Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Ул Алла халҡын яҡлаған

Ул Алла халҡын яҡлаған

1—3. а) Ни өсөн Әсфирәне, батша янына барғанда, ҡурҡыу солғап ала? б) Ошо бүлектән беҙ ниндәй һорауҙарға яуап алырбыҙ?

ӘСФИРӘ Шушан ҡалаһындағы батша һарайының эске ихатаһына яҡынлаша. Уның йөрәк тибеше йышайғандан-йышая. Ул тулҡынланыуын баҫырға тырыша. Тирә-яҡтағы бөтә нәмә кешелә ҡурҡыу-хөрмәт тойғоһон уята: йәйәселәр, арыҫландар һәм ҡанатлы үгеҙҙәрҙең ялтырауыҡлы кирбестән яһалған төрлө төҫтәге барельефтары, шулай уҡ һырлап яһалған ғәйәт ҙур колонналар һәм мөһабәт һындар. Һарай үҙе иһә ҡар менән ҡапланған Загрос тауҙары янындағы ҙур майҙансыҡта саф һыулы Хоасп йылғаһы ярында төҙөлгән. Быларҙың барыһы ошо һарайҙа йәшәгән батшаның ҡеүәтен раҫлап тора. Үҙен «бөйөк батша» тип атаған кеше — Әсфирәнең ире.

2 Алланан ҡурҡып йәшәгән бер йәһүд ҡыҙы ла Ахашверош кеүек кешегә кейәүгә сығырға теләмәҫ ине! * Сөнки уны Алланың тоғро хеҙмәтсеһе, мәҫәлән, Ибраһим пәйғәмбәр менән бер ҙә сағыштырып булмай. Ибраһим, Алланың бойороғона буйһоноп, баҫалҡылыҡ менән ҡатынының кәңәшенә ҡолаҡ һалған (Баш. 21:12). Батша иһә Әсфирәнең Аллаһы, Йәһүә, тураһында ла, Ҡанун тураһында ла бер нәмә лә тиерлек белмәй. Әммә ул фарсылар ҡанунын, шул иҫәптән тап Әсфирә эшләргә йыйынғанды тыйған ҡанунды белә. Нимәне тыя һуң был ҡанун? Ҡанун буйынса, фарсы батшаһы алдына саҡырылмаған көйө килеп баҫҡан кешегә үлем язаһы янай. Ә Әсфирә тап саҡырылмаған көйө батша янына китеп бара. Әсфирә эске ихатаға, батша уны күрә алған урынға, яҡынлашҡан һайын үҙен инде ғүмере менән хушлашҡандай хис итә. (Әсфирә 4:11; 5:1-ҙе уҡы.)

3 Ниңә Әсфирә үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя һуң? Был ғәжәп ҡатындың иманынан беҙҙең һәр беребеҙ нимәгә өйрәнә ала? Ошо һорауҙарға яуап бирер алдынан, әйҙә, ябай ғына йәһүд ҡыҙҙың нисек Фарсы батшабикәһе булып киткәне тураһында беләйек.

Әсфирәнең бала сағы

4. Әсфирәнең ата-әсәһе тураһында нимә билдәле, һәм ни сәбәптән ул ике туған ағаһының өйөндә үҫкән була?

4 Әсфирә етемлектә үҫә. Уның ата-әсәһе тураһында бер нәмә лә билдәле түгел. Тик ҡыҙҙарына Ғаҙисә тигән исем биргәндәре генә мәғлүм. Был исем еврей теленән «мирт» тип тәржемә ителә һәм нәфис ап-аҡ сәскәле ҡыуаҡ тигән мәғәнә йөрөтә. Әсфирәнең ата-әсәһе үлеп киткәс, уның тураһында ике туған ағаһы, Мардаҡай, хәстәрлек күрә башлай. Әсфирәнән күпкә олораҡ булған ағаһы уны үҙенә алып, үҙ ҡыҙындай күреп тәрбиәләй (Әсф. 2:5—7, 15).

Мардаҡай ысындан да Әсфирә менән ғорурлана алған

5, 6. а) Мардаҡай Әсфирәне нисек тәрбиәләй? б) Мардаҡай менән Әсфирә Шушан ҡалаһында ниндәй тормош алып бара?

