Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

3-СӨ БҮЛЕК

Ожмахтағы тормош ниндәй булған?

Ожмахтағы тормош ниндәй булған?

Йәһүә Әҙәм менән Һауаға бик күп яҡшы нәмәләр биргән. (Яратылыш 1:28)

Йәһүә беренсе ҡатын-ҡыҙ Һауаны барлыҡҡа килтергән һәм уны Әҙәмгә ҡатын итеп биргән (Яратылыш 2:21, 22).

Йәһүә был ике кешегә камил аҡыл һәм тән биргән, уларҙың бер кәмселеге лә булмаған.

Улар үҙ Ожмах йорттарында — Эден баҡсаһында йәшәгән. Был ғәжәп матур баҡсала йылғалар аҡҡан, емеш ағастары үҫкән һәм төрлө йәнлектәр йәшәгән.

Йәһүә үҙе улар менән һөйләшкән, уларҙы өйрәткән. Улар уны тыңлап йәшәһәләр, Ерҙәге Ожмахта мәңге йәшәрҙәр ине.

Алла бер ағастан ашарға рөхсәт итмәгән. (Яратылыш 2:16, 17)

Йәһүә Әҙәм менән Һауаға бер емеш ағасын күрһәткән һәм, шул ағастан ашаһалар, үләсәктәре хаҡында киҫәткән.

Бер фәрештә Аллаға ҡаршы күтәрелгән. Был яуыз фәрештә — Иблис Шайтан.

Шайтан Әҙәм менән Һауаның Аллаға тыңлаусан булып йәшәүҙәренә ҡаршы булған, шуға күрә йыланды ҡулланып, Һауаға, шул ағастың емешен ашