Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Әсфирә батыр булған

Әсфирә батыр булған

Күсереп алыу:

  1. 1. Әсфирә бала саҡтан

    Бик аҡыллы булған.

    Ул, ағаһы өйрәткәнсә,

    Тыйнаҡ булып үҫкән.

    Уйламаған ерҙән

    Батшабикә булып киткән.

    Йәһүәне яратҡан ул

    Һәм ҡыйыу булған.

    ҠУШЫМТА

    Мин, Әсфирә һымаҡ,

    Һәр саҡ батыр булғым килә.

    Бала саҡтан уҡ теләйем

    Хаҡ юлда йөрөргә.

    Мин, Әсфирә һымаҡ,

    Гел тыңлаусан булғым килә.

    Ул бар яҡтан миңә

    Өлгө булып тора.

  2. 2. Ә ире Әсфирәнең

    Яуыз батша булған,

    Ләкин Әсфирә уны

    Тәрән хөрмәт иткән.

    Саҡырылмай көйө ул

    Батшаға бер саҡ барған.

    Батыр булып, үҙ халҡын ул

    Ҡотҡара алған.

    ҠУШЫМТА

    Мин, Әсфирә һымаҡ,

    Һәр саҡ батыр булғым килә.

    Бала саҡтан уҡ теләйем

    Хаҡ юлда йөрөргә.

    Мин, Әсфирә һымаҡ,

    Гел тыңлаусан булғым килә.

    Ул бар яҡтан миңә

    Өлгө булып тора.