144-СЕ ЙЫР
Бүләктән күҙеңде алма
(2 Коринфтарға 4:18)
-
1. Бер заман һуҡыр күрә башлар,
Һаңғырау ҡоштар йырын тыңлар.
Шарҡылдап бала-саға көлөр,
Ерҙә бәхет хөкөм һөрөр.
Үлгәндәр ҡабат йәшәйәсәк,
Донъяла һуғыш ҡупмаясаҡ.
ҠУШЫМТА
Был ваҡыт килеп етер тиҙҙән,
Алма күҙеңде бүләктән.
-
2. Арыҫлан йәшел үлән ашар,
Һыйырҙар айыу менән утлар.
Йыланға сабый ҡулын һуҙыр,
Бар ер йөҙө татыу булыр.
Интегеү, ҡайғы-хәсрәт бөтөр,
Йәһүә һәр күҙ йәшен һөртөр.
ҠУШЫМТА
Был ваҡыт килеп етер тиҙҙән,
Алма күҙеңде бүләктән.
(Ишағ. 11:6—9; 35:5—7; Яхъя 11:24-те лә ҡара.)