БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Ғаилә бәхетенең сере бармы?
1. Ни өсөн ныҡлы ғаиләләр кеше йәмғиәте өсөн әһәмиәтле?
ҒАИЛӘ — ерҙәге бик боронғо ҡоролош, һәм ул кеше йәмғиәтендә мөһим урын биләй. Тарих дауамында ныҡлы ғаиләләр йәмғиәттең көсө булып торған. Баланы етлеккән кеше итеп тәрбиәләр өсөн ғаиләнән дә яҡшыраҡ урын юҡ.
2—5. а) Бәхетле ғаиләлә баланың үҙен ни ҡәҙәр хәүефһеҙ тойғанын тасуирлап бирегеҙ. б) Ҡайһы бер ғаиләләрҙә ниндәй проблемалар күҙәтелә?
2 Бәхетле ғаилә — ул тыныслыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөргән ышыҡ урын. Бер минутҡа өлгөлө ғаиләне күҙ алдына килтерәйек. Ҡайғыртыусан атай һәм әсәй киске аш ваҡытында балалары менән көн дауамында булған ваҡиғалар хаҡында әңгәмәләшеп ултыра. Балалар ата-әсәһенә бер-береһен бүлә-бүлә мәктәптә булған хәлдәр тураһында һөйләй. Бергә ял итеп, һәр береһе тыуаһы көнгә көс йыя.
3 Бәхетле ғаиләләге бала шуны белә: әгәр ул ауырып китһә, атаһы менән әсәһе уның хаҡында мотлаҡ ҡайғыртасаҡ, кәрәк икән, төнө буйы алмашлап уның янында ултырасаҡ. Бала, ата-әсәһенә ниндәй генә проблема менән мөрәжәғәт итһә лә, кәңәш һәм нығытыу аласағына ышана. Был донъя хәүеф-хәтәр менән тулы булһа ла, өйҙә бала үҙен тыныслыҡта тоя.
4 Үҫеп еткәс, балалар, ғәҙәттә, никахҡа инеп үҙ ғаиләһен ҡора. Башҡорт телендәге бер мәҡәлдә былай тиелә: «Ата-инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең». Яратыу һәм тәрән рәхмәт тойғоһонан сығып, үҫеп еткән балалар үҙ ғаиләһен бәхетле итергә тырыша һәм инде олоғайған, ейән-ейәнсәрҙәре менән аралашыуға шатланған ата-әсәһе хаҡында ҡайғырта.
5 Һеҙ уйлап ҡуйғанһығыҙҙыр: «Мин үҙ ғаиләмде яратам, әммә ул бында тасуирланған ғаиләгә бер ҙә оҡшамаған. Иптәшем менән эш графиктарыбыҙ төрлө, беҙ күрешмәйбеҙ тиерлек. Ә аралашҡанда, беҙ күбеһенсә аҡса тураһында һөйләшәбеҙ». Йә һеҙ былай тип әйтәһегеҙҙер: «Балаларым һәм ейән-ейәнсәрҙәрем башҡа ҡалала йәшәй, улар менән бер нисек тә күрешеп булмай». Эйе, кешенең үҙенә бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында күптәрҙең ғаилә тормошон өлгөлө тип атап булмай. Шулай ҙа ҡайһы бер ғаиләләр бәхетле тормош алып бара. Нисек итеп? Ғаилә бәхетенең сере бармы? Эйе, бар. Әммә уны белер алдынан, мөһим бер һорауға яуап табайыҡ.
ҒАИЛӘ НИМӘ УЛ?
6. Был китапта һүҙ ниндәй ғаиләләр хаҡында барасаҡ?
6 Көнбайышта ғаиләләрҙең күбеһе атай, әсәй һәм балаларҙан тора. Олатай-өләсәйҙәр хәлдәренән килгәнсе айырым йәшәргә тырыша. Ғаилә алыҫ туғандары менән бәйләнеш тотһа ла, уларға ҡарата бурыстары сикле. Был китапта һүҙ башлыса шундай ғаиләләр хаҡында барасаҡ. Әммә һуңғы йылдарҙа башҡа төрлө ғаиләләр күбәйҙе. Мәҫәлән, тулы булмаған ғаиләләр, айырылышҡандан һуң ҡоролған ғаиләләр һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ир менән ҡатын айырым йәшәгән ғаиләләр.
7. Ниндәй ғаиләне ҙур ғаилә тип атап була?
