Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

87-СЕ ЙЫР

Килеп, көс-дәрт ал!

Килеп, көс-дәрт ал!

(Еврейҙарға 10:24, 25)

  1. 1. Йәшәйбеҙ яуыз, аллаһыҙ донъяла,

    Хоҙай ҡарашы ят уға.

    Беҙ бик тә мохтажбыҙ зирәк кәңәшкә,

    Теләйбеҙ дөрөҫ йәшәргә.

    Бергә йыйылыу беҙҙе сафландыра,

    Табабыҙ бынан йыуаныс.

    Был дәртләндерә изгелек ҡылырға,

    Көс-дәрт өҫтәй һәм ышаныс.

    Дөрөҫ һуҡмаҡтан тайпылмайыҡ һис тә,

    Ҡолаҡ һалып нәсихәткә.

    Беҙ йыйылышта өйрәнәбеҙ бергә

    Алла юлынан йөрөргә.

  2. 2. Белә Йәһүә нимәгә беҙ мохтаж,

    Зирәк уның һәр кәңәше.

    Тырыш бар осрашыуҙарға йөрөргә,

    Булыр иманың нигеҙле.

    Беҙгә өлкәндәр ярҙамға ашыға,

    Ауыр саҡтарҙа йыуата.

    Ҡалмаҫбыҙ яңғыҙ был тарҡау донъяла,

    Дуҫтар күңелде йылыта.

    Беләйек йыйылыштарҙың ҡәҙерен,

    Дөрөҫ ҡулланып ваҡытты.

    Һәр көн нығытып ҡәрҙәшлек ептәрен,

    Көтәйек яңы донъяны.

(Зәб. 37:18; 140:1; Ғиб. һүҙ. 18:1; Ефес. 5:16; Яҡ. 3:17-не лә ҡара.)