145-СЕ ЙЫР
Алла вәғәҙә иткән ожмах
-
1. «Бөтә ерҙе ожмах итермен», —
Тип һүҙ биргән бөйөк Алла.
Күҙ йәштәрен үҙе һөртөр ул,
Гонаһ, үлем булмаҫ унда.
ҠУШЫМТА
Ер ожмахҡа әйләнәсәк,
Гөл-сәскәгә күмеләсәк.
Иман күҙең асыҡ күрһен,
Мәсих үтәр Алла һүҙен.
-
2. «Һин ожмахта ғүмер итерһең», —
Тигән Ғайса бер кешегә.
Үлгәндәрҙе ҡаршы алырбыҙ,
Шатлыҡ бирер был һәр кемгә.
ҠУШЫМТА
Ер ожмахҡа әйләнәсәк,
Гөл-сәскәгә күмеләсәк.
Иман күҙең асыҡ күрһен,
Мәсих үтәр Алла һүҙен.
-
3. Мәсих ерҙе ожмах иткәс тә,
Йәшәрбеҙ мәңге кинәнеп.
Йәһүәгә маҡтау йырлайыҡ,
Мең рәхмәттәр уға әйтеп.
ҠУШЫМТА
Ер ожмахҡа әйләнәсәк,
Гөл-сәскәгә күмеләсәк.
Иман күҙең асыҡ күрһен,
Мәсих үтәр Алла һүҙен.
(Матф. 5:5; 6:10; Яхъя 5:28, 29-ҙы ла ҡара.)