82-СЕ ЙЫР
Яҡтылығығыҙ балҡыһын
-
1. «Яҡшылыҡ эшләгеҙ
Һәммә кешегә,
Ҡояштай балҡығыҙ», —
Тип әйткән Ғайса.
Алланың Һүҙе — ул
Нур һәм тыныслыҡ.
Өйрәтәбеҙ Һүҙенә,
Был — сикһеҙ шатлыҡ.
-
2. Һәр кеше күрһен тип
Хәҡиҡәт нурын,
Көн дә вәғәзләйбеҙ
Йәһүә һүҙен.
Тыңларғамы, юҡмы,
Был — шәхси һайлау.
Яҙманан нур һибелә,
Ул бирә йәшәү.
-
3. Яҡшылыҡ, гәүһәрҙәй,
Хәбәрҙе биҙәй,
Яғымлы һүҙҙәр ҙә
Яҡтылыҡ өҫтәй.
Игелек ҡылайыҡ
Барса кешегә,
Йәһүә яҡтылығын
Таратып ерҙә.
(Зәб. 119:130; Матф. 5:14, 15, 45; Кол. 4:6-ны ла ҡара.)