УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК
«Мин — Раббының хеҙмәтсеһе!»
1, 2. а) Мәрйәмдең өйөнә ингән ҡунаҡ уны нисек сәләмләй? б) Ниндәй мәғәнәлә Мәрйәмдең тормошо киҫкен үҙгәреш ала?
МӘРЙӘМ аптыраулы ҡарашын өйгә ингән ҡунаҡҡа төбәй. Ҡунаҡ атаһына ла, әсәһенә лә түгел, ә тап Мәрйәмдең үҙенә килгән! Ул назаралы кешеһенә бер ҙә оҡшамаған, сөнки бәләкәй генә ҡалала сит кешегә шунда уҡ иғтибар итәләр, ә бындай кешегә — бигерәк тә. Ҡунаҡ: «Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән!» — тиеп, Мәрйәмде бик ғәжәпләндерә. (Лука 1:26—28-ҙе уҡы.)
2 Шулай итеп Изге Яҙмаларҙа беҙ беренсе тапҡыр Мәрйәм — Галилеялағы Назара ҡалаһында йәшәгән Илийҙың ҡыҙы тураһында уҡыйбыҙ. Ниндәйҙер мәғәнәлә уның тормошо ошо мәлдән һуң киҫкен үҙгәреш ала. Мәрйәм балта оҫтаһы Йософҡа йәрәшелгән. Йософ бай булмаһа ла, Аллаға тоғро хеҙмәт иткән кеше булған. Мәрйәм, иремә ярҙам итеп, балалар үҫтереп ябай ғына тормош алып барырмын, тип уйлағандыр. Ләкин кинәт уның алдында таныш булмаған зат пәйҙә була һәм уға Алланың махсус йөкләмәһен еткерә. Был яуаплы йөкләмә Мәрйәмдең тормошон тулыһынса үҙгәртергә тейеш.
3, 4. Мәрйәм менән танышыр өсөн нимәгә иғтибар итмәҫкә, ә нимәне тикшереп сығырға кәрәк?
3 Күптәр Изге Яҙмаларҙа Мәрйәм тураһында бик аҙ мәғлүмәт булғанын белгәс, ғәжәпләнә. Унда уның сығышы тураһында әҙ әйтелә, холҡо хаҡында тағы ла әҙерәк, ә тышҡы ҡиәфәте тураһында бөтөнләй бер нәмә лә әйтелмәй. Шулай ҙа Алла Һүҙенән Мәрйәм тураһында күпте белеп була.
4 Мәрйәм тураһында төрлө риүәйәттәр киң таралған. Рәссамдар менән һынсылар уның тышҡы ҡиәфәтен төрлөсә һүрәтләй. Сиркәүҙәр был баҫалҡы ҡатынды «Алланың Әсәһе», «Күктәрҙәге Батшабикә» тигән юғары титулдар менән атай. Әммә, әйҙәгеҙ, ошоларҙың барыһына ла иғтибар итеп тормайынса, Мәрйәмдең ысынында ниндәй кеше булғанын белер өсөн, Изге Яҙмаларға мөрәжәғәт итәйек. Сөнки тик Алла Һүҙенән генә беҙ, Мәрйәмдең иманы хаҡында теүәл белем алып, уның үрнәгенә нисек эйәрә алғаныбыҙ тураһында белербеҙ.
Мәрйәм янына фәрештә килә
5. а) Ябраил фәрештәнең сәләмләү һүҙҙәрен ишеткәс, Мәрйәм нимә эшләй, һәм был уның тураһында нимәне асыҡлай? б) Мәрйәм миҫалынан беҙ үҙебеҙ өсөн ниндәй мөһим һабаҡ алабыҙ?
