарға 4:12).
Бәлки, һеҙҙең аҡса яғы хөртәйеп киткәндер, әммә был тормош туҡтаны тигәнде аңлатмай бит әле. Быны ни тиклем тиҙерәк аңлаһағыҙ, үҙегеҙгә һәм туғандарығыҙға үҙгәргән шарттарға яраҡлашыу ҙа шул тиклем еңелерәк булыр.
Дәүләт һәм башҡа ойошмаларҙың ниндәй ярҙам саралары тәҡдим итеүен белешегеҙ. Үҙ ваҡытында ғариза биреп өлгөрөр өсөн, тиҙ эш итегеҙ.
2. Ғаиләгеҙ менән берҙәм команда кеүек эш итегеҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Кәңәшһеҙ, ниәттәр тарҡала, ә кәңәшселәр күп булғанда — ысынға аша» (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22).
Килеп тыуған хәлде тормош иптәшегеҙ һәм балаларығыҙ менән асыҡтан-асыҡ тикшерегеҙ. Һәр береһе үҙ сиратында ни өсөн һәм ниндәй үҙгәрештәр яһарға тейешлеген аңлаһа, ғаилә ҡабул иткән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу еңелерәк булыр. Әгәр барыһы ла аҡсаны һаҡлыҡ менән тотоноп, кәрәкмәгән сығымдарға юл ҡуймаһа, ғаилә әҙ аҡсаға ла йәшәй алыр.
3. Бюджет төҙөгөҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисап[лар]» (Лука 14:28).
Хәҙер, аҡса инде әҙәйгәс, уның һәр тине иҫәптә булырға тейеш. Башта айлыҡ килемдең күпме буласағын яҙып ҡуйығыҙ. Шунан шарттар үҙгәргәнгә ҡәҙәр ай һайын аҡсаның нимәгә тотонолғанын иҫәпләп сығығыҙ. Ошо суммаға, көтөлмәгән хәл була ҡалһа тип, айырып һала барасаҡ аҡсаны ла өҫтәгеҙ.
Кәңәш. Ваҡ-төйәккә киткән аҡсаны ла иҫәпкә алырға онотмағыҙ. Һеҙ, ул сумманы күреп, аптырарһығыҙ. Мәҫәлән, бер ир, һағыҙ һатып алыр өсөн генә лә йыл әйләнәһенә бер нисә йөҙ доллар китеүен белгәс, хайран ҡалған.
4. Мөһимерәк нәмәләрҙе билдәләгеҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «... иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» (Филиптарға 1:10).
Килемдәр менән сығымдарҙы сағыштырығыҙ. Уйлап ҡарағыҙ, нимәне ҡыҫҡартырға, ә нимәнән бөтөнләй баш тартырға була. Түбәндәге өлкәләрҙе тикшереп сығығыҙ:
● Транспорт. Әгәр бер нисә машинағыҙ булһа, бәлки, береһен һатырғалыр? Ә инде ҡиммәтле автомобилегеҙ бар икән, ниңә арзанлыһында йөрөп тормаҫҡа? Бәлки, бөтөнләй машинала түгел, ә йәмәғәт транспортында йә велосипедта йөрөргәлер?
● Күңел асыуҙар. Ай һайын күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән, мәҫәлән, спутник йә кабель телевидениеһынан ваҡытлыса ғына булһа ла баш тартырға булмаймы? Бәлки, арзаныраҡ бүтән нәмә һайларғалыр? Урындағы китапхананан фильмдар, электрон китаптар, аудиокитаптар, хатта бушлай алып булалыр, бәлки.
● Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү. Ғаилә менән һыуҙы, электр энергияһын һәм бензинды һаҡсыл тотоноу хаҡында һөйләшеп алығыҙ. Үҙ артыңдан утты һүндереү, душта оҙаҡ тормау кеүек ябай ғына ғәҙәттәр күп кенә аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итер.
● Ризыҡ. Ресторанда ашайһы урынға, өйҙә әҙерләгеҙ. Меню төҙөгөҙ. Аҙыҡ-түлекте күмәртәләп һатып алырға тырышығыҙ һәм мөмкинлеккә ҡарап запас булдырығыҙ. Ризыҡты ташламағыҙ һәм артып ҡалғанын да ҡулланығыҙ. Кибеткә сығыр алдынан кәрәкле нәмәләрҙең исемлеген төҙөгөҙ — был һеҙҙе уйламаған әйберҙе һатып алыуҙан һаҡлар. Еләк-емеште өлгөрөү мәлендә алырға тырышығыҙ, ул саҡта улар файҙалы ла, арзаныраҡ та була. Аҡсағыҙҙы зыянлы һәм тиҙ әҙерләнгән ашамлыҡ өсөн әрәм итмәгеҙ. Уйлап ҡарағыҙ, бәлки, йәшелсәне үҙегеҙ үҫтерә алырһығыҙ.
● Кейем. Кейемде моданан артта ҡалмаҫ өсөн түгел, ә кәрәк булғаны өсөн алығыҙ. Әйберҙе сезон аҙағында ташламалар менән һатылған сағында алырға тырышығыҙ, шулай уҡ секонд-хендтан сифатлы нәмәләр алып була. Әгәр йыуған керҙе киптереү машинаһында түгел, ә тышта киптереү мөмкинлеге булһа, был да байтаҡ аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итер.
● Башҡа сығымдар. Ниҙер һатып алырҙан алда үҙегеҙгә: «Ә быға аҡсам етәме? Мин унан башҡа йәшәй алмайыммы?» — тигән һорауҙар бирегеҙ. Әлегә яңынан-яңыға ынтылмай, ошоғаса тотонған электр приборҙары һәм башҡа яйланмаларҙы ҡулланып тора алаһығыҙмы? Ә, бәлки, инде кәрәкмәгән берәй нәмәгеҙ барҙыр? Ниңә уны һатып ебәрмәҫкә? Ундай ҡарар тормошоғоҙҙо ябайлаштырырға ла, бюджетты арттырырға ла ярҙам итер.
Кәңәш. Аҡса яғының ҡапыл ғына хөртәйеп китеүе насар ғәҙәттәрҙән, мәҫәлән, тәмәке тартыу, эсеү һәм ҡомарлы уйындар менән мауығыуҙан арыныр өсөн яҡшы сәбәп булып тора. Ундай үҙгәреүҙәр һеҙҙең финансты ғына түгел, ә тормошоғоҙҙоң сифатын да яҡшыртасаҡ.
5. Изге Яҙманы уҡый башлағыҙ.
Изге Яҙмалағы принцип: «Рухи нәмәләргә һыуһағандар бәхетле» (Матфай 5:3).
Изге Яҙмала ошондай бик мөһим фекер яҙылған: «Зирәклек тә, аҡса ла яҡлау бирә. Ләкин белемдең өҫтөнлөгө шунда: зирәклек үҙ эйәһенең ғүмерен һаҡлай» (Вәғәзсе 7:12). Изге Яҙманы уҡып, ошо кәңәшкә ҡолаҡ һалған кешеләр аҡса хаҡында хафаланмай йәшәргә өйрәнгән (Матфай 6:31, 32).