Йомғаҡлау һүҙе
«Иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ» (ЕВРЕЙҘАРҒА 6:12).
1, 2. Ни өсөн кисектермәйенсә иман үҫтереү мөһим? Аңлат.
ИМАН. Был матур һүҙ генә түгел, ә баһалап бөтөргөһөҙ сифат! Әммә был һүҙҙе ишеткәндә, беҙҙең уйыбыҙға башҡа бер һүҙ килергә тейеш: «Кисектергеһеҙ!». Сөнки беҙҙә иман булмаһа, беҙгә уны кисектермәйенсә үҫтерергә кәрәк. Ә иманыбыҙ булһа, беҙгә уны һаҡлап, нығытырға кәрәк. Ни өсөн?
2 Күҙ алдыңа килтер: һин икһеҙ-сикһеҙ сүл буйлап китеп бараһың. Һин бик ныҡ һыуһағанһың. Һыу тапҡас, һиңә уны һауытыңа тултырып алырға һәм ҡыҙҙырған ҡояштан һаҡларға кәрәк. Юлды аҙағынаса үтер өсөн, һыу һауыттарына даими рәүештә һыу өҫтәп тороу зарур. Бөгөн беҙ рухи «сүлдә» йәшәйбеҙ. Сүлдә һыуҙың һәр тамсыһы алтын хаҡына тиң. Бөгөнгө донъяла ла ысын иманды «тултырып» һәм һаҡлап тормаһаҡ, ул юҡҡа сыға. Һыуһыҙ йәшәй алмаған һымаҡ, иманһыҙ ҙа беҙ рухи яҡтан үләсәкбеҙ (Рим. 1:17).
3. Иман үҫтерер өсөн, Йәһүә беҙгә нимә биргән, һәм беҙгә нимә эшләргә онотмаҫҡа кәрәк?
3 Йәһүә Алла шуны белә: беҙҙең өсөн иман бик мөһим һәм беҙҙең көндәрҙә уны үҫтереү ҙә, нығытыу ҙа еңел түгел. Шунлыҡтан Йәһүә беҙгә өлгө алырлыҡ миҫалдар биргән. Алла тарафынан рухландырылған илсе Паул: «Иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ», — тип яҙған (Евр. 6:12). Бына ни өсөн Йәһүә Алланың ойошмаһы беҙҙе, бөтә көсөбөҙҙө һалып, Аллаға тоғро ирҙәр һәм ҡатындар өлгөһөнә эйәрергә дәртләндерә. Беҙгә хәҙер нимә эшләргә кәрәк? Шуны онотмайыҡ: 1) иманыбыҙҙы бер туҡтауһыҙ нығытырға кәрәк; 2) өмөтөбөҙҙө һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотоу мөһим.
4. Ниндәй мәғәнәлә Шайтан — имандың дошманы, һәм ни өсөн беҙ өмөтһөҙлөккә бирелергә тейеш түгел?
4 Иманыңды бер туҡтауһыҙ нығыт. Шайтан төрлөсә иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға тырыша. Был донъяның хакимы булараҡ, ул бөгөнгө донъя төҙөлөшөн рухи сүлгә әйләндергән. Дошманыбыҙ беҙҙән күпкә көслөрәк. Әммә иманды үҫтерергә һәм нығытырға мөмкин түгел тип, беҙ өмөтһөҙлөккә бирелергә тейешме? Әлбиттә, юҡ. Йәһүә ысын иман үҫтерергә теләгән һәр кешене бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ. Ул беҙҙе шуға ышандыра: беҙ уның менән бергә Иблискә ҡаршы тора алабыҙ һәм Иблис беҙҙән хатта ҡасасаҡ! (Яҡ. 4:7) Иманыбыҙҙы көн һайын нығытһаҡ, беҙ уға ҡаршы тора алырбыҙ. Әммә иманыбыҙҙы нисек нығытырға һуң?
5. Тоғро ирҙәр һәм ҡатындар имандарын нисек үҫтергән? Аңлат.
