Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ДӘРЕС

Ғайса Мәсих кем ул?

Ғайса Мәсих кем ул?

Ғайса — тарихтағы иң күренекле кешеләрҙең береһе. Шулай ҙа күптәр уның тураһында исеменән башҡа бер ни белмәй тиерлек. Ғайсаның ысынында кем булғаны тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Ә Изге Яҙмала уның хаҡында нимә әйтелә?

1. Ғайса Мәсих кем ул?

Ғайса — ул күктә йәшәгән ҡеүәтле фәрештә. Йәһүә Алла уны барыһынан алда барлыҡҡа килтергән. Шуға күрә Изге Яҙмала ул «яратылғандарҙың беренсеһе» тип атала (Колосстарға 1:15, ЯДТ). Ғайса шулай уҡ Алланың «берҙән-бер Улы» a тип тә атала, сөнки уны ғына Алла үҙе барлыҡҡа килтергән (Яхъя 3:16). Ғайса, Атаһына бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерергә ярҙам итеп, уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30-ҙы уҡы.) Ғайсаны Йәһүә менән яҡын, йылы мөнәсәбәттәр бәйләй. Ул, Алла исеменән һөйләп, башҡаларға уның хәбәрҙәрен һәм күрһәтмәләрен еткерә, шуға күрә «Һүҙ» тип атала (Яхъя 1:14).

2. Ғайса ергә ни өсөн килгән?

2 000 йыл самаһы элек Йәһүә, изге рухы ярҙамында мөғжизә ҡылып, Ғайсаның ғүмерен күктән Мәрйәм исемле ғиффәтле ҡыҙҙың ҡарынына күсергән. Шулай итеп Ғайса кеше булып тыуған. (Лука 1:34, 35-те уҡы.) Ул ергә вәғәҙә ителгән Мәсих булыр өсөн һәм кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн килгән b. Изге Яҙмалағы Мәсихкә ҡағылышлы бөтә пәйғәмбәрлектәр Ғайсала үтәлгән. Бының ярҙамында кешеләр Ғайсаның «Мәсих, мәңге тере Алланың Улы» икәнен билдәләй алған (Матфей 16:16).

3. Ғайса хәҙер ҡайҙа?

Ерҙәге тормошо тамамланғас, Ғайса фәрештә булып терелтелгән һәм кире күккә, Алла янына ҡайтҡан. «Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде», — тиелгән Инжилдә (Филиптарға 2:9). Хәҙер Ғайса — Йәһүәнән һуң икенсе шәхес, һәм ул ҙур хакимлыҡҡа эйә.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Ғайсаның ысынында кем булғанын һәм уның хаҡында белем алыу ни тиклем мөһим икәнен ҡарап сыҡ.

4. Ғайса Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла түгел

Изге Яҙмала, Ғайса — күктәге ҡеүәтле фәрештә, тип әйтелһә лә, ул үҙенең Аллаһы һәм Атаһы Йәһүәгә буйһона. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм Ғайсаның Алланан нимә менән айырылып торғанын бел.

Түбәндәге аяттар Йәһүә менән Ғайса араһындағы айырманы күрергә ярҙам итә. Һәр аятты уҡы һәм һорауҙарға яуап бир.

Лука 1:30—32-не уҡы.

  • Фәрештәнең ниндәй һүҙҙәренән Йәһүә менән Ғайсаның тиң булмағаны күренә?

Матфей 3:16, 17-не уҡы.

  • Ғайса һыуға сумдырылғас, күктән яңғыраған тауыш нимә тигән?

  • Һинеңсә, был кемдең тауышы булған?

Яхъя 14:28-ҙе уҡы.

  • Кем олораҡ һәм кем ҙурыраҡ хакимлыҡҡа эйә? Атай кешеме йә уның улымы?

  • Ғайсаның Йәһүәне «Атам» тип атауы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Яхъя 12:49-ҙы уҡы.