7 Ҡайһы бер халыҡтарҙа ҙур ғаилә булып йәшәү киң таралған. Ундай ғаиләләрҙә көндәлек тормошта олатай-өләсәй хаҡында балалары ҡайғырта. Шулай уҡ ғаилә алыҫ туғандары менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм уларға ҡарата ла бурыслы. Мәҫәлән, ғаилә ағзалары бер туғандарының улдарын һәм ҡыҙҙарын йә хатта унан да алыҫыраҡ булған туғандарын тәрбиәләй, уларға ярҙам итә һәм уларҙың уҡыуҙары өсөн түләүе лә мөмкин. Был китапта ҡаралған принциптар ошондай ҙур ғаиләләргә лә ҡағыла.
ҒАИЛӘ ҠУРҠЫНЫС АҪТЫНДА
8, 9. Ниндәй проблемалар ғаилә тормошо үҙгәрә барғанын күрһәтә?
8 Бөгөн ғаилә тормошо үҙгәрә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҙә яҡшы яҡҡа түгел. Мәҫәлән, Һиндостанда ҡатын үҙ иренең ғаиләһе менән йәшәй һәм өйҙә иренең туғандары күҙәтеүе аҫтында эшләй. Әммә беҙҙең көндәрҙә һинд ҡатындарының йорттан ситтә эш эҙләүе бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Шулай булһа ла, күрәһең, уларҙан өйҙә лә үҙ бурыстарын үтәү көтөлә. Күп илдәрҙә, әгәр ҡатын-ҡыҙ берәй ерҙә эшләһә, ғаиләнең башҡа ағзаларынан айырмалы рәүештә, ул өйҙә ниндәй эштәр эшләргә тейеш, тигән һорау тыуа.
9 Көнсығыш илдәрендә туғанлыҡ ептәре менән ныҡ бәйләнгән ҙур ғаиләләр — ғәҙәти хәл. Әммә Көнбайыштың бойондороҡһоҙлоғо һәм иҡтисади проблемалар баҫымы арҡаһында ҙур ғаиләләрҙең һаны кәмей бара. Шуға күрә күптәр олоғайған туғандары хаҡында ҡайғыртыуҙы бурыс ҡайтарыу йәки хөрмәт күрһәтеү тип түгел, ә йөк тип һанай. Ҡайһы берәүҙәр олоғайған ата-әсәләре менән рәхимһеҙ мөғәмәлә итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олоғайған кешеләргә ҡарата шундай ихтирамһыҙ мөғәмәлә күп илдәрҙә күҙәтелә.
10, 11. Европа илдәрендә ғаилә тормошо үҙгәреүен ниндәй факттар күрһәтә?
10 Айырылышыу бөгөн киң ҡолас ала. Испанияла 1960-сы йылдарҙа һәр 100 ғаиләнең береһе генә тарҡалған булһа, 1990-сы йылдарҙың башында һәр 100 ғаиләнең 12 тарҡалған. Бөйөк Британияла, иҫәпләүҙәр буйынса, Европала айырылышыуҙар иң күп булған илдә (10 никахтың 4 тарҡала), тулы булмаған ғаиләләрҙең һаны артҡандан-арта бара.
11 Германияла күп кенә кеше, законлы никахҡа инеү кәрәк түгел, тип һанай. 1990-сы йылдарҙан башлап яңғыҙ йәшәгән кешеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Францияла йәшәүселәр ҙә никахҡа һирәгерәк инә, ә никахта тороусылар элеккегә ҡарағанда йышыраҡ һәм тиҙерәк айырылыша. Рәсми никахҡа инеп тормай йәшәргә теләүселәрҙең дә һаны арта бара. Улар үҙ өҫтөнә ғаилә бурыстарын алмай ғына йәшәүҙе һайлай. Бындай хәл бөтә донъя буйынса күҙәтелә.
12. Балалар хәҙерге ғаиләләрҙә булған үҙгәрештәрҙе нисек кисерә?
12 Ә балалар был хәлде нисек кисерә? Ҡушма Штаттарҙа һәм башҡа илдәрҙә йыш ҡына никахһыҙ балалар тыуа, һәм был балаларҙың ата-әсәләре үҙҙәре лә әле үҫмер генә. Күп кенә ундай үҫмер әсәләрҙең балалары — төрлө ир-егеттәрҙән. Бөтә донъянан килгән отчеттар буйынса, миллионлаған берәҙәк бала урамда йөрөй; уларҙың күбеһе ғаиләләге аяуһыҙ мөғәмәлә арҡаһында өйҙән ҡасҡан, башҡаларын иһә, ата-әсәләре тәьмин итә алмағанға, өйҙән ҡыуып сығарған.
13. Ғаиләләр ниндәй киң таралған проблемаларҙан интегә?
