152-СЕ ЙЫР
Бында исемең данланһын!
(1 Батшалар 8:27; 1 Йылъяҙма 29:14)
1. Сикһеҙ Ғаләмде яратҡанһың,
Күктәр һыйҙырмаҫ даныңды.
Ерҙәге йортта йәшәмәйһең,
Һыйҙырмай ул тәхетеңде.
Һиңә был йортто бағышлайбыҙ,
Рухың менән булсы бында.
Был урын беҙгә ярҙам итһен
Йөрөргә яҡтылығыңда.
КҮСЕШ
Үҙеңдән алғанды
Беҙ һиңә ҡайтарабыҙ.
Был ғәжәп донъяла —
Һинән һәр бүләк, Алла.
ҠУШЫМТА
Һиңә, Йәһүә, рәхмәтлебеҙ!
Йырлайбыҙ тыймай күҙ йәшен.
Тормошҡа хыялыбыҙ ашты:
Ошонда данларға һине!
2. Изге Аллабыҙ, һин беләһең:
Бында исемең данланыр.
Күңелен һалып, тоғро халҡың
Ошонда гел хеҙмәт итер.
Һинән, Йәһүә, үтенәбеҙ,
Был йорт килтерһен күп файҙа.
Улыңдың мөһим йөкләмәһен
Башҡарырбыҙ ахырғаса.
КҮСЕШ
Ваҡытты һәм көстө
Беҙ һиңә бағышлайбыҙ.
Лайыҡлыһың быға,
Бөйөк Йәһүә Алла!
ҠУШЫМТА
Һиңә, Йәһүә, рәхмәтлебеҙ!
Йырлайбыҙ тыймай күҙ йәшен.
Тормошҡа хыялыбыҙ ашты:
Ошонда данларға һине!