105-СЕ ЙЫР
«Алла — мөхәббәт ул»
-
1. Алланан өлгө алабыҙ,
Йәһүә — ул мөхәббәт.
Һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ,
Ул әйтә: «Ихлас ярат».
Бәхеттең төп асҡысы был,
Йәшәүҙең дә асылы.
Мөхәббәт уты һүрелмәй,
Күтәрә һәр һынауҙы.
-
2. Изгелек ҡылып йәшәйбеҙ —
Яратыу дәртләндерә.
Абынып китһәк әгәр ҙә,
Йәһүә ҡулын бирә.
Мөхәббәт тоғро ла, саф та,
Көнләшмәй, сабыр итә;
Үҙенә файҙа эҙләмәй,
Бик йомарт изге эшкә.
-
3. Күңелдә үпкә һаҡлама,
Бул әҙер кисерергә.
Хоҙайға ихлас доға ҡыл,
Ул ярҙам итер һиңә.
Мәрхәмәт тә, игелек тә
Күрһәтәйек һәр кемгә.
Мөхәббәт артһын көндән-көн,
Ул юлдаш булһын беҙгә!
(Марк 12:30, 31; 1 Кор. 12:31—13:8; 1 Яхъя 3:23-тө лә ҡара.)