5 Мәрйәмгә килгән ҡунаҡ кеше түгел, ул — Ябраил фәрештә. Фәрештә Мәрйәмгә «Алланың мәрхәмәтен алыусы» тип өндәшкәс, Мәрйәм «аптырап ҡала» һәм ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырыша (Лука 1:29). Быларҙың барыһы Мәрйәм өсөн нимә аңлата? Ул хатта кешеләрҙән дә үҙенә ҡарата махсус мөнәсәбәт көтмәгән, ә фәрештә Йәһүә Алланың мәрхәмәте тураһында әйтә! Ысынлап та, Мәрйәм Алланың мәрхәмәтенә эйә булырға теләгән, әммә, маһайып, Алла мәрхәмәтен инде ҡаҙандым, тип йөрөмәгән. Йәш Мәрйәм беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк ҡалдырған. Әгәр беҙ, Алланың мәрхәмәтен ҡаҙанырға теләһәк, тәкәбберләнеп, үҙебеҙҙе ундай мәрхәмәткә инде эйә булған кеше итеп һанамаясаҡбыҙ. Эйе, Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарҙы ярата һәм уларға ярҙам итә (Яҡ. 4:6).
Мәрйәм үҙен Алла мәрхәмәтен инде ҡаҙанған кеше тип һанамаған
6. Фәрештә Мәрйәмгә ниндәй махсус йөкләмә еткерә?
6 Мәрйәмгә ундай баҫалҡылыҡ кәрәк, сөнки фәрештә уға ҙур хөрмәткә эйә булғаны һәм ерҙәге иң бөйөк кешенең әсәһе буласағы тураһында әйтергә йыйына. Ябраил: «Раббы Алла Уға [Мәрйәмдең улына] ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ» — ти (Лука 1:32, 33). Бер мең йылдан ашыу элек Алла Дауытҡа тоҡомдарының береһе мәңге идара итәсәк тигән вәғәҙә биргән булған. Мәрйәм был вәғәҙәне бик яҡшы белә (2 Иш. 7:12, 13). Тимәк, уның улы Алла халҡы инде йөҙәрләгән йылдар көткән Мәсих буласаҡ.
7. а) Мәрйәмдең һүҙҙәре уның тураһында нимәне асыҡлай? б) Бөгөн йәштәр Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала?
7 Бынан тыш, фәрештә, Мәрйәмдең балаһы «Аллаһы Тәғәләнең улы тип аталыр», ти. Ләкин ябай ғына ҡатын Алла Улын тыуҙыра аламы ни? Мәрйәм Йософҡа йәрәшелгән генә, ул бит уға әле кейәүгә сыҡмаған. Нисек инде ул бала тыуҙыра алһын? Шуға күрә Мәрйәм: «Минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит», — тип асыҡтан-асыҡ әйтә (Лука 1:34). Иғтибар итегеҙ: Мәрйәм үҙенең ғиффәтлелеге хаҡында бер ҙә оялмайынса әйтә. Киреһенсә, ул сафлығын ҡәҙерләй. Бөгөн иһә күп кенә йәштәр ғиффәтлелеккә башҡаса ҡарай, улар хатта ғиффәтлелеген һаҡлағандарҙан мыҫҡыллап көлә. Эйе, донъя ныҡ үҙгәргән. Әммә Йәһүә үҙгәрмәгән (Мал. 3:6). Ул үҙенең әхлаҡи нормаларын тотоп йәшәгәндәрҙе бөгөн дә юғары баһалай. (Еврейҙарға 13:4-те уҡы).
8. Камил булмаған Мәрйәм камил баланы нисек тыуҙыра алыр?
8 Мәрйәм Алланың тоғро хеҙмәтсеһе булһа ла, ул ни бары камил булмаған кеше генә. Улайһа, нисек ул камил бала тыуҙыра алһын? Ябраил аңлата: «Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр» (Лука 1:35). «Изге» тигән һүҙ таҙа, саф, мөҡәддәс тигәнде аңлата. Балалар үҙҙәренең камил булмаған ата-әсәләренән мираҫ итеп гонаһ ала. Ләкин был осраҡта Йәһүә мөғжизә эшләргә йыйына: ул үҙ улының ғүмерен күктән Мәрйәмдең ҡарынына күсерәсәк. Алланың эш итеүсе көсө, йәғни изге рухы Мәрйәмде «солғап алыр» һәм баланы гонаһтың һәр ҡайһы тәьҫиренән яҡлап торор. Мәрйәм фәрештәнең вәғәҙәһенә ышанырмы? Ул уға нимә тип яуап бирер?
