Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ДӘРЕС

Тормош бүләген ҡәҙерлә

Тормош бүләген ҡәҙерлә

Тормош — ул үҙенә күрә ғәжәйеп бер бүләк. Ул беҙҙең өсөн иҫ киткес мөмкинлектәр аса. Хатта ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, беҙҙең шатланыр өсөн сәбәптәр бар. Ғүмерҙе ҡәҙерләгәнебеҙҙе беҙ нисек күрһәтә алабыҙ? Тәү сиратта быны ни өсөн эшләргә тейешбеҙ?

1. Ни өсөн беҙ тормошто ҡәҙерләргә тейеш?

Тормошто беҙгә ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүә бүләк иткән. Шуға күрә беҙ уны ҡәҙерләргә тейеш. Алла — «йәшәү шишмәһе», бөтә тереклекте ул бар иткән (Зәбур 36:9). «Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә» (Ғәмәлдәр 17:25, 28). Беҙ йәшәй алһын өсөн, Йәһүә беҙгә барыһын да биреп тора. Улай ғына ла түгел, ул тормоштоң беҙгә ҡәнәғәтлек һәм рәхәтлек килтереүе тураһында хәстәрләй. (Ғәмәлдәр 14:17-не уҡы.)

2. Тормош бүләге өсөн Йәһүәгә нисек рәхмәттәр белдерергә?

Йәһүә өсөн һинең тормошоң әсәйең ҡарынында яралған саҡтан уҡ ҡәҙерле. Дауыт пәйғәмбәр Аллаға былай тигән: «Күҙҙәрең хатта яралғы булған сағымды күргән» (Зәбур 139:16). Эйе, Йәһүә һинең тормошоңдо юғары баһалай. (Матфей 10:29—31-ҙе уҡы.) Шунлыҡтан берәйһе аңлы рәүештә башҡа кешенең йә үҙенең ғүмерен өҙһә, был Йәһүәнең күңелен бик әрнетә (Сығыш 20:13) a. Шулай уҡ кеше башҡаларҙың йәки үҙенең ғүмерен буштан-бушҡа ҡурҡыныс аҫтына ҡуйһа йәки хәүефһеҙлек сараларын күрмәһә, был да Йәһүәнең күңелен һыҙлата. Әгәр инде беҙ үҙебеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен ҡәҙерләйбеҙ икән, Йәһүәнең был ғәжәп бүләге өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Тормош бүләге өсөн Аллаға рәхмәтле булыуыңды нисек күрһәтә алғаныңды бел.

3. Һаулығыңды ҡайғырт

Ғүмерен Йәһүәгә бағышлаған мәсихсе бөтә тормошон уға хеҙмәт итер өсөн ҡуллана. Әйтерһең дә, ул үҙ тәнен Аллаға ҡорбан итеп бирә. Римдарға 12:1, 2-не уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:

  • Һаулығыңды ҡайғыртырға һине нимә дәртләндерергә тейеш?

  • Һин быны нисек эшләй алаһың?

4. Һаҡлыҡ сараларын күр

Изге Яҙма беҙҙе йәрәхәттәргә йә хатта үлемгә килтергән нәмәләрҙән ҡасырға өндәй. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм ҡайһы бер хәүефһеҙлек саралары тураһында бел.

Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тө уҡы һәм ошондай өлкәләрҙә үҙеңдең дә, башҡаларҙың да ғүмеренә янай алған ҡурҡыныстарҙан һаҡланыр өсөн нимә эшләп булғанын әйт:

  • өйҙә;

  • эштә;

  • спорт менән шөғөлләнгәндә;

  • транспортта водитель булараҡ йөрөгәндә йә үҙең пассажир булғанда.