5 Мардаҡай менән Әсфирә йәһүд килмешәктәре. Бында, Фарсы империяһының баш ҡалаһында, уларға, күрәһең, имандары һәм тотҡан Ҡанундары арҡаһында ерәнеп ҡарайҙар. Һис шикһеҙ, Мардаҡай Әсфирәгә шәфҡәтле Алла тураһында, уның үҙ халҡын элек ҡотҡарғаны һәм киләсәктә лә ҡотҡарырға вәғәҙә иткәне тураһында һөйләй (Лев. 26:44, 45). Шик тә юҡ, шундай һөйләшеүҙәр Мардаҡай менән Әсфирәнең туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен йәнә лә нығытҡан.

6 Мардаҡай, күрәһең, батша һарайының даирәһендә хеҙмәт иткән. Ул батшаның башҡа хеҙмәтселәре менән бергә Шушан һарайының ҡапҡаһы янында ултырған (Әсф. 2:19, 21; 3:3). Мардаҡай менән Әсфирә батша һарайы янынан аҡҡан йылғаның аръяғында, ҡаланың ярлы өлөшөндә йәшәгән. Әсфирәнең йәш сағында нимә менән шөғөлләнгәне беҙгә теүәл билдәле түгел. Шулай ҙа ул, һис шикһеҙ, үҙенең ике туған ағаһы тураһында һәм уның йорто хаҡында ҡайғыртып торған. Ул, моғайын, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һатып алыр өсөн, ҡала баҙарына йөрөргә яратҡан. Баҙарҙа һатылған алтын-көмөш биҙәүестәр Әсфирә өсөн киләсәктә ғәҙәти нәмәләр булып китәсәген кем белгән?

Һылыу ҡыҙ

7. Ни өсөн Вәшти батшалыҡ дәрәжәһенән мәхрүм ителә, һәм шунан һуң нимә була?

7 Бер мәл Шушан ҡалаһында батша ғаиләһе тураһында төрлө имеш-мимештәр тарала. Ахашверош үҙенең түрәләренә ҙур мәжлес ойоштороп, уларҙы иң яҡшы ризыҡ һәм шарап менән һыйлай. Уның ҡатыны Вәшти иһә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым мәжлес ойоштора. Батша үҙенең янына сибәр ҡатынын саҡыра, әммә батшабикә барырға ризалашмай. Оятҡа ҡалған батша ярһып китә һәм түрәләренән ҡатынына ниндәй яза бирергә тип һорай. Һөҙөмтәлә батшабикә батшалыҡ дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Шунан һуң Ахашвероштың хеҙмәтселәре бөтә империя буйлап сибәр ҡыҙҙар эҙләргә сығып китә. Шул ҡыҙҙар араһынан батша үҙенә яңы батшабикә һайлаясаҡ (Әсф. 1:1—2:4).

8. а) Ни өсөн Мардаҡай буйға еткән Әсфирә хаҡында борсола? б) Изге Яҙмаларҙағы матурлыҡҡа дөрөҫ ҡараш беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:30-ҙы ла ҡара.)

8 Мардаҡай Әсфирә һеңлеһенең буйға етеп һылыу ҡыҙ булып китеүенә ғорурланғандыр ҙа, борсолғандыр ҙа. Әсфирә 2:7-лә: «Ул төҫкә-башҡа һылыу, зифа буйлы ҡыҙ ине» — тип әйтелә. Изге Яҙмалар тышҡы матурлыҡҡа дөрөҫ ҡараш һаҡларға өйрәтә. Әлбиттә, матурлыҡ һоҡландырырлыҡ, әммә ул аҡыллылыҡ һәм баҫалҡылыҡ менән бергә килмәһә, кешенең ғорур һәм тәкәббер булып китеүе ихтимал. (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:22-не уҡы.) Һинең ундай кешеләрҙе күргәнең бармы? Әсфирәнең матурлығы уны боҙмаҫмы? Быны ваҡыт күрһәтер.

9. а) Батшаның хеҙмәтселәре Әсфирәне күргәс нимә эшләйҙәр, һәм ни өсөн Мардаҡай менән Әсфирәгә айырылышыу ауыр була? б) Ни өсөн Мардаҡай Әсфирәгә Йәһүәгә иман итмәгән батшаға кейәүгә сығырға рөхсәт итә? (Рамканы ла ҡара.)

