Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ЙЫР

Уларға эшләнгән — миңә эшләнә

Уларға эшләнгән — миңә эшләнә

(Матфей 25:34—40)

  1. 1. Күп бүтән һарыҡтар майланған төркөмгә,

    Хеҙмәттә ҡатнашып, ярҙам күрһәтә.

    Тырышып башҡарған эштәрен ҡәҙерләп,

    Мәсих уларға бирәсәк ҙур бүләк.

    ҠУШЫМТА

    «Кем ярҙам күрһәтә туғандарыма,

    Был миңә лә ярҙам булып һанала.

    Улар хаҡына эшләгән эшегеҙ

    Миңә ҡәҙерле — онотмағыҙ һеҙ.

    Уларға эшләнгән — миңә эшләнә».

  2. 2. «Ашаттығыҙ мине асыҡҡан ваҡытта,

    Һеҙ ярҙам ҡулын тиҙ һуҙҙығыҙ миңә».

    «Әйтсе, ҡасан быны эшләнек беҙ һиңә?»

    Батша былай тип яуаплар уларға:

    ҠУШЫМТА

    «Кем ярҙам күрһәтә туғандарыма,

    Был миңә лә ярҙам булып һанала.

    Улар хаҡына эшләгән эшегеҙ

    Миңә ҡәҙерле — онотмағыҙ һеҙ.

    Уларға эшләнгән — миңә эшләнә».

  3. 3. «Тоғролоҡ күрһәтеп уларға һәм миңә,

    Һеҙ һалдығыҙ күп көс вәғәз эшендә».

    Батшабыҙ уң яҡта торған бар кешегә

    Бирер мөмкинлек ожмахта йәшәргә.

    ҠУШЫМТА

    «Кем ярҙам күрһәтә туғандарыма,

    Был миңә лә ярҙам булып һанала.

    Улар хаҡына эшләгән эшегеҙ

    Миңә ҡәҙерле — онотмағыҙ һеҙ.

    Уларға эшләнгән — миңә эшләнә».

(Ғиб. һүҙ. 19:17; Матф. 10:40—42; 2 Тим. 1:16, 17-не лә ҡара.)