Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Нисек Алланың дуҫы булырға?

Нисек Алланың дуҫы булырға?

35-СЕ ДӘРЕС

Нисек Алланың дуҫы булырға?

Шәхси фажиғә кисергәндән һуң Джереми Алла менән дуҫлыҡтың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлаған. Ул былай тип һөйләй: «Миңә 12 йәш булғанда, атайым беҙҙе ташлап китте. Бер ваҡыт төндә доға ҡылып, мин Йәһүәгә, атайымды кире ҡайтар, тип ялбарҙым».

Төшөнкөлөккә бирелеп, Джереми Изге Яҙма уҡый башлаған. Зәбур 10:14-кә килеп еткәс, ундағы һүҙҙәр уға бик ныҡ тәьҫир иткән. Унда Йәһүә тураһында былай тиелгән: «Меҫкен һиңә ялбара. Һин — атайһыҙ йәтимгә ярҙамсы». Джереми былай тип иҫенә төшөрә: «Йәһүә, миңә өндәшеп, хәҙер мин — һинең ярҙамсың, мин — һинең Атайың, тип әйткәндәй булды. Унан да яҡшыраҡ атайҙың булыуы мөмкинме ни?»

ҺИНЕҢ хәлең Джеремиҙыҡына оҡшашмы-юҡмы, Йәһүә һинең үҙенең дуҫы булыуыңды теләй. Изге Яҙмала: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тип әйтелә (Яҡуб 4:8). Бының нимә аңлатҡаны тураһында уйлап ҡара. Һин Йәһүәне күрмәһәң дә (һәм, әлбиттә, ул һинең йәштәшең түгел), ул һине үҙенең дуҫы булырға саҡыра.

Әммә, Алланың дуҫы булыр өсөн, тырышлыҡ һалырға кәрәк. Күҙ алдыңа килтер, һин өйҙә гөл үҫтерәһең, ти. Әлбиттә, ул үҙенән-үҙе үҫмәй. Сәскә атһын өсөн, уға һыу һибеп, ашлап торорға кәрәк. Алла менән дуҫлыҡҡа килгәндә лә шулай уҡ. Уның менән нисек дуҫлашырға?

Изге Яҙма өйрәнеүҙең әһәмиәте

Дуҫлыҡ — ул һәр ваҡыт ике яҡлы мөнәсәбәт. Аралашҡанда дуҫтар һөйләй ҙә, тыңлай ҙа. Алла менән дуҫлыҡҡа килгәндә лә шулай. Изге Яҙманы уҡығанда һәм өйрәнгәндә, Алланың беҙгә әйтергә теләгән һүҙҙәрен тыңлайбыҙ (Зәбур 1:2, 3).

Эйе, өйрәнеү һинең яратҡан шөғөлөң булмаҫҡа мөмкин. Бәлки, һиңә күберәк телевизор ҡарау, уйын уйнау, дуҫтарың менән ваҡыт үткәреү оҡшайҙыр. Әммә Алла менән бүтән бер нисек тә дуҫлашып булмай. Уның Һүҙен өйрәнеп, уны тыңларға кәрәк.

Шулай ҙа, борсолма: Изге Яҙманы өйрәнеү һис тә тағы бер йөк түгел. Хатта китап уҡырға яратмаһаң да, һин өйрәнеүҙән шатлыҡ таба алаһың. Иң беренсе Изге Яҙманы өйрәнер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуй. «Минең графигым бар, — ти Лайш исемле бер ҡыҙ. — Һәр иртә мин иң тәүҙә Изге Яҙманан бер бүлек уҡыйым». 15 йәшлек Марияның бүтән график. «Йоҡлар алдынан мин һәр ваҡыт әҙерәк Изге Яҙма уҡыйым», — ти ул.

График буйынса уҡый башлар алдынан « Изге Яҙманы тикшер» тигән рамканы ҡара. Шунан Алла Һүҙен өйрәнеүгә ҡасан 30 минут тирәһе бүлә алғаныңды аҫтараҡ яҙып ҡуй.

․․․․․

График — эштең башы ғына. Өйрәнергә ултырғас, һин Изге Яҙманың етди һәм тәрән китап икәнен, уны уҡыу бик үк еңел түгел икәнен күрерһең. Бәлки, һин 11 йәшлек Джезриел исемле малай менән ризалашырһың, ул: «Изге Яҙманың ҡайһы бер урындары ауыр уҡыла һәм ҡыҙыҡ түгел», — тип таный. Ләкин бирешмә! Изге Яҙманы өйрәнеүгә, дуҫың Йәһүә Алланы тыңлау мөмкинлеге, тип ҡара. Ахыр сиктә Изге Яҙманы өйрәнеүең ни тиклем ҡыҙыҡлы һәм уңышлы булыуы һинең үҙеңдән тора!

