130-СЫ ЙЫР
Кисерергә әҙер булайыҡ
(Зәбур 86:5)
-
1. Беҙ йәшәй алһын тип,
Йәһүә Улын биргән,
Гонаһтың бығауынан ул
Мәңгегә азат иткән.
Ярлыҡау ала алырбыҙ,
Эскерһеҙ тәүбә итһәк;
Алланың дуҫы булырбыҙ,
Йоломдо ҡәҙерләһәк.
-
2. Шәфҡәтлек татырбыҙ,
Хоҙайҙан өлгө алһаҡ.
Тулыһынса кисерәйек,
Йәһүә Алла һымаҡ.
Бергәләп татыу йәшәйек,
Рәнйетмәйсә һис кемде,
Сабырлыҡ сағылдырайыҡ,
Яратып ҡәрҙәштәрҙе.
-
3. Эскерһеҙ теләйбеҙ
Шәфҡәтлек күрһәтергә,
Асыуҙы ла, үпкәне лә
Йөрәккә индермәҫкә.
Алланан беҙ өйрәнәбеҙ
Рыяһыҙ яратырға,
Һәр ваҡыт әҙер булайыҡ
Ихластан кисерергә.
(Матф. 6:12; Ефес. 4:32; Кол. 3:13-тө лә ҡара.)