59-СЫ ЙЫР
Йәһте маҡтағыҙ!
(Зәбур 146:2)
-
1. Маҡта Йәһте
Бар йөрәктән!
Ул бит һулыш та, ғүмер ҙә биргән.
Көн дә бергә
Йәһ Аллаға
Дан килтерәбеҙ — лайыҡ ул быға,
Ул — ҡөҙрәтле Аллаһы Тәғәлә.
-
2. Маҡта Йәһте —
Хаҡ Алланы!
Ул ишетә эскерһеҙ доғаны.
Йыуаштарҙы
Ул ярата,
Хәлһеҙҙәрҙе көс биреп нығыта.
Мәңгелек дан Йәһүә Аллаға!
-
3. Маҡта Йәһте —
Ул шәфҡәтле!
Бар йөрәктән беҙ уға рәхмәтле.
Бөтә ҡайғы
Юҡ ителер,
Батшалыҡта фатиха мул булыр,
Һәм Алланың исеме аҡланыр!
(Зәб. 94:18, 19; 145:21; 147:1; 150:2; Ғәм. 17:25-те лә ҡара.)