Доғаның мөһимлеге

Доға — ул Алла менән һөйләшеү. Уйлап ҡына ҡара, ниндәй иҫ киткес мөмкинлек бүләк иткән һиңә Алла! Һин уға көндөҙ ҙә, төндә лә — ҡасан теләйһең, шул ваҡытта мөрәжәғәт итә алаһың. Йәһүә Алла һине тыңларға һәр ваҡыт әҙер. Улай ғына ла түгел, ул һине тыңларға теләй. Шуға күрә Изге Яҙма беҙҙе: «Доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ», — тип дәртләндерә (Филиптарға 4:6).

Был аяттан күренеүенсә, Йәһүә менән күп нәмә тураһында һөйләшеп була. Был һинең проблемаларың һәм борсолоуҙарың булырға мөмкин. Шулай уҡ Аллаға күп нәмә өсөн рәхмәт әйтергә була. Әгәр дуҫың һиңә берәй яҡшылыҡ эшләһә, һин уға рәхмәт әйтмәҫ инеңме әллә? Әммә бер дуҫ та һиңә бер ҡасан да Йәһүә эшләгән тиклем яҡшылыҡ эшләй алмаясаҡ. Уға рәхмәт әйтергә кәрәкмәйме ни? (Зәбур 106:1).

Йәһүәгә үҙеңдең нимә өсөн рәхмәтле булғаныңды аҫҡа яҙып ҡуй.

․․․․․

Һис шикһеҙ, ваҡыт-ваҡыт һине ниндәйҙер ҡурҡыуҙар һәм борсоуҙар баҫа. Зәбур 55:22-лә былай тиелә: «Үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал, һәм ул һиңә ярҙам итер. Тәҡүә кешегә ул бер ҡасан да йығылырға бирмәҫ».

Иң беренсе ниндәй шәхси борсолоуҙарың тураһында доға ҡылырға теләгәнеңде яҙып ҡуй.

․․․․․

Шәхси тәжрибә

Алла менән дуҫлыҡ тағы бер нәмәне үҙ эсенә ала. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт: «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ», — тип яҙған (Зәбур 34:8). 34-се мәҙхиәне яҙыр алдынан Дауыттың ғүмере бер нисә мәртәбә ҡыл өҫтөндә булған. Ул үҙен үлтерергә теләгән Саул батшанан ҡасып йөрөгән. Шунан уға дошмандар — пелештиҙәр араһында йәшенергә тура килгән. Ҡотолғоһоҙ үлем янағанда, ул аҡылдан яҙған кеше булып ҡыланған һәм мөғжизә менән ҡотолоп ҡалған (1 Самуил 21:10—15).

Ләкин Дауыт, үҙ зирәклегем арҡаһында ҡотолдом, тип уйламаған. Ул Йәһүәне данлаған. Шул уҡ мәҙхиәлә ул: «Мин Йәһүәгә доға ҡылдым, һәм ул миңә яуап бирҙе, бөтә ҡурҡыуҙарымдан арындырҙы», — тип яҙған (Зәбур 34:4). Шуға күрә, шәхси тәжрибәһенән сығып, Дауыт башҡаларҙы: «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ», — тип өгөтләй алған.

Һин Йәһүәнең үҙең тураһында ҡайғыртыуын күрһәткән берәй осраҡты иҫеңә төшөрә алаһыңмы? Шуның тураһында аҫта яҙып ҡуй. Был ниндәйҙер ғәжәйеп хәл булмаҫҡа ла мөмкин. Бәлки, был көн дә була алған, тейешле нәмә кеүек ҡабул ителгән ябай ғына бер фатихалыр.

․․․․․

Бәлки, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә һине ата-әсәйең өйрәткәндер. Әгәр шулай икән, быны ҡәҙерлә. Шулай ҙа һинең үҙеңә Алла менән дуҫлашырға кәрәк. Ошо бүлек һиңә беренсе аҙымды яһарға ярҙам итер, ә Йәһүә тырышлыҡтарыңды фатихалар. Изге Яҙмала: «Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ», — тип әйтелә (Матфей 7:7).

ТӨП АЯТ

«Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы» (Матфей 5:3).

КӘҢӘШ

Көн һайын Изге Яҙманан дүрт бит тирәһе уҡы, һәм бер йылдан һуң һин уны уҡып бөтөрһөң.