Мәрйәмдең Ябраил фәрештәгә яуабы
9. а) Ни өсөн скептиктарҙың Мәрйәмгә ҡағылышлы шиктәре нигеҙһеҙ? б) Ябраил Мәрйәмдең иманын нисек нығыта?
9 Ҡайһы бер скептиктар, шул иҫәптән христиан теологтары, ғиффәтле ҡыҙҙың бала тыуҙыра алғанын шик аҫтына ҡуя. Уҡымышлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ябай ғына бер хәҡиҡәтте аңлай алмай. Ябраил әйткәнсә, «Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ» (Лука 1:37). Мәрйәм — иманы ныҡ булған йәш ҡыҙ Ябраилдың һүҙҙәренә ышанған. Шулай ҙа ул тиҙ ышаныусан кеше булмаған. Һәр аҡыллы кешегә кеүек, Мәрйәмгә лә ышаныу өсөн нигеҙ кәрәк булған. Ябраил уға шундай нигеҙ, йәғни дәлилдәр бирергә әҙер булған. Ул Алланың мөғжизәһе тураһында һөйләй: Мәрйәмдең оло йәшкә еткән һәм оҙаҡ ваҡыт бала тыуҙыра алмаған туғаны Әлисәбәт балаға уҙған!
10. Ни өсөн Мәрйәмгә бирелгән йөкләмәнең бер ауырлығы ла булмаған тип уйлау дөрөҫ түгел?
10 Мәрйәм хәҙер нимә эшләр? Алла уға махсус йөкләмә тапшырған. Уға Ябраил аша әйтелгәндәрҙең тормошҡа ашасағына дәлилдәр ҙә бирелгән. Әммә был йөкләмәнең бер ауырлығы ла булмаған тип уйларға ашыҡмайыҡ. Мәрйәм Йософҡа йәрәшелгән. Уның ауырлы икәнен белгәс, Йософ уға өйләнергә теләрме? Өҫтәүенә, йөкләмә үҙе лә Мәрйәмгә үтә ҡыйын һәм бик яуаплы булып күренергә мөмкин. Ул үҙ ҡарынында барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең иң ҡәҙерлеһен — Алланың яратҡан Улын йөрөтәсәк! Мәрйәмгә сабыйҙы ҡайғыртып, яуыз донъяла яҡлап торорға кәрәк буласаҡ. Ысындан да, бик яуаплы йөкләмә!
11, 12. а) Хатта көслө, тоғро ирҙәр ҙә Алла биргән йөкләмәләргә нисек ҡараған? б) Мәрйәмдең яуабынан беҙ уның тураһында нимә беләбеҙ?
11 Изге Яҙмаларҙан күренеүенсә, хатта көслө, тоғро ирҙәр Сығ. 4:10). Иремия пәйғәмбәр: «Мин бик йәш әле», — тиеп, йәшенә һылтанырға маташҡан (Ирем. 1:6). Юныс иһә бөтөнләй Йәһүәнән ҡасып киткән! (Юныс 1:3) Ә Мәрйәм нисек яуап бирер?
