53-СӨ ДӘРЕС
Йәһүәне ҡыуандырған күңел асыуҙар һайла
Йәһүә — бәхетле Алла (1 Тимофейға 1:11). Ул беҙҙең дә бәхетле булыуыбыҙҙы һәм тормошҡа кинәнеп йәшәүебеҙҙе теләй. Беҙ эштән һуң ял итеүгә ваҡыт бүлгәндә, ул шатлана. Әммә нисек ял итеү ваҡытын шатлыҡлы һәм күңелле, шул уҡ ваҡытта Йәһүәгә яраҡлы итеп үткәреп була? Ошо дәрестән беҙ был һорауға яуап алырбыҙ.
1. Күңел асыу һайлағанда, нимәне иҫтә тоторға кәрәк?
Һин нисек ял итергә яратаһың? Ҡайһы берәүҙәр тыныс ҡына өйҙә ял итә: китап уҡый, музыка тыңлай, фильм ҡарай йә интернет гиҙә. Башҡалар иһә ҡайҙалыр барып ял итергә ярата: улар дуҫтары менән тәбиғәткә сыға, тауға менә, һыу инә, уйындар уйнай. Беҙгә ниндәй генә ял оҡшаһа ла, күңел асыуыбыҙ Аллаға «хуш кил[ергә]» тейеш (Ефестарға 5:10). Был бик мөһим, сөнки бөгөн популяр булған күп кенә күңел асыуҙарҙа Йәһүә күрә алмаған нәмәләр — көс ҡулланыу, енси әхлаҡһыҙлыҡ йә сихырсылыҡ бар. (Зәбур 11:5-те уҡы.) Күңел асыуҙы дөрөҫ һайларға беҙгә нимә ярҙам итер?
Йәһүәне яратҡан кешеләр менән дуҫлашһаҡ, улар беҙгә ыңғай йоғонто яһар һәм яҡшы күңел асыуҙар һайларға ярҙам итер. Үткән дәрестәрҙең береһенән белгәнебеҙсә, «зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр» (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Ә Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмаған кешеләр менән йыш аралашһаҡ, беҙ зыян күрербеҙ.
2. Күңел асыу тураһында әйткәндә, ни өсөн самаһын белеү мөһим?
Күңел асыу яҡшы булһа ла, уға сиктән тыш күп ваҡыт сарыф итмәҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә, мөһимерәк эштәргә ваҡыт ҡалмауы бар. Изге Яҙма беҙҙе «ваҡытты мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланы[рға]» өндәй. (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡы, ЯДТ.)
КҮБЕРӘК БЕЛ
Күңел асыу һайлағанда нимәне иҫәпкә алырға кәрәклеген бел.
3. Зыянлы күңел асыуҙарҙан ситтә тор
Күңел асыуҙы һайлағанда ни өсөн иғтибарлы булырға кәрәк? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир:
-
Боронғо гладиатор уйындары бөгөнгө ҡайһы бер күңел асыуҙарға нимәһе менән оҡшаш?
-
Дэнни күңел асыуҙар тураһында нимә аңлаған?
Римдарға 12:9-ҙы уҡы һәм яуап бир:
-
Был аят нисек һиңә яҡшы күңел асыу һайларға ярҙам итер?
Йәһүә нимәне нәфрәт итә? Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16, 17 һәм Галаттарға 5:19—21-ҙе уҡы. Һәр өҙөктө уҡығандан һуң, һорауға яуап бир:
-
Был аяттарҙа иҫкә алынған нәмәләрҙең ҡайһылары бөгөнгө күңел асыуҙарҙа бар?
Яҡшы күңел асыуҙы нисек һайларға?
Үҙеңдән былай тип һора:
-
Нимә? Унда Йәһүә күрә алмаған нәмәләр бармы?
-
Ҡасан? Ул мөһимерәк эштәргә бүленгән ваҡытты урламаймы?
-
Кем менән? Миңә Йәһүәне яратмаған кешеләр менән яҡын йә йыш аралашырға тура килерме?
Ҡурҡыныстан мөмкин тиклем йыраҡ тороу хәйерлерәк. Шуға күрә, әгәр күңел асыу үҙеңә тиҫкәре йоғонто яһар кеүек тойолһа, унан ситтә торорға кәрәк
4. Ваҡытыңды бушҡа үткәрмә
ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир:
-
Был ҡәрҙәш, бер ниндәй насар нәмә ҡарамаһа ла, ваҡытын аҡыллы ҡулландымы?
Филиптарға 1:10-ды уҡы һәм яуап бир:
-
Был аят ял итеүгә күпме ваҡыт бүлергә икәнен хәл итергә нисек ярҙам итер?
5. Яҡшы күңел асыу һайла
Ҡайһы бер күңел асыуҙар Йәһүәгә оҡшамаһа ла, беҙгә шатлыҡ килтерә алған һәм рәхәтләнеп ял итергә ярҙам иткән шөғөлдәр бик күп. Вәғәзсе 8:15 һәм Филиптарға 4:8-ҙе уҡы ла яуап бир:
-
Яҡшы күңел асыуҙарҙың ниндәйҙәре һиңә оҡшай?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Көс ҡулланыу, енси әхлаҡһыҙлыҡ йә сихырсылыҡ менән бәйле күңел асыуҙарҙың бер насарлығы ла юҡ. Мин бит үҙем ундай эштәр ҡылмайым».
-
Һин быға ни тиер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә беҙҙең яҡшы, файҙалы күңел асыуҙар һайлауыбыҙҙы теләй.
Ҡабатлау
-
Мәсихселәргә ниндәй күңел асыуҙарҙан ситтә торорға кәрәк?
-
Ни өсөн күңел асыуға күпме ваҡыт киткәненә иғтибарлы булырға кәрәк?
-
Ни өсөн һин Йәһүәгә оҡшаған күңел асыуҙар һайларға теләйһең?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Күңел асыу һайлау өсөн кем яуаплы?
«Йәһүә шаһиттары ниндәйҙер фильм ҡарауҙан, китап уҡыуҙан йә йыр тыңлауҙан тыямы?» (интернет-мәҡәлә)
Ял итеүгә ҡағылышлы яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә һиңә нимә ярҙам итер?
«Һайлаған күңел асыуҙарың файҙалымы?» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 15 октябрь)
«Мин аҡ тәнле кешеләргә ҡарата нәфрәтемде еңдем» тигән биографияны уҡып, бер ирҙең ни өсөн бүтән төрлө күңел асыуҙар һайлай башлағанын бел.
«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2010 йыл, 1 февраль)
Бер ҡатын, үҙе ҡараған фильмдың вампирҙар тураһында икәнен аңлағас, нимә эшләгән?