Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

149-СЫ ЙЫР

Еңеү йыры

Еңеү йыры

(Сығыш 15:1)

  1. 1. Йәһ — Еңеүсе ул. Бөйөк исемен данлыҡлағыҙ.

    Ғорур мысырҙарҙы ташлаған ул диңгеҙгә.

    Иң көслөһө ул, уға тиң булған юҡ берәү ҙә;

    Халҡын ҡотолдороп, өлгәшкән ҙур еңеүгә.

    ҠУШЫМТА

    Һин, Йәһүә, Сикһеҙ ҡөҙрәтле,

    Һин үҙгәрмәйһең, һин ышаныслы.

    Данға күмерһең үҙ исемеңде,

    Тар-мар итеп дошманыңды.

  2. 2. Бар батшалар ҙа дәррәү йыйылып сыҡһалар ҙа,

    Алла ҡалдырасаҡ уларҙы мәсхәрәгә.

    Үҙ исемен ул мәғлүм итәсәк һәр кемгә лә,

    Шунда еңеү йыры яңғырар бөтә ерҙә.

    ҠУШЫМТА

    Һин, Йәһүә, Сикһеҙ ҡөҙрәтле,

    Һин үҙгәрмәйһең, һин ышаныслы.

    Данға күмерһең үҙ исемеңде,

    Тар-мар итеп дошманыңды.

(Зәб. 2:2, 9; 92:8; Мал. 3:6; Асыл. 16:16-ны ла ҡара.)