ҙә Алланың йөкләмәһен шунда уҡ ҡабул итергә ашыҡмаған. Муса, телгә оҫта түгелмен, шуға Алланың вәкиле була алмайым, тигән (12 Быуаттар төпкөлөнән килеп еткән Мәрйәмдең ябай, әммә баҫалҡылыҡ һәм тыңлаусанлыҡ сағылдырған һүҙҙәре беҙгә бөгөн дә таныш. Ул: «Мин — Раббының хеҙмәтсеһе [ҡоло, ЯДТ], нисек әйтһәң, шулай булһын!» — тигән (Лука 1:38) Ҡол ҡатындың дәрәжәһе башҡа хеҙмәтселәр араһында иң түбәне булған; уның ғүмере тулыһынса хужаһының ҡулында булған. Баҫалҡы Мәрйәм дә үҙен Йәһүәнең ҡоло итеп иҫәпләй. Ул ғүмерен тулыһынса Хужаһының, Йәһүәнең, ҡулына тапшыра. Мәрйәм Йәһүәнең тоғролар менән тоғро эш иткән Алла булыуын һәм уның ҡулында үҙен хәүефһеҙлектә тоясағын белгән. Уға шул да мәғлүм булған: әгәр ул ошо еңел булмаған йөкләмәне үтәр өсөн бөтә көсөн һалһа, Алла уны фатихалап торасаҡ (Зәб. 18:25).
Мәрйәм тоғро Алланың ҡулында үҙен хәүефһеҙлектә тоясағын белгән
13. Алла биргән йөкләмәләр беҙгә ауыр, хатта үтәй алмаҫлыҡ булып күренһә лә, Мәрйәмдең миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?
13 Ҡайһы саҡта Алланың йөкләмәләре беҙгә ауыр, хатта үтәй алмаҫлыҡ булып күренергә мөмкин. Әммә беҙ, Мәрйәм һымаҡ, Аллаға тулыһынса таяна алабыҙ, сөнки Алла Изге Яҙмалар аша беҙҙең ышанысыбыҙҙы нығытып тора. (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Беҙ Аллаға тулыһынса таянырбыҙмы? Таянһаҡ, Алла, һис шикһеҙ, беҙҙе бүләкләйәсәк һәм иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам итәсәк.
Әлисәбәт менән осрашыу
14, 15. а) Мәрйәм Әлисәбәткә килгәс, Йәһүә уны нисек бүләкләй? б) Лука 1:46—55-тә яҙылған һүҙҙәр Мәрйәм тураһында нимә асыҡлай?
14 Ябраилдың Әлисәбәт тураһындағы хәбәре Мәрйәм өсөн мөһим булған. Мәрйәмдең хәлен Әлисәбәттән башҡа кем яҡшыраҡ аңлар? Мәрйәм ашығып таулы Йәһүҙиә еренә сығып китә. Мәрйәм өс-дүрт көнлөк юл үтеп, рухани Зәкәриә менән Әлисәбәттең өйөнә килеп ингәс, Йәһүә уға иманын нығытырлыҡ тағы бер дәлил бирә. Мәрйәмдең тауышын ишетеү менән Әлисәбәт үҙ ҡарынындағы балаһының шатлыҡтан һикереп ҡуйғанын тоя. Әлисәбәт, изге рух менән һуғарылып, Мәрйәмде «Хужамдың әсәһе» тип атай. Алла уға Мәрйәмдең улы уның Хужаһы, Мәсих буласағын асҡан. Шулай уҡ Әлисәбәт: «Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!» — Лука 1:39—45). Эйе, Йәһүәнең Мәрйәмгә биргән бөтә вәғәҙәләре һис шикһеҙ үтәләсәк!