5. Әле тыумаған баланың ғүмерен ҡәҙерлә

Дауыт шиғри тел менән Йәһүәнең әсәй ҡарынында үҫкән баланың үҫешен иғтибар менән күҙәткәнен һүрәтләгән. Зәбур 139:13—17-не уҡы һәм яуап бир:

  • Кешенең ғүмере Йәһүәнең ҡарашынан ҡасан башлана: яралған саҡтамы, әллә тыуғандамы?

Боронғо Израилдә Йәһүәнең ҡанундары әсәй кешене һәм уның әле тыумаған балаһын яҡлаған. Сығыш 21:22, 23-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Әле тыумаған баланың ғүмерен яңылыш өҙгән кешегә Йәһүә нисек ҡараған?

  • Ә берәйһе быны белә тороп эшләһә, Йәһүә нимә хис итә? b

  • Һин Йәһүәнең шундай ҡарашы тураһында нимә уйлайһың?

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта кеше ғүмерен ҡәҙерләгән ҡатын-ҡыҙ ҙа, аборт — ул берҙән-бер сығыу юлы, тип уйларға мөмкин. Ишағыя 41:10-ды уҡы һәм яуап бир:

  • Ҡатын-ҡыҙға, аборт эшлә, тип баҫым яһаһалар, уға кемдән ярҙам һорарға кәрәк? Ни өсөн?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Ҡатын-ҡыҙҙың аборт яһатырға хаҡы бар, сөнки был уның тәне».

  • Йәһүәнең әсәй кешенең дә, уның әле тыумаған балаһының да ғүмерен ҡәҙерләгәненә һине нимә ышандыра?

ТӨП ФЕКЕР

Изге Яҙма Йәһүә бүләк иткән ғүмерҙе яратырға, хөрмәт итергә һәм уның ҡәҙерен белергә өйрәтә. Был үҙебеҙҙең дә, башҡа кешенең дә ғүмеренә ҡағыла.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Йәһүә кеше ғүмерен ҡәҙерләй?

  • Берәйһе белә тороп үҙенең йә башҡа кешенең ғүмерен өҙһә, Йәһүә нимә хис итә?

  • Ни өсөн һин ғүмерҙе ҡәҙерләйһең?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Йәһүәгә тормош бүләге өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?

141-се йыр. «Тормош — ғәжәп бүләк» (2:41)

Алла аборт яһатҡан ҡатын-ҡыҙҙы кисерә аламы? Был хаҡта бел.

«Изге Яҙмала аборт тураһында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)

Алланың ғүмергә ҡарата ҡарашы күңел асыу төрҙәрен һайлауыбыҙға нисек тәьҫир итергә тейеш?

«„Экстремаль спорт“. Ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу дөрөҫмө?» («Уянығыҙ!», 2000 йыл, 8 октябрь)

Әгәр кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйы тыуһа, Изге Яҙма нисек ярҙам итә ала?

«Мин йәшәргә теләмәйем. Үҙ-үҙемә ҡул һалыу теләге тыуғанда, Изге Яҙма миңә ярҙам итә аламы?» (интернет-мәҡәлә)

a Йәһүә яралы күңеллеләр өсөн бик ҡайғыра (Зәбур 34:18). Ул кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәрә алған хистәрен, әрнеү тойғоларын бик яҡшы аңлай һәм ярҙам итергә теләй. Алла ундай хистәр тыуҙырған уйҙарҙы еңер өсөн көс бирә ала. Был хаҡта күберәк белер өсөн ошо дәрестең «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкалағы «Мин йәшәргә теләмәйем. Үҙ-үҙемә ҡул һалыу теләге тыуғанда, Изге Яҙма миңә ярҙам итә аламы?» тигән мәҡәләне уҡы.

b Ҡасандыр аборт яһаған ҡатынға ғәйеп тойғоһонан ғазапланырға кәрәкмәй. Йәһүә уны кисерә ала. Был хаҡта ошо дәрестең «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкалағы «Изге Яҙмала аборт тураһында нимә әйтелә?» тигән мәҡәләлә күберәк мәғлүмәт табып була.