31-СЕ ЙЫР
Алла юлында йөрө!
(Миҡай 6:8)
-
1. Тыйнаҡ һәм баҫалҡы булып,
Йөрө Алла юлында.
Таян Хоҙайға, көслө ҡулына
Тапшыр һин барыһын да.
Алла Һүҙен ентекләп өйрән,
Юлдан яҙмаҫ өсөн.
Әгәр ҙә тыңлаусан булһаң,
Йәһүә бирер көсөн.
-
2. Изге эштәр ҡылып йәшә,
Йөрөп Алла юлында.
Ауыр һынауҙа бирер Йәһүә
Рухын да, ҡеүәтен дә.
Таҙа, ыңғай, өмөтлө уйҙар
Булһын күңелеңдә,
Шул саҡ Алла яҡлап торор,
Тыныслыҡ биреп һиңә.
-
3. Бәхет татып ошо юлда,
Ҡыуан бөйөк дуҫлыҡҡа.
Оло рәхмәттәр белдер Хоҙайға
Бар бүләге өсөн дә.
Һин ихластан кинәнеп йырла —
Яҡын дуҫың — Алла,
Шатлыҡ бөркөп торһон йөҙөң,
Өҙлөкһөҙ уны данла!
(Баш. 5:24; 6:9; Флп. 4:8; 1 Тим. 6:6—8-ҙе лә ҡара.)