тиеп, Мәрйәмде тоғролоғо һәм тыңлаусанлығы өсөн маҡтай (15 Мәрйәм ҡыуаныстан Йәһүәне данлай башлай. Уның әйткәндәре ентекле итеп Изге Яҙмаларҙа яҙылған. (Лука 1:46—55-те уҡы.) Мәрйәмдең һүҙҙәре Изге Яҙмаларҙа башҡа урындарҙа килтерелһә лә, ошо өҙөк иң оҙоно һәм унда яҙылған һүҙҙәр уның хаҡында күп нимәне асыҡлай. Мәрйәм рәхмәтле булған. Ул Йәһүәне үҙен Мәсихтең әсәһе булырға лайыҡ тип тапҡаны өсөн һәм шулай итеп үҙенә оло хөрмәт күрһәтелгәне өсөн данлай. Мәрйәм, Йәһүә тәкәббер уй йөрөткән кешеләрҙе тарҡата, түрәләрҙе тәхеттәренән төшөрә, ә үҙенә хеҙмәт иткән түбән заттарға һәм ярлыларға ярҙам итә, тиеп иманының тәрәнлеген күрһәткән. Ошо өҙөк уның Алла Һүҙен яҡшы белгәнен иҫбатлай. Бер тикшеренеү буйынса, Мәрйәм Еврей Яҙмаларының 20-нән ашыу өҙөгөн телгә ала! *
16, 17. а) Мәрйәм һәм уның улы беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған? б) Мәрйәмдең Әлисәбәт менән аралашыуы ниндәй фатиханы иҫебеҙгә төшөрә?
16 Һис шикһеҙ, Мәрйәм Алла Һүҙендә яҙылғандар тураһында тәрән уйланған. Шулай ҙа баҫалҡылыҡ күрһәтеп, ул үҙ фекерҙәрен әйтер урынына Изге Яҙмаларҙан өҙөктәр килтереп һөйләгән. Уның ҡарынында ятҡан улы ла киләсәктә шундай уҡ рух сағылдырып: «Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән», — тип әйтәсәк (Яхъя 7:16). Һәр беребеҙгә үҙенә ошондай һорауҙар бирергә кәрәк: «Мин дә Изге Яҙмаларға ҡарата шундай уҡ тәрән хөрмәт сағылдыраммы? Йә үҙ ҡараштарымды тағырға һәм үҙемсә өйрәтергә яратаммы?» Мәрйәмдең ошо һорауҙарға нисек яуап биререн беҙ теүәл беләбеҙ.
17 Мәрйәм Әлисәбәттә өс ай самаһы ҡунаҡ була. Шул ваҡыт эсендә улар аралашып, бер-береһен дәртләндереп торғандыр (Лука 1:56). Изге Яҙмаларҙағы ошо хикәйәнән күренеүенсә, дуҫлыҡ ысын фатиха булырға мөмкин. Әгәр беҙ дуҫтарҙы Йәһүәне яратҡан кешеләр араһынан эҙләһәк, рухи яҡтан үҫербеҙ һәм Аллаға тағы ла яҡынлашырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 13:20). Бына Мәрйәмгә өйгә ҡайтырға ваҡыт етә. Йософ уның ауырлы икәнен белгәс, нимә тиер?
Мәрйәм менән Йософ
18. Мәрйәм Йософҡа нимә тураһында һөйләй һәм Йософ ниндәй ҡарарҙар ҡабул итә?
18 Мәрйәм тирә-яҡтағы кешеләрҙең уның ауырлы икәнен һиҙеп ҡалыуын көтөп тормайынса, үҙе Йософҡа барыһын һөйләп бирергә була. Йософ — әҙәпле, Алланан ҡурҡып йәшәгән кеше Мәрйәмдең әйткәндәрен нисек ҡабул итер? Әлбиттә, Мәрйәм ошо хаҡта борсолалыр. Шуға ҡарамаҫтан, ул Йософҡа барыһын һөйләп бирә. Шул мәлдә Йософтоң ниндәй тойғолар кисергәнен тик фараз итергә генә ҡала. Бер яҡтан, уның ҡәҙерле Мәрйәменә ышанғыһы килә, ләкин икенсе яҡтан, Мәрйәмдең һөйләгәндәре дөрөҫкә оҡшамаған һымаҡ. Изге Яҙмаларҙа Йософтоң ниндәй уйҙар кисергәне тураһында бер нәмә лә әйтелмәй. Әммә ул Мәрйәм менән айырылышырға ҡарар иткән тиелә, сөнки ул ваҡытта йәрәшелгәндәр инде өйләнешкән кешеләр кеүек иҫәпләнгән. Ләкин Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, ул йәшерен генә айырылышырға йыйына (Мат. 1:18, 19). Мәрйәмгә, әлбиттә, Йософтоң ыҙаланыуын һәм ҡайғырыуын күреү бик ауыр. Шулай ҙа Мәрйәм Йософто ышанмағаны өсөн ғәйепләмәй.