9 Батшаның хеҙмәтселәре Әсфирәне күреп ҡалғас, уны Мардаҡайҙың өйөнән алып китәләр ҙә йылғаның аръяғында урынлашҡан батша һарайына килтерәләр (Әсф. 2:8). Мардаҡай менән Әсфирәгә айырылышыу үтә ауыр булғандыр, сөнки улар атай менән ҡыҙ һымаҡ, бер ғаилә булып йәшәгән. Мардаҡай ҡыҙын Йәһүәгә иман итмәгән кешегә, ул хатта батша булһа ла, кейәүгә бирергә теләмәгән, ләкин был осраҡта ул бер нәмә лә эшләй алмаған *. Батша һарайына алып кителер алдынан Әсфирә, ҙур иғтибар менән Мардаҡайҙың нәсихәттәрен тыңлап, уларҙы күңеленә һалғандыр! Әсфирә, уны батша һарайына алып китеп барғанда, ҡат-ҡат үҙенә: «Хәҙер минең менән нимә булыр икән?» — тигән һорау биргәндер.

Ул «үҙен күргән һәр кемдең илтифатын яулай ине»

10, 11. а) Батша һарайындағы шарттар Әсфирәгә нисек тәьҫир итә алған? б) Мардаҡай Әсфирәне ҡайғыртҡанын нисек күрһәтә?

10 Әсфирә үҙен бөтөнләй башҡа мөхиткә, ят донъяға эләккәндәй тоя. Ул Фарсы империяһының бөтә өлкәләренән йыйылған һәм телдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡараштары менән айырылып торған ҡыҙҙар араһына эләгә. Уларҙың барыһы ла Ғығай исемле түрәнең ҡарамағына тапшырыла. Ҡыҙҙарҙы бер йыл дауамында сибәрләйҙәр, тәндәренә хуш еҫле майҙар һөртөп, массаж яһайҙар (Әсф. 2:8, 12). Ундай шарттар үҙ матурлығың менән ғорурланып йөрөргә, шөһрәт яратыусы булып китергә һәм ярыш рухына бирелергә этәрә. Ә Әсфирәгә был нисек тәьҫир итер?

11 Әсфирә өсөн Мардаҡайҙан да нығыраҡ ҡайғырған кеше булмағандыр. Мардаҡай, көн һайын ҡатын-ҡыҙҙар йортоноң ихатаһы алдына килеп, Әсфирәнең хәлдәрен белергә тырыша (Әсф. 2:11). Хеҙмәтселәр аша хәбәрҙәр ишетеп, ул үҙенең ҡыҙы менән атайҙарса ғорурланалыр. Ни өсөн?

12, 13. а) Тирә-яҡтағы кешеләр Әсфирәгә ҡарата ниндәй ҡарашта булған? б) Ни өсөн Әсфирәнең үҙенең йәһүд булыуы тураһында әйтмәүе Мардаҡайҙы ҡыуандырған?

12 Ғығай Әсфирәне бик ныҡ оҡшата һәм уға ҡарата айырыуса яғымлы була. Ул, уға ете хеҙмәтсе ҡыҙ биреп, ҡатын-ҡыҙҙар йортоноң иң яҡшы бүлмәһенә күсерә. Алла Һүҙендә: «Әсфирә иһә үҙен күргән һәр кемдең илтифатын яулай ине», — тиелә (Әсф. 2:9, 15). Ләкин уның тик тышҡы матурлығы ғына кешеләрҙе һоҡландырғанмы? Юҡ, уның менән һоҡланырлыҡ башҡа сәбәптәр ҙә булған.

Әсфирә баҫалҡылыҡ һәм аҡыллылыҡ тышҡы матурлыҡҡа ҡарағанда, күпкә мөһимерәк икәнен белгән

13 Мәҫәлән, Изге Яҙмаларҙа: «Әсфирә, Мардаҡай ҡушҡанса, халҡы тураһында ла, туғандары тураһында ла һис кемгә һөйләмәне» — тип әйтелә (Әсф. 2:10). Мардаҡай Әсфирәгә үҙенең йәһүд булыуы тураһында бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡуша, сөнки Фарсы батшаһы һарайындағы кешеләрҙең йәһүдтәргә ерәнеп ҡарағаны тураһында белә. Әсфирә, янында ағаһы булмаһа ла, аҡыллылыҡ һәм тыңлаусанлыҡ күрһәтеп торған. Быны белеү Мардаҡайҙың күңелен йылытҡандыр!