5 Изге Яҙмаларҙан күренеүенсә, тоғро ирҙәр Гал. 5:22, 23). Улар ярҙам һорап Аллаға доға ҡылғандар, һәм Алла уларҙың иманын нығытҡан. Әйҙәгеҙ, уларҙан үрнәк алайыҡ һәм шуны онотмайыҡ: изге рух һорағандарға һәм үҙ доғалары буйынса эш иткәндәргә Йәһүә үҙ рухын мул итеп бирә (Лука 11:13). Беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ?
һәм ҡатындарға иман тыумыштан уҡ бирелмәгән. Уларҙың тормоштары шуны иҫбатлай: иман — Алланың изге рухының емеше (6. Изге Яҙмаларҙың өҙөктәрен өйрәнеү күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләп була?
6 Был китапта беҙ иҫ киткес иманлы кешеләрҙең бер нисә генә миҫалын ҡарап сыҡтыҡ. Әммә ысынында уларҙың һаны күпкә күберәк! (Еврейҙарға 11:32-не уҡы.) Ул миҫалдарҙың һәр береһе үҙенсәлекле, шуға күрә беҙгә, доға ҡылып, уларҙы тәрән өйрәнергә кәрәк. Изге Яҙмаларҙың өҙөктәрен ҡабаланып, өҫтән-мөҫтән генә уҡып, иманды нығытып булмай. Уҡыу файҙа килтерһен өсөн, контексты ентекләп ҡарап сығырға, шул ваҡиғаларҙың заманына иғтибар итергә кәрәк. Алланың үткәндә йәшәгән тоғро хеҙмәтселәре лә, «беҙҙең кеүек» үк, камил булмаған. Быны иҫебеҙҙә тотһаҡ, улар беҙгә тағы ла яҡыныраҡ булып китәсәк (Яҡ. 5:17). Шул иманлы ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың ауырлыҡтары беҙ кисергән ауырлыҡтарға оҡшаған. Уларҙың хәленә инергә тырышып, беҙ уларҙың хис-кисерештәрен күҙ алдыбыҙға килтерә алырбыҙ.
7—9. а) Изге Яҙмаларҙа әйтелгән тоғро кешеләр беҙҙең көндәрҙәге ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашҡан булһа, нимә хис итер ине? б) Ни өсөн беҙ иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтергә тейеш?
7 Беҙ иманыбыҙҙы шулай уҡ эштәребеҙ менән нығыта алабыҙ, сөнки иман эштәр менән күрһәтелмәһә, үле (Яҡ. 2:26). Күҙ алдыңа килтереп ҡара: Алланың шул тоғро хеҙмәтселәренә беҙгә тапшырылған эште тапшырған булһалар, ни ҡәҙәр шатланырҙар ине улар!
8 Әгәр Ибраһимға: «Һиңә хәҙер, Йәһүәгә дан килтерер өсөн, сүлдә таштан яһалған ҡорбан усағы эшләргә кәрәкмәй, ә матур Батшалыҡ Залында йә ҙур конгрестарҙа имандаштарың менән бергә йыйылырға кәрәк», — тип әйтһәләр, ул нимә хис итер ине? Ә бит ундай йыйылыштарҙа Ибраһим «йыраҡтан ғына күргән» вәғәҙәләр ентекләп аңлатыла! (Еврейҙарға 11:13-тө уҡы.) Ә мөртәт батша замандарында Йәһүәгә хеҙмәт иткән Ильясҡа: «Йөкләмәң Бағал пәйғәмбәрҙәрен үлтереүҙә түгел. Һин кешеләргә өмөт һәм йыуаныс хәбәрен еткереп, Йәһүәгә тыныс хеҙмәт итә алаһың», — тип әйтһәләр, ул нимә хис итер ине? Һис шикһеҙ, Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған тоғро кешеләр, беҙ Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған кеүек, ғибәҙәт ҡылырға шат булыр ине.
