Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

90-СЫ ЙЫР

Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

(Еврейҙарға 10:24, 25)

  1. 1. Изге эшкә дәртләндерәбеҙ

    Көндән-көн бер-беребеҙҙе.

    Татыу халыҡ булып йәшәйбеҙ,

    Нығый беҙҙең дуҫлыҡ ебе.

    Сыҙам булып ҡала алырбыҙ

    Алла халҡы менән бергә.

    Йыйылышта яҡлау табабыҙ,

    Ышыҡ урын фәҡәт унда.

  2. 2. Ҡай саҡ күңел әрнеп китһә лә,

    Тоғро дуҫтар беҙҙең янда.

    Улар бер һүҙ генә әйтһә лә,

    Йәнгә ул май булып ята.

    Уртаҡ маҡсат менән йәшәйбеҙ,

    Хеҙмәт итеп Йәһүәгә.

    Беҙ йөктәрен күтәрешәбеҙ,

    Терәк булып ҡәрҙәштәргә.

  3. 3. Иман аша асыҡ күрәбеҙ:

    Алла көнө яҡынлаша.

    Тура юлдан һис тайпылмаҫбыҙ,

    Ҡеүәт алып йыйылышта.

    Беҙ мәңге Алланы данларбыҙ,

    Иң яҡшыһын биреп уға.

    Ҡәрҙәштәрҙе дәртләндерербеҙ

    Сафлыҡ юлын ҡәҙерләргә.

(Лука 22:32; Ғәм. 14:21, 22; Гал. 6:2; 1 Фес. 5:14-те лә ҡара.)