14. Бөгөнгө йәштәр Әсфирәнең үрнәге буйынса нисек эш итә ала?

14 Бөгөнгө йәштәр ҙә ата-әсәләрен йә бағыусыларын ҡыуандыра ала. Ата-әсәләре эргәлә булмағанда, Алланан ҡурҡҡан йәштәр, хатта әхлаҡһыҙ, еңел аҡыллы кешеләр араһында булып та, насар тәьҫиргә ҡаршы тороп, дөрөҫ булғанды эшләй ала. Шулай эш итеп, улар Әсфирә һымаҡ үҙҙәренең күктәге Аталарын һөйөндөрә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11).

15, 16. а) Әсфирә батша йөрәген нисек әсир иткән? б) Ни өсөн Әсфирәгә тормошондағы үҙгәрештәренә күнегеп китеү ҡыйын булғандыр?

15 Әсфирәгә батша янына инергә сират еткәс, уға үҙен биҙәр өсөн оҡшаған әйберҙәр һайларға рөхсәт ителә. Әммә ул, үҙен тыйнаҡ тотоп, Ғығай тәҡдим иткәндән тыш, башҡа бер нәмә лә һорамай (Әсф. 2:15). Әсфирә батшаны тик тышҡы матурлыҡ менән генә ғәжәпләндереп булмаҫлығын белгәндер. Ул батша һарайында һирәк осраған баҫалҡылыҡ менән тыйнаҡлыҡ сифаттарының күпкә ҡиммәтлерәк икәнен таныған. Уның шулай уйлауы дөрөҫ булып сыҡҡанмы?

16 Изге Яҙмаларҙа: «Батша Әсфирәне башҡа ҡатындарҙан нығыраҡ яратты һәм уға башҡа ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк илтифат күрһәтте, күберәк хуплауын белдерҙе. Ахашверош, Әсфирәнең башына таж кейҙереп, уны Вәшти урынына батшабикә итеп ҡуйҙы», — тиелә (Әсф. 2:17). Әсфирә ул ваҡыттағы иң бөйөк батшаның ҡатыны, батшабикә булып китә. Тыйнаҡ йәһүд ҡыҙына, бәлки, ошо яңы вазифаһына күнегеп китеү ауыр булғандыр. Уның, батшабикә булдым, тип башы әйләнеп киткәнме? Ул үҙен әллә кемгә ҡуя башлағанмы? Һис тә юҡ!

17. а) Әсфирә Мардаҡайға тыңлаусан булыуын нисек күрһәткән? б) Ниңә Әсфирәнең үрнәге беҙҙең өсөн айырыуса мөһим?

17 Әсфирә үҙен тәрбиәләп үҫтергән Мардаҡайға тыңлаусан булып ҡала. Ул үҙенең йәһүд булыуын сер итеп тота. Әсфирә башҡа осраҡта ла тыңлаусанлыҡ күрһәтеп эш итә: Мардаҡай ике кешенең Ахашверошты үлтерергә йыйынғаны тураһында белгәс, был хаҡта Әсфирәгә һөйләп бирә; Әсфирә иһә барыһын батшаға еткерә, һәм теге ике кеше язаға тарттырыла (Әсф. 2:20—23). Әсфирә, баҫалҡы һәм тыңлаусан булып, Аллаға иман итеүен күрһәтә. Бөгөн тыңлаусанлыҡ һирәк осраған, ә фетнәселек менән бойондороҡһоҙлоҡ рухы ғәҙәти хәл булып киткән донъяла Әсфирәнең миҫалы беҙгә айырыуса файҙалы булыр. Аллаға эскерһеҙ ышанған кешеләр был сифатты Әсфирә һымаҡ ҡәҙерләй.

Әсфирәнең иманы һынала

18. а) Ни өсөн Мардаҡай Аманға баш эймәй? (Төшөрмәне лә ҡара.) б) Бөгөн Аллаға тоғро кешеләр Мардаҡайҙан нисек үрнәк ала?