  • Ғайса үҙен һәм Атаһын бер үк шәхес тип һанағанмы? Ә һин был хаҡта нимә уйлайһың?

5. Ғайсаның Мәсих икәнлеген раҫлаған дәлилдәр

Изге Яҙмала Мәсих хаҡында, йәғни Алла кешелекте ҡотҡарыр өсөн һайлаған шәхес тураһында, күп пәйғәмбәрлектәр бар. Был пәйғәмбәрлектәр кешеләргә Мәсихте билдәләргә ярҙам иткән. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм Ғайсала үтәлгән ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәр менән таныш.

Изге Яҙмалағы был пәйғәмбәрлектәрҙе уҡы һәм һорауҙарға яуап бир.

Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейеш булғанын белер өсөн, Миҡай 5:2-не уҡы c.

  • Был пәйғәмбәрлек Ғайсала үтәлгәнме? (Матфей 2:1).

Изге Яҙмала Мәсихтең үлеме тураһында алдан нимә әйтелгәнен белер өсөн, Зәбур 34:20 һәм Зәкәриә 12:10-ды уҡы.

  • Был пәйғәмбәрлектәр үтәлгәнме? (Яхъя 19:33—37).

  • Нисек уйлайһың, Ғайса был пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлешенә тәьҫир итә алғанмы?

  • Һинеңсә, был Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбатлаймы?

6. Ғайса тураһында белеү беҙгә файҙа килтерә

Изге Яҙманан күренеүенсә, Ғайса һәм уның роле тураһында белем алыу бик мөһим. Яхъя 14:6 һәм 17:3-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн Ғайса тураһында белем алыу мөһим?

Ғайса Алла менән дуҫлыҡҡа юл асҡан. Ул Йәһүә тураһында хәҡиҡәткә өйрәткән, һәм уның аша беҙ мәңгелек тормошҡа эйә була алабыҙ

ҠАЙҺЫ БЕР КЕШЕЛӘР БЫЛАЙ ТИ: «Йәһүә шаһиттары Ғайсаны Алла Улы тип һанай. Әммә Алланың улы булыуы мөмкин түгел».

  • Һин быға нимә тип яуап бирер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Ғайса — ҡеүәтле фәрештә. Ул — Алланың Улы һәм Мәсих.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Ғайса «яратылғандарҙың беренсеһе» тип аталған?

  • Ергә килгәнгә тиклем, Ғайса нимә эшләгән?

  • Ғайсаның Мәсих икәнлеген беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Ғайсаның ысынлап та Мәсих булыуы тураһында күберәк бел.

«Мәсихкә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәр Ғайса пәйғәмбәрҙә үтәлгәнме?» (интернет-мәҡәлә)

Изге Яҙмала, Алла тура мәғәнәлә Ғайсаның атаһы булып киткән, тип әйтеләме?

«Ни өсөн Ғайса Мәсих Алланың Улы тип аталған?» (интернет-мәҡәлә)

Троица тәғлимәтенең Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгәнен бел.

«Ғайса Мәсих Алламы?» («Күҙәтеү манараһы», 2009 йыл, 1 апрель)

Изге Яҙмала Ғайса Мәсих тураһында нимә әйтелгәнен белгәс, бер ҡатындың тормошо нисек үҙгәргән?

«Йәһүд ҡатыны ни өсөн үҙ динен яңынан ҡарап сыҡҡаны хаҡында һөйләй» («Уянығыҙ!», 2013 йыл, май)

a Изге Яҙма, Аллаһы Тәғәлә тура мәғәнәлә атай булып киткән, тип өйрәтмәй.

b 26-сы һәм 27-се дәрестәрҙә ни өсөн кешеләрҙе ҡотҡарырға кәрәк булғаны һәм Ғайсаның быны нисек эшләгәне аңлатыла.

c Мәсихтең ергә ҡасан килергә тейешлеге хаҡында 2-се ҡушымтала әйтелә.