106-СЫ ЙЫР
Мөхәббәт сифатын үҫтерәбеҙ
(1 Коринфтарға 13:1—8)
-
1. Алла бик күп сифатҡа эйә,
Унан өлгө алғыбыҙ килә.
Үҫһен беҙҙә иң мөһим сифат —
Рух үҫтергән ысын мөхәббәт.
Булһа ла күп һәләттәр беҙҙә,
Мөхәббәтһеҙ ул тик буш нәмә.
Ошо сифат сағылһын беҙҙә,
Ярҙам итер Йәһүә Алла.
-
2. Саф мөхәббәт эскерһеҙ була,
Ул ихластан игелек ҡыла.
Яман эшкә бер ҙә һөйөнмәй,
Ул кисерә һәм үпкә тотмай.
Һынауҙарҙа түҙемле була,
Ауыр хәлде кисереп сыға,
Һис көнләшмәй, хыянат итмәй,
Уның уты һис ҡасан һүнмәй.
(Яхъя 21:17; 1 Кор. 13:13; Гал. 6:2-не лә ҡара.)