19. Йәһүә Йософҡа дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам итә?
19 Ләкин Йәһүә Йософҡа ҡарата игелек күрһәтеп, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә. Йософҡа төшөндә Йәһүәнең фәрештәһе күренә һәм Мәрйәмдең мөғжизәле рәүештә балаға уҙғаны тураһында әйтә. Шул мәлдә Йософ еңел һулап ҡуйғандыр! Хәҙер Йософ та, Мәрйәм һымаҡ, Йәһүәнең етәкселеге буйынса эш итергә тәүәккәл. Ул Мәрйәмгә өйләнә һәм етди вазифаға — Йәһүә Алланың улы тураһында ҡайғыртырға әҙерләнә башлай (Мат. 1:20—24).
20, 21. Никахта торғандар ҙа, өйләнешергә йыйынғандар ҙа Йософ менән Мәрйәмдән нимәгә өйрәнә ала?
20 Никахта торғандарға ла, өйләнешергә йыйынғандарға ла ошо 2000 йыл элек йәшәгән йәш ғаиләнең миҫалы тураһында уйланыу файҙалы булыр. Яратҡан ҡатынының йорт эштәре менән мәшәҡәтләнгәнен һәм балалар хаҡында ҡайғыртҡанын күреп, Йософ, һис шикһеҙ, Йәһүә фәрештәһенең етәкселеге буйынса эш иткәненә бик ҡыуанғандыр. Эйе, етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Йәһүәгә таяныу ни тиклем мөһим икәненә Йософ үҙе инанған (Зәб. 37:5; Ғиб. һүҙ. 18:13). Шик тә юҡ, ул иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан ғаилә башлығы булған.
21 Мәрйәмдең Йософҡа кейәүгә сығырға әҙер булыуынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Йософ Мәрйәмгә башта ышанмаған булһа ла, Мәрйәм, уға буласаҡ ғаилә башына һымаҡ ҡарап, сабырлыҡ менән уның ҡарар ҡабул итеүен көткән. Ошо еңел булмаған хәлдән Мәрйәм һис шикһеҙ үҙенә ҙур фәһем алған һәм бөгөнгө мәсихсе ҡатын-ҡыҙға яҡшы үрнәк ҡалдырған. Бынан тыш, Йософ менән Мәрйәм бер-береһе менән намыҫлы булыуҙың, асыҡ аралашыуҙың ни ҡәҙәр мөһим икәнен аңлаған. (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22-не уҡы.)
22. Йософ менән Мәрйәм никахтарына ниндәй нигеҙ һала һәм алда уларҙы нимә көтә?
22 Был йәш ир менән ҡатын никахтарына иң яҡшы нигеҙ һалған. Йософ менән Мәрйәм Йәһүә Алланы бик ныҡ яратҡан һәм уның ихтыярын беренсе урынға ҡуйған. Улар яуаплы, ҡайғыртыусан ата-әсә булып, Алланы шатландырырға теләгән. Алда уларҙы күп фатихалар ҙа, ҙур ҡыйынлыҡтар ҙа көткән. Уларға киләсәктә кешелек тарихындағы иң бөйөк кеше булып китәсәк Ғайсаны үҫтерергә кәрәк булған.
^ 15 абз. Ундай урындарҙың береһе — Йәһүәнән фатихаланып балаға уҙған тоғро Аннаның һүҙҙәре. Мәрйәм, күрәһең, уның һүҙҙәрен өҙөмтә итеп килтерә. (6-сы бүлектәге «Ике һоҡланғыс доға» тигән рамканы ҡара.)