Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

48-СЕ ДӘРЕС

Дуҫтарҙы аҡыл менән һайла

Дуҫтарҙы аҡыл менән һайла

Яҡын дуҫтар шатлыҡлы саҡтарҙы тағы ла шатлыҡлыраҡ итә, ҡайғылы саҡтарҙы еңеләйтә. Ләкин Изге Яҙма, бөтәһе лә беҙгә яҡшы дуҫ була алмай, тип киҫәтә. Улайһа, яҡшы дуҫтарҙы нисек һайларға? Әйҙә, ҡарап сығайыҡ.

1. Һайлаған дуҫтарың һиңә нисек тәьҫир итә?

Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тиҙәр. Эйе, дуҫтар беҙгә йә яҡшы, йә насар йоғонто яһай ала. Беҙ улар менән йөҙгә-йөҙ һөйләшәбеҙме йә интернет аша аралашабыҙмы — быныһы мөһим түгел. Изге Яҙмала былай тиелә: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Йәһүәне яратҡан һәм уға табынған дуҫтар һиңә Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға һәм яҡшы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер. Ә Йәһүәне яратмаған дуҫтар менән аралашыу һине унан алыҫлаштырыр. Бына ни өсөн Изге Яҙма дуҫтарҙы аҡыл менән һайларға дәртләндерә. Дуҫтарыбыҙ Алланы яратһа, беҙ бер-беребеҙгә яҡшы йоғонто яһарбыҙ, бер-беребеҙҙе рухландыра һәм нығыта алырбыҙ (1 Фессалоникаларға 5:11).

2. Кем менән дуҫлашыуыбыҙ Йәһүә өсөн мөһимме?

Йәһүә дуҫтар һайлауға бик етди ҡарай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «намыҫлылар — уның [Алланың] яҡын дуҫтары» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32). Әгәр беҙ Йәһүәне яратмаған дуҫтар һайлаһаҡ, ул нимә хис итер ине? Уның күңеле ҡырылыр ине. (Яҡуб 4:4-те уҡы.) Әгәр беҙ үҙебеҙгә насар йоғонто яһаған кешеләр менән аралашыуҙан баш тартһаҡ һәм Йәһүәгә, шулай уҡ уны яратҡандарға яҡынлашһаҡ, ул шатланыр һәм беҙҙе үҙ дуҫтары итеп һайлар (Зәбур 15:1—4).

КҮБЕРӘК БЕЛ

Дуҫтарҙы дөрөҫ һайлау ни өсөн мөһим икәнен бел. Шулай уҡ тормошоңдо ысынлап та байыта алырҙай дуҫтарҙы нисек табып булғанын ҡарап сыҡ.

3. Насар кешеләр менән дуҫлашма

Алланы яратмаған һәм уның нормалары буйынса йәшәмәгән кешеләр беҙгә насар тәьҫир итә. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.

  • Үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан, нисек насар тәьҫиргә эләгеүебеҙ бар?

1 Коринфтарға 15:33-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Ниндәй кешеләр менән аралашыу һинең өсөн насар аралашыу булырға мөмкин? Аңлат.

Зәбур 119:63-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Дуҫты һайлағанда, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

Бер серек алма ҡалғандарын да боҙа. Бер боҙоҡ дуҫ һиңә ниндәй йоғонто яһарға мөмкин?

4. Беҙҙән айырылып торған кеше беҙгә яҡшы дуҫ була ала

Изге Яҙмала Дауыт менән Йонафандың дуҫлығы иҫкә алына. Уларҙың йәше лә, сығышы ла төрлө булған. Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт менән Йонафан йән дуҫтар булып киткән. 1 Самуил 18:1-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн, ысын дуҫлыҡҡа кешенең йәше лә, ижтимағи статусы ла кәртә түгел, тип әйтеп була?

Римдарға 1:11, 12-не уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүәне яратҡан дуҫтар бер-береһен нисек дәртләндерә ала?

Ошо видеояҙманан һин бер йәш ағай-ҡәрҙәштең көтмәгән ерҙән нисек дуҫ тапҡанын күрерһең. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.

  • Ни өсөн Акилдың мәктәптәге егеттәр менән тығыҙ аралаша башлауы уның ата-әсәһен борсоған?

  • Ни өсөн башта Акилға ундай аралашыу оҡшаған?

  • Яңғыҙлыҡты ул нисек еңгән?

5. Яҡшы дуҫлыҡ нимәгә бәйле?

Ысын дуҫтарҙы нисек табырға һәм үҙеңә нисек яҡшы дуҫ булырға икәнен бел. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24 һәм 27:17-не уҡы һәм яуап бир:

  • Ысын дуҫтар бер-береһенә нисек ярҙам итә?

  • Һинең шундай дуҫтарың бармы? Юҡ икән, ундай дуҫлыҡты нисек булдырырға?

Филиптарға 2:4-те уҡы һәм яуап бир:

  • Яҡшы дуҫтарға эйә булыр өсөн, һиңә үҙеңә яҡшы дуҫ булырға кәрәк. Быға нисек ирешергә?

Яҡшы дуҫтарға эйә булам тиһәң, үҙең яҡшы дуҫ була бел

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Бөтөнләй дуҫһыҙ булғансы, ниндәй булһа ла дуҫың булһын».

  • Һин был хаҡта нимә тиер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Дуҫтарҙы аҡыл менән һайлаһаҡ, беҙ Йәһүәне лә һөйөндөрәбеҙ, үҙебеҙгә лә яҡшы була.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн кем менән дуҫлашыуыбыҙ Йәһүә өсөн мөһим?

  • Ниндәй кешеләр менән беҙ дуҫлашырға тейеш түгелбеҙ?

  • Йәһүәне яратҡан кешеләр менән ныҡлы дуҫлыҡ булдырыр өсөн нимә эшләргә?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Яҡшы дуҫтар табыр өсөн, ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк?

«Нисек яҡшы дуҫтар табырға?» («Һинең һорауҙарыңа яуаптар», 1-се том, 8-се бүлек)

Интернет аша дуҫлашыу тураһында нимә белергә кәрәк?

«Социаль селтәрҙәр ауға әйләнмәһен» (4:12)

«Миңә бик тә атай кәрәк ине» тигән биографияны уҡып сыҡ һәм бер ирҙең ни өсөн башҡа дуҫтар һайларға булғанын бел.

«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 апрель)