Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ ЙЫР

«Йәһүә — Көтөүсем минең»

«Йәһүә — Көтөүсем минең»

(Зәбур 23)

  1. 1. Минең наҙлы Көтөүсем һин,

    Бөйөк Йәһүә Аллам.

    Һис бер ҡасан мохтажлыҡ күрмәм,

    Һиндә йыуаныс табам.

    Мине гел ял иттерәһең

    Тыныс һыуҙар буйында.

    Һин тоғро, наҙлы яратыу менән

    Яҡлайһың ел-дауылда.

    Тоғро, наҙлы яратыу менән

    Яҡлайһың ел-дауылда.

  2. 2. Ғәҙел бар һуҡмаҡтарың да,

    Йәнем рәхәтлек тоя,

    Үҙ исемең хаҡына мине

    Тура юлдан яҙҙырма.

    Дөм ҡараңғы үҙәндә лә

    Яҡлай таяғың һинең.

    Һис берәү зыян килтерә алмаҫ —

    Аллам, һин — Дуҫым минең.

    Һис кем зыян килтерә алмаҫ —

    Аллам, һин — Дуҫым минең.

  3. 3. Бик хәстәрле Көтөүсем һин,

    Ҡалмай артыңдан барам,

    Һәр көн рухи табындан ашап,

    Тынғы йәнемә табам.

    Мине ихлас яратаһың,

    Шуға өмөтөм көслө.

    Ғүмерем буйы оҙатып барһын

    Тоғро һөйөүең мине.

    Ғүмер буйы оҙатып барһын

    Тоғро һөйөүең мине.

(Зәб. 28:9; 80:1-ҙе лә ҡара.)