ҺИН БЕЛӘҺЕҢМЕ?

Әгәр ҙә һин Изге Яҙманы өйрәнәһең һәм ундағы кәңәштәргә ҡолаҡ һалаһың икән, тимәк, Йәһүә һинең менән ҡыҙыҡһына (Яхъя 6:44).

ПЛАН ТӨҘӨ!

Изге Яҙманы шәхси өйрәнеүҙән күберәк файҙа алыр өсөн, мин ․․․․․

Йышыраҡ доға ҡылыр өсөн, мин ․․․․․

Ата-әсәйемә бирергә теләгән һорауҙар: ․․․․․

ҺИН НИСЕК УЙЛАЙҺЫҢ?

● Нисек Изге Яҙма өйрәнеүеңде ҡыҙығыраҡ итергә?

● Ни өсөн Йәһүә Алла гонаһлы кешеләрҙең доғаларын тыңларға теләй?

● Доғаларыңды нисек яҡшыртырға?

[Өҫтәмә текст]

«Элегерәк минең доғаларым бер төрлө була торғайны. Хәҙер мин Йәһүәгә көн дауамында үҙем менән булған яҡшы һәм насар нәмәләр тураһында һөйләргә тырышам. Ике бер төрлө көн булмай, шуға күрә доғаларым да бер төрлө түгел» (Эва).

[Рамка/Иллюстрация]

 Изге Яҙманы тикшер

1. Изге Яҙманан үҙең уҡырға теләгән берәй өҙөктө һайла. Материалды аңлар өсөн, зирәклек һорап доға ҡыл.

2. Иғтибар менән уҡып сыҡ. Ашыҡма. Уҡығандарыңды күҙ алдына килтер һәм тулыһынса шул ваҡыттағы мөхиткә сум. Үҙең шунда булғандай, һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы күрергә, тауыштарҙы ишетергә, еҫтәрҙе һиҙергә, аҙыҡтың тәмен тойорға тырыш. Шулай итеп был ваҡиғаларҙы йәнләндереп ебәр!

3. Уҡығандарың тураһында уйлан. Үҙеңә ошондай һорауҙар бир:

● Ниңә Йәһүә был өҙөктө үҙенең Һүҙенә индергән?

● Кем беҙҙең өсөн — үрнәк, ә кем киҫәтеү булып тора?

● Уҡығандарымдан нимәгә өйрәнә алам?

● Ошо өҙөктән мин Йәһүә һәм уның төрлө шарттарҙа нисек эш иткәне тураһында нимә белдем?

4. Йәһүәгә ҡыҫҡаса доға ҡыл. Уға Изге Яҙма өйрәнгәндә нимә белгәнеңде һәм быны тормошоңда нисек ҡулланырға йыйынғаныңды әйт. Йәһүәгә һиңә биргән бүләге — Изге Яҙма өсөн рәхмәт әйтергә онотма!

[Иллюстрация]

«Һинең һүҙең аяҡтарыма — яҡтыртҡыс, юлыма — яҡтылыҡ» (Зәбур 119:105).

[Рамка/Иллюстрация]

Тәүҙә таштар — шунан ҡом

Доға ҡылырға һәм Изге Яҙма өйрәнергә ваҡытың юҡмы? Йыш ҡына был нимәгә өҫтөнлөк биреүеңә бәйле.

Эксперимент үткәр. Күнәккә бер нисә ҙур таш һал. Шунан ҡалған урынын ҡом менән тултыр. Күнәккә таштар ҙа, ҡом да һыйҙы.

Хәҙер күнәкте бушат та яңынан тултыр, тик тәүҙә ҡом, шунан таштарҙы һал. Нимә, таштар һыймаймы? Сөнки һин был юлы башта ҡом һалдың.

Ниндәй һығымта яһап була? Изге Яҙма «иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» тигән кәңәш бирә (Филиптарға 1:10). «Ҡомға», мәҫәлән, күңел асыуға өҫтөнлөк бирһәң, рухи эштәргә ваҡытың ҡалмаясаҡ. Әгәр «иң яҡшылар», йәғни мөһим нәмәләргә өҫтөнлөк бирһәң, Алла Батшалығына ла, ял һәм күңел асыуға ла ваҡыт табырһың. Барыһы ла күнәккә тәүҙә нимә һалыуыңа бәйле!

[Иллюстрация]

Алла менән дуҫлыҡ гөл кеүек. Ул үҫһен өсөн, уның тураһында ҡайғыртырға кәрәк