13 Эйе, бөгөн ғаилә көсөргәнешле хәл кисерә. Өҫтә әйтелгәндәрҙән тыш, күп кенә ғаиләләр бындай ҡурҡыныс проблемалар арҡаһында интегә: үҫмерҙәр ата-әсәләренә ҡаршы сыға, ата-әсәләр балалары менән аяуһыҙ мөғәмәлә итә, ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарата көс ҡуллана. Быға эскеселек һәм башҡа шундай проблемалар өҫтәлә. Ундай ғаилә балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бер ҙә һыйыныу урыны түгел.
14. а) Күптәрҙең уйлауы буйынса, ни өсөн ғаилә шундай ауыр хәл кисерә? б) Беренсе быуатта йәшәгән бер ҡанун белгесе бөгөнгө донъяны нисек тасуирлаған, һәм уның әйткән һүҙҙәренең үтәлеүе ғаилә тормошона нисек тәьҫир итә?
14 Ни өсөн ғаилә шундай ауыр хәл кисерә? Күптәр был көсөргәнеш, ҡатындарҙың, өйҙә ултырмай, эшкә сығыуы менән бәйле, тип уйлай. Башҡалар бөгөнгө көндә киң таралған әхлаҡи тарҡалыуға һылтана. Бынан башҡа сәбәптәр ҙә бар. Киләсәктә ғаиләнең күп ауырлыҡтар кисерәсәген күҙ уңында тотоп, бер билдәле ҡанун белгесе ике мең йыл самаһы элек былай тип яҙған: «Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән ...кешеләр артыр» (2 Тимофейға 3:1—5). Был һүҙҙәрҙең беҙҙең көндәрҙә үтәлеүенә берәйһе шикләнәме ни? Ундай шарттар хөкөм һөргән донъяла ғаиләләрҙең күбеһенең көсөргәнеш кисереүе бер ҙә ғәжәп түгел.
ҒАИЛӘ БӘХЕТЕНЕҢ СЕРЕ
15—17. Ошо китапта ғаилә бәхетенең серен асыҡлаған ниндәй абруйлы сығанаҡҡа иғтибар ителер?
15 Ғаилә бәхетенә ирешеү тураһындағы кәңәштәр төрлө яҡтан яуа. Бөгөн ундай кәңәштәрҙең бөтмәҫ ағымын интернетта, журналдарҙа, китаптарҙа табып була. Әммә кешеләрҙең кәңәштәре бер-береһенә ҡаршы килергә мөмкин. Шуныһы ла бар: бөгөн яраҡлы тип һаналған кәңәштең иртәгәһе көнгә яраҡһыҙ булып китеүе ихтимал.
16 Улай булғас, ғаиләне бәхетле итер өсөн ышаныслы ҡулланманы ҡайҙан табырға һуң? Һеҙ 1900 йыл самаһы элек яҙылған китапҡа иғтибар итергә теләр инегеҙме? Әллә бындай китап һеҙгә ышанысһыҙ, иҫкергән булып тойолормо? Ошо китапта ғына ғаилә бәхетенең ысын сере асыла.
17 Ул — Изге Яҙма китабы. Был китаптың Алла тарафынан рухландырылған булыуы күп дәлилдәр менән раҫланған. Изге Яҙмала беҙ ошондай һүҙҙәр табабыҙ: «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы» (2 Тимофейға 3:16). Әле һеҙ уҡыған китап шул турала уйланырға дәртләндерер: Изге Яҙма һеҙгә, бөгөн күп ғаиләләр осрашҡан ауырлыҡтарҙы һәм проблемаларҙы еңеп, тормошоғоҙҙо яйға һалырға нисек ярҙам итә ала?
18. Ни өсөн Изге Яҙманы ғаилә тормошона ҡағылышлы кәңәштәр биргән абруйлы сығанаҡ тип атап була?
18 Әгәр ҙә һеҙ Изге Яҙманың ғаиләне бәхетле итә алыуына шикләнәһегеҙ икән, шул саҡта ни эшләргә? Ошо хаҡта уйлағыҙ: Изге Яҙманы яҙырға рухландырған Шәхес шулай уҡ Никахҡа нигеҙ һалыусы ла булып тора (Башланмыш 2:18—25). Изге Яҙмала, уның исеме Йәһүә, тип әйтелә (Зәбур 83:18). Ул — Барлыҡҡа килтереүсе, һәм «һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала» (Ефестарға 3:14, 15). Йәһүә ғаилә тормошон беренсе ғаиләне барлыҡҡа килтергәндән бирле күҙәтә. Ул ғаиләлә тыуа алған проблемаларҙы белә һәм уларҙы хәл итер өсөн кәңәштәр бирә. Тарих дауамында үҙ ғаиләләрендә ысын күңелдән Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланған кешеләр бәхетле тормош алып барған.