18 Шул арала Ахашверош батшаның даирәһендә Аман исемле кеше ҙур дәрәжәгә эйә була. Батша уны беренсе түрә һәм баш кәңәшсе итеп ҡуя. Шулай итеп, Аман Ахашверош батшанан һуң икенсе кеше булып китә. Батша, Аманды күргән һәр кеше йөҙ түбән йығылып уға баш эйергә тейеш, тигән бойороҡ сығара (Әсф. 3:1—4). Был бойороҡ Мардаҡайға ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ул батшаға буйһонорға тейешлеген аңлай, ләкин уның өсөн Алланың әмерҙәренә буйһоноу күпкә мөһимерәк. Аман ағаҡлы, йәғни Ишмуил пәйғәмбәр үлтергән амалектар батшаһының — Ағаҡтың нәҫеленән, күрәһең (1 Иш. 15:33). Бик яуыз халыҡ булғанға, амалектар Йәһүәнең һәм Израилдең дошманы булып киткән, шуға күрә улар, халыҡ булараҡ, Алла хөкөмөнә лайыҡ булған * (Ҡан. 25:19). Нисек инде Аллаға тоғро йәһүд амалеклы алдында баш эйһен? Мардаҡай тәүәккәл рәүештә быны эшләмәҫкә була. Бөгөн дә Алланан ҡурҡҡан ирҙәр менән ҡатындар хатта үлем ҡурҡынысы аҫтында ла: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк», — тигән принцип буйынса эш итә (Ғәм. 5:29).

19. Аман нимә эшләргә ниәтләй һәм, ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн, батшаның ризалығын нисек ала?

19 Амандың бик ныҡ асыуы сыға! Уға Мардаҡайҙы үлтереү генә аҙ. Ул бөтөн йәһүд халҡын юҡ итергә теләй! Батша менән һөйләшкәндә, ул йәһүдтәргә яла яға. Йәһүд халҡын телгә алмайынса, Аман батшаға, «бөтөн өлкәләр буйынса сәселгән һәм һибелгән», батша өсөн мөһим булмаған бер халыҡ бар, тип әйтә. Был халыҡ батша ҡанундарына буйһонмай һәм хатта империя именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, тиеп, Аман ҡара яғыуын дауам итә. Ул батшаның ҡаҙнаһына күп аҡса һалып, йәһүдтәрҙе һәләк итеү менән бәйле сығымдарҙы үҙе ҡапларға тәҡдим итә *. Шунда Ахашверош, Аманға үҙенең мисәт һуға торған йөҙөгөн биреп, уға һәр ҡайһы әмерен мисәт менән раҫларға рөхсәт итә (Әсф. 3:5—10).

20, 21. а) Амандың әмере Фарсы империяһындағы йәһүдтәргә һәм Мардаҡайға нисек тәьҫир итә? б) Мардаҡай Әсфирәнең нимә эшләүен үтенә?

20 Күп тә үтмәй, икһеҙ-сикһеҙ империяның бөтә өлкәләренә сапҡындар тарала. Улар йәһүд халҡына үлем хөкөмө тураһындағы хәбәрҙе еткерә. Бабил әсирлегенән ҡайтҡан һәм диуарҙарһыҙ Иерусалимды торғоҙорға тырышҡан йәһүдтәр ошо хәбәрҙе ишеткәс, ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы? Бәлки, ошо ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс, Мардаҡай улар тураһында ла, Шушанда йәшәгән туғандары менән дуҫтары тураһында ла борсола башлағандыр. Ҡайғыға батып, ул үҙенең кейемен йырта ла, ҡыл кейем кейеп, өҫтөнә көл һибә һәм, ҡаланың уртаһына сығып, ҡысҡырып илай башлай. Аман иһә ошо мәлдә батша менән ултырып шарап эсә. Ул йәһүдтәрҙе һәм уларҙың Шушандағы дуҫтарын ниндәй ҡайғыға һалғаны хаҡында уйлап та бирмәй. (Әсфирә 3:12—4:1-ҙе уҡы.)

