68-СЕ ЙЫР
Батшалыҡ орлоҡтарын сәсәбеҙ
-
1. Изге хеҙмәттә ҡатнашабыҙ,
Сәсеп Батшалыҡ орлоғон.
Ғайса Мәсихтән өйрәнәбеҙ,
Беҙҙе етәкләй ул бөгөн.
Йыуаш, баҫалҡы, ябай йөрәктә
Үҫә хәҡиҡәт орлоғо.
Эшләйбеҙ ҡулдан килгәндең барыһын,
Көс өҫтәй Мәсихтең өлгөһө.
-
2. Хеҙмәт емештәр килтерерме,
Бик йыш был беҙҙән дә тора.
Ҡабат килгәндә һыу һибәбеҙ,
Кеше ныҡ иман үҫтерә.
Көслө дауылдар иҫеп ебәрһә,
Булырбыҙ уның янында.
Ә йөрәгендә хәҡиҡәт нығынһа,
Кисерербеҙ шатлыҡ шул саҡта.
(Матф. 13:19—23; 22:37-не лә ҡара.)