19—21. Бөгөнгө көндә ниндәй осраҡтар Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙең ғаиләлә килеп сыҡҡан проблемаларҙы сисергә ярҙам иткәнен күрһәтә?
19 Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Индонезияла йәшәгән бер хужабикә ҡомарлы уйындар менән мауығып киткән. Йылдар буйы ул өс балаһына иғтибар бүлмәгән, ире менән дә йыш бәхәсләшкән. Әммә һуңыраҡ ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған һәм Алла Һүҙендә яҙылғандарҙы уҡыған һыйын уның ышанысы үҫә барған. Белгәндәрен ҡулланып, ул яҡшы ҡатын булып киткән. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән принциптарҙы тырышып ҡулланыу уның бөтә ғаиләһенә бәхет килтергән.
20 Ә Испанияла йәшәгән бер хужабикә былай ти: «Етди проблемалар башланғанда, өйләнешеүебеҙгә бер генә йыл ине». Уның ире менән уртаҡ яҡтары әҙ булған, һәм улар аралашмағандар, тиһәң дә була, тик бәхәсләшкәндәр генә. Бәләкәй генә ҡыҙҙары булһа ла, улар айырылышырға хәл иткән. Ләкин быны эшләр алдынан, уларға Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итергә тәҡдим иткәндәр. Улар, Изге Яҙманан ирҙәргә һәм ҡатындарға ҡағылышлы кәңәштәрҙе өйрәнеп, уларҙы үҙ тормошонда ҡуллана башлаған. Тиҙҙән улар имен, татыу йәшәй башлаған, аралашырға өйрәнгән, һәм уларҙың бәләкәй генә ғаиләһе берләшкән.
21 Изге Яҙма оло йәштәге кешеләргә лә ярҙам итә. Япониялағы бер ғаиләнең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Был ғаиләләге ир ҡыҙыу, хатта ҡайһы берҙә ҡаты бәғерле булған. Уларҙың ҡыҙҙары, ата-әсәһенең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Һуңынан аталары ла өйрәнә башлаған, ә әсәләре һаман да ҡаршы булған. Ваҡыт үтеү менән әсәләре Изге Яҙмалағы принциптар өйҙәгеләренә яҡшы тәьҫир иткәнен күргән. Ҡыҙҙары әсәләренә ҡарата иғтибарлыраҡ булып киткән, ә аталарының холҡо күпкә йомшарған. Ундай үҙгәрештәр ҡатынды Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итергә дәртләндергән, һәм Изге Яҙма уны ла яҡшы яҡҡа үҙгәрткән. Был оло йәштәге ҡатын йыш ҡына: «Беҙ ысын мәғәнәлә бер-беребеҙгә тормош иптәше булып киттек», — тип ҡабатлай.
22, 23. Изге Яҙма нисек төрлө милләт кешеләренә ғаилә бәхетен табырға ярҙам итә?
22 Хәҙер инде был кешеләр ғаилә бәхетенең серен белгән күп кешеләр араһында, тип әйтеп була. Улар Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡабул иткән һәм ҡуллана башлаған. Улар ҙа башҡалар кеүек аяуһыҙ, әхлаҡһыҙ донъяла йәшәй һәм шулай уҡ матди яҡтан ауырлыҡтар кисерә. Бынан тыш, улар камил түгел. Шулай ҙа улар Никахҡа нигеҙ һалыусының ихтыярын үтәүҙә шатлыҡ таба. Изге Яҙмала Йәһүә Алла «һине файҙалы нәмәгә өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан һине алып барыусы Алла» тип атала (Ишағыя 48:17).
23 Изге Яҙма ике мең йыл самаһы элек яҙылған булһа ла, ундағы кәңәштәр бөгөнгө көндә лә ҡулланырлыҡ. Бынан тыш, ул бөтә кешеләр өсөн яҙылған. Изге Яҙма Американан йә көнбайыштан килгән китап түгел. Йәһүә «берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтер[гән]» һәм ул бар ерҙәге кешеләрҙең тәбиғәтен белә (Ғәмәлдәр 17:26). Изге Яҙмалағы принциптар бөтә кешеләр өсөн дә файҙалы. Әгәр шул принциптарҙы ҡулланһағыҙ, һеҙ ҙә ғаилә бәхетенең серен белерһегеҙ.