52-СЕ ЙЫР
Аллаға бағышланыу
(Еврейҙарға 10:7, 9)
-
1. Күкте, сикһеҙ Ғаләмде лә
Алла хасил иткән,
Ерҙә булған бар нәмәгә
Ул башланғыс биргән.
Өргән йәшәү һулышы ул
Һәр йән эйәһенә.
Оло хөрмәткә, дан-шөһрәткә
Лайыҡ Йәһүә генә.
-
2. Ғайса ауыр саҡтарҙа ла
Гел тыңлаусан булған,
Алла ихтыярын үтәп,
Һыуға сумдырылған.
Ул, рух менән майланғас та,
Ихлас доға ҡылған:
«Һиңә мин хеҙмәт итер өсөн
Килдем, Йәһүә Аллам».
-
3. Бөгөн һиңә дан йырлайбыҙ,
Был шундай ҙур шатлыҡ,
Үҙебеҙҙән беҙ баш тартып,
Һиңә бағышландыҡ.
Бөйөк ҡорбан килтергәнһең
Беҙҙең өсөн, Алла.
Беҙ хәҙер йәшәйбеҙ, Йәһүә,
Бары тик һинең хаҡҡа.
(Матф. 16:24; Марк 8:34; Лука 9:23-тө лә ҡара.)