Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Comstock Images/Stockbyte via Getty Images

Коррупция. Алла Батшалығы нимә эшләйәсәк?

Коррупция. Алла Батшалығы нимә эшләйәсәк?

 Кешеләргә ышанысҡа лайыҡ етәкселәр кәрәк. Улар коррупцияға бирелгән хакимиәт кешеләренән арыған. 2023 йылда донъяның төрлө төбәктәрендә үткәрелгән һорау алыу буйынса, күптәр хөкүмәт етәкселәрен, төркөм булараҡ, ышанысһыҙ тип һанай a.

 Изге Яҙмала бер хөкүмәт тураһында әйтелә. Уның етәксеһе ышанысҡа лайыҡ, намыҫлы, коррупцияны нәфрәт итә. Был хөкүмәт — Алла Батшалығы, уның етәксеһе — Ғайса Мәсих (Ишағыя 9:7).

 Ғайса Мәсих кешеләр хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртҡанын эштәр менән күрһәткән (Матфай 9:35, 36). Алла Батшалығының Батшаһы булараҡ Ғайса Мәсих тиҙҙән ерҙә ғәҙеллек һәм тыныслыҡ урынлаштырасаҡ. Уның етәкселегенә буйһонған кешеләр бының барыһына кинәнеп йәшәйәсәк (Зәбур 72:12—14).

a 2023 Edelman Trust Barometer Global Report.