21 Мардаҡай ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай икәнен аңлай. Ләкин уға нимә эшләргә һуң? Әсфирә Мардаҡайҙың ғазапланыуҙары тураһында белгәс, уға кейем ебәрә, әммә ағаһы йыуатыуҙы ҡабул итергә теләмәй. Мардаҡайҙы, бәлки, электән үк ошондай һорау борсоғандыр: ни өсөн Йәһүә Әсфирәнең алып кителеүенә һәм мәжүси батшаның ҡатыны ителеүенә юл ҡуйған? Әммә хәҙер барыһы ла асыҡланды. Мардаҡай Әсфирәгә хәбәр ебәреп, уның батша янына инеүен һәм «үҙ халҡы» тураһында ялбарып һорауын үтенә (Әсф. 4:4—8).

22. Ни өсөн Әсфирә батша янына барырға ҡурҡа? (Төшөрмәне лә ҡара.)

22 Мардаҡайҙың үтенесен ишетеү менән Әсфирә күңел тыныслығын юғалта. Был уның иманы өсөн иң көслө һынау булғандыр. Ул ҡурҡыуға төшә һәм асыҡ итеп был турала Мардаҡайға әйтә. Әсфирә уның иҫенә бер ҡанунды төшөрә: батша янына саҡырылмаған көйө килгән кешегә үлем язаһы янай. Батша үҙенең алтын скипетрын һуҙһа ғына, кеше тере ҡала ала. Әсфирә, батша янына барыуҙан баш тартҡан Вәшти менән нимә булғанын иҫендә тотоп, батша мәрхәмәтенә өмөтләнә алғанмы? Әсфирә Мардаҡайға инде 30 көн батша янына саҡырылмағаны тураһында һөйләп бирә. Ә, бәлки, үҙгәреүсән холоҡло батша уны бөтөнләй ҙә күрергә теләмәйҙер? * (Әсф. 4:9—11)

23. а) Әсфирәнең иманын нығытыр өсөн, Мардаҡай нимә әйтә? б) Мардаҡай беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған?

23 Әгәр бер нәмә лә эшләмәһәң, йәһүдтәр өсөн ҡотолоу башҡа яҡтан киләсәк, тиеп, Мардаҡай Әсфирәнең иманын нығыта. Эҙәрлекләүҙәр көсәйһә, әллә һиңә ҡотолоу еңелерәк буласаҡ тип уйлайһыңмы, тип һорай ул Әсфирәнән. Ошо осраҡтан Мардаҡайҙың Йәһүәгә ҡарата көслө иманы күренгән. Ул шуны яҡшы белгән: Йәһүә Алла үҙ халҡының ҡырылыуына һәм вәғәҙәләренең үтәлмәй ҡалыуына бер ҡасан да юл ҡуймаясаҡ (Йош. 23:14). Мардаҡай Әсфирәгә: «Кем белә, бәлки, һин ошондай ваҡыт өсөн батшабикә дәрәжәһенә ирешкәнһеңдер?» — ти (Әсф. 4:12—14). Эйе, Мардаҡайҙың миҫалы беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк булып тора. Ул тулыһынса үҙенең Аллаһына, Йәһүәгә, таянып йәшәгән. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6)

Үлемдән ҡурҡыу тойғоһонан да көслөрәк иман

24. Әсфирә батыр һәм ныҡ иманлы ҡатын булыуын нисек күрһәткән?

24 Әсфирә өсөн хәл иткес мәл етә. Ул, Шушандағы бөтә йәһүдтәрҙең уның менән бергә өс көн буйы ураҙа тотоуҙарын үтенеп, Мардаҡайға хәбәр ебәрә. Шунан ул үҙенең батыр һәм ныҡ иманлы ҡатын булғанын күрһәтеүсе һүҙҙәр әйтә: «Үлергә тура килһә, үлермен» (Әсф. 4:15—17). Был өс көн дауамында ул, күрәһең, ғүмерендә беренсе тапҡыр шул тиклем оҙаҡ һәм ҡайнар итеп доға ҡыла. Бына инде батша янына барырға ваҡыт етә. Әсфирә, батшаның илтифатын яулар өсөн, ҡулынан килгәндең барыһын эшләй. Ул иң яҡшы батша кейемдәрен кейә лә батша янына барырға сыға.

Алланың халҡын яҡлар өсөн, Әсфирә үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған

25. Әсфирә батша янына барғанда, нимәләр булғанын һөйләп бир.

25 Ошо бүлектең башында тасуирланғанса, Әсфирә батша һарайының эске ихатаһына табан юл тота. Ул доға ҡыла-ҡыла атлап бара. Уның шул ваҡытта ни хәтлем ныҡ борсолғанын хатта күҙ алдыбыҙға ла килтереүе ауырҙыр. Бына ул эске ихатаға инә. Ошо урындан тәхетендә ултырған Ахашверош батшаны күреп була. Әсфирә, күрәһең, батшаның кәйефен аңларға тырышып уның йөҙөнә ҡарай. Әгәр Әсфирәгә көтөргә тура килгән булһа, ул ваҡыт уның өсөн мәңгелек булып тойолғандыр. Бына ире уға күҙ ташлай. Ҡатынын күреү менән Ахашверош ғәжәпләнә, әммә уның күңеле йомшарып китә. Ул Әсфирәгә табан алтын скипетрын һуҙа! (Әсф. 5:1, 2)

26. Ни өсөн мәсихселәргә Әсфирә кеүек батыр булырға кәрәк, һәм Әсфирәне алда нимә көтә?

26 Батша Әсфирәне тыңларға була. Аллаға тоғро ҡалып һәм уның халҡын яҡлап, Әсфирә Алланың бөтә хеҙмәтселәренә иман үрнәген ҡалдырған. Мәсихселәр шундай үрнәк алырлыҡ кешеләрҙе ҡәҙерләй. Ғайса үҙенең шәкерттәре тураһында әйткәндә, улар фиҙаҡәр яратыу менән айырылып торасаҡ, тигән. (Яхъя 13:34, 35-те уҡы.) Шундай яратыуҙы күрһәтер өсөн, йыш ҡына Әсфирә һымаҡ батырлыҡ менән эш итергә кәрәк. Батша янына барып, Әсфирә Алла халҡы өсөн йәнен бирергә әҙер булыуын күрһәтһә лә, иң ҡыйыны әле алда булған. Батшаны беренсе кәңәшсеһе Амандың ысынында аҫтыртын эш итеүсе кеше булыуына нисек ышандырырға? Үҙ халҡын ҡотҡарыр өсөн, Әсфирәгә нимә эшләргә? Ошо һорауҙарға яуапты киләһе бүлектән белербеҙ.

^ 2 абз. Ғәҙәттә, Ахашверошты Ксеркс I тип иҫәпләйҙәр. Ул б. э. т V быуаттың башында Фарсы империяһы менән идара иткән.

^ 9 абз. «Әсфирә тураһында һорауҙар» тигән рамканы ҡара, 16-сы бүлек.

^ 18 абз. Аман иҫән ҡалған амалектарҙың береһе булған тип әйтеп була, сөнки ҡалғандары Езекия батша көндәрендә ҡырылған (1 Йыл. 4:43).

^ 19 абз. Аман 10 000 көмөш талант, бөгөнгө аҡса менән йөҙәрләгән миллион доллар тәҡдим иткән. Ахашверош батша Ксеркс I булһа, Амандың тәҡдиме уға бик ҡыҙыҡтырғыс булып күренгәндер. Ул күптән инде гректарға ҡаршы һуғыш башларға йыйынған, шуға күрә уға күп аҡса кәрәк булған. Ахыр сиктә ул шул һуғышта еңелгән.

^ 22 абз. Ксеркс I үҙгәреүсән холҡо һәм ҡанһыҙлығы менән билдәле булған. Ксеркстың гректарға ҡаршы алып барған һуғышы тураһында әйткәндә, Геродот исемле грек тарихсыһы шул һуғыштың бер нисә ваҡиғаһын тасуирлаған. Бер ваҡыт батша Геллеспонт боғаҙы аша караптарҙан эшләнгән понтон күпере төҙөргә ҡушҡан. Дауыл күперҙе емергәс, Ксеркс төҙөүселәрҙең баштарын сабырға бойороҡ биргән. Ул хатта Геллеспонт боғаҙын «язаларға» — мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп уның һыуҙарын ҡамсыларға ҡушҡан. Ә бер бай кеше батшанан үҙенең улын һуғышта ҡатнашыуҙан азат итеүен үтенгәс, Ксеркс егетте урталай ярырға ла, башҡаларҙы ҡурҡытыр өсөн, тәнен асыҡ урынға һалырға ҡушҡан.