9 Шуға күрә, әйҙәгеҙ, иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтәйек. Шулай эшләп, беҙ Алла Һүҙендә әйтелгән тоғро кешеләрҙең үрнәгенә эйәреүебеҙҙе күрһәтербеҙ. Инеш һүҙҙә әйтеп
кителгәнсә, улар беҙгә инде хәҙер яҡын дуҫтар һымаҡ була алалар. Ә киләсәктә беҙ улар менән ысын дуҫтар булып йәшәйәсәкбеҙ.10. Ожмахта беҙҙе ниндәй шатлыҡлы ваҡиға көтә?
10 Өмөтөңдө һәр ваҡыт иҫеңдә тот. Алланың тоғро хеҙмәтселәренә өмөт һәр ваҡыт көс өҫтәгән. Ә һинең турала нимә әйтеп була? Мәҫәлән, киләсәктә һин «үленән тереләсәк» тәҡүә кешеләр менән осраша алырһың. Был күпме шатлыҡ килтерәсәген күҙ алдыңа килтереп кенә ҡара! (Ғәмәлдәр 24:15-те уҡы.) Һинең уларға ниндәй һорауҙар биргең килә?
11, 12. Яңы донъяла һин а) Һабилға; б) Нухҡа; в) Ибраһимға; г) Рутҡа; д) Әбиғиәгә; е) Әсфирәгә ниндәй һорауҙар бирерһең?
11 Һабил менән осрашҡас, һин, бәлки, унан: «Ата-әсәйең ниндәй кешеләр ине? Һинең Эден баҡсаһына юлды һаҡлап торған кирубтарҙан берәй нәмә тураһында һорағаның булдымы? Улар һиңә яуап бирҙеләрме?» — тип һорарһың. Ә Нухҡа һин, бәлки, шундай һорауҙар бирерһең: «Һин нефилимдарҙан ҡурҡтыңмы? Нисек һин кәмәләге хайуандар хаҡында йыл буйы ҡайғырта алдың?» Ибраһим менән осрашһаң, һин, моғайын, унан: «Шемды күргәнең булдымы? Йәһүә тураһында һиңә кем һөйләне? Ур ҡалаһынан сығып китеүе ауыр булдымы?» — тип ҡыҙыҡһынырһың.
12 Шулай уҡ Аллаға тоғро булған ҡатындар терелтелгәс, һин уларға ла күп һорауҙар бирергә теләрһеңдер. «Рут, нимә һине Йәһүәнең хәҙмәтсеһе булып китергә дәртләндерҙе?», «Әбиғиә, һин Дауытҡа ярҙам иткәнең тураһында Набалға һөйләргә ҡурҡтыңмы?», «Әсфирә, Изге Яҙмаларҙа тасуирланған ваҡиғаларҙан һуң һинең менән һәм Мардаҡай менән нимә булды?»
13. а) Үленән терелгән кешеләр һиңә, бәлки, ниндәй һорауҙар бирергә теләр? б) Боронғо заманда йәшәгән тоғро кешеләр менән осрашыуың тураһында уйлағанда, һиндә ниндәй хистәр тыуа?
13 Әлбиттә, Алланың тоғро хеҙмәтселәренең дә һиңә күп һорауҙары булыр. Күҙ алдыңа килтер: һин уларға был донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәре тураһында, Алланың үҙ халҡын ауыр ваҡыттарҙа нисек нығытып торғаны хаҡында тулҡынлана-тулҡынлана һөйләп тораһың! Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләрен нисек тормошҡа ашырғаны тураһында белеү уларға һис шикһеҙ тәьҫир итәсәк. Ул ваҡытта беҙгә инде Изге Яҙмаларҙа иҫкә алынған кешеләрҙе күҙ алдына килтерергә кәрәк булмаҫ, сөнки улар беҙҙең менән бергә ожмахта йәшәйәсәк! Шуға күрә, был кешеләр һиңә реаль булып китһендәр өсөн, бөгөн үк бөтә тырышлығыңды һал. Уларҙың имандарын өлгө итеп ал. Шул ҡәҙерле дуҫтарың менән бергә Йәһүәгә мәңге хеҙмәт ит!