Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү


Был курс нисек төҙөлгән?

Был курс нисек төҙөлгән?

Тәүҙә өйрәнеү курсының нисек үткәрелгәнен ҡарап сыҡ һәм шунан ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.

БЕРЕНСЕ ӨЛӨШ

Өйрәнеүгә әҙерләнгәндә, дәрестең беренсе өлөшөн уҡы. Ҡалын шрифт менән яҙылған һорауҙар (А) һәм Изге Яҙмалағы аяттар (Б) төп фекерҙәрҙе асыҡлай. Иғтибар ит, ҡайһы бер аяттар «уҡы» тип билдәләнгән.

ИКЕНСЕ ӨЛӨШ

«Күберәк бел» (В) тигән өҫтәмә исем аҫтында килтерелгән фекерҙәр артабанғы фекер алышыуға йүнәлтә. Был өлөштәге пункттар (Г) уҡытыусы менән фекер алышыу өсөн тәғәйенләнгән. Уның менән бергә Изге Яҙмалағы аяттарҙы уҡығыҙ, һорауҙар буйынса фекер алышығыҙ һәм видеояҙмаларҙы ҡарағыҙ.

ВИДЕОЯҘМА тигән рамка һине текста телгә алынған видеояҙмаға йүнәлтер. Ҡайһы бер видеояҙмаларҙа тормоштан алынған осраҡтар күрһәтелә. Башҡалары, сәхнәләштерелгән булһа ла, тормошта була алған хәлдәрҙе һүрәтләй.

Рәсемдәргә һәм уларға килтерелгән яҙыуҙарға (Ғ) иғтибар итегеҙ. «Ҡайһы берәүҙәр былай ти» (Д) тигән рамкалағы һорауға нисек яуап биреп булғаны тураһында уйланығыҙ.

ӨСӨНСӨ ӨЛӨШ

Дәрес «Төп фекер» һәм «Ҡабатлау» тигән рамкалар (Ҙ) менән тамамлана. Дәрес тамамланғас, датаны яҙып ҡуй. «Маҡсаттар» (Е) тигән рамка белгәндәреңде тормошта ҡулланырға ярҙам итер. «Өҫтәмә мәғлүмәт» (Ж) тип аталған рамкала һин өҫтәмә мәҡәләләр һәм видеояҙмалар табырһың.

Йөкмәтке

1-се өлөш

2-се өлөш

3-сө өлөш

4-се өлөш

Ҡушымталар

Изге Яҙмалағы аяттарҙы нисек табырға?

Изге Яҙма — 66 китаптан торған йыйынтыҡ. Ул ике өлөштән тора: Еврей-арамей Яҙмалары (Тәүрат, Зәбур һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары) һәм Грек Яҙмалары (Инжил).

Һылтанмала Изге Яҙмалағы китап (А), шунан бүлек (Б) һәм аят (йә аяттар) (В) килтерелә.

Мәҫәлән, 2 Тимофейға 3:2 шуны аңлата: Тимофейға яҙылған 2-се хатты, 3-сө бүлекте, 2-се аятты асырға кәрәк.