15-СЕ ДӘРЕС
Инанғанлыҡ менән һөйлә
1 Фессалоникаларға 1:5
МАҠСАТ Һүҙҙәреңдең дөрөҫлөгөнә һәм мөһимлегенә ышанғаныңды күрһәт.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
-
Яҡшы әҙерлән. Тыңлаусыларыңа Изге Яҙмалағы дәлилдәр ярҙамында логик һығымтаға килергә ярҙам итер өсөн, материалды яҡшы итеп тикшер. Телмәрҙең төп фекерҙәрен бер нисә ябай һүҙ менән әйтеп ҡара. Материал тыңлаусыларыңа ниндәй файҙа килтерәсәге хаҡында уйлан. Изге рух һорап доға ҡыл.
-
Инандырғыс һүҙҙәр һайла. Баҫмалағы тексты һүҙгә-һүҙ ҡабатлама, үҙ һүҙҙәрең менән һөйлә. Әйткәндәреңә ныҡ ышанғаныңды күрһәткән һүҙҙәр һайла.
-
Эскерһеҙ бул һәм инанғанлыҡ менән һөйлә. Көслө, ныҡлы тауыш менән һөйлә. Урынлы булһа, тыңлаусыларҙың күҙҙәренә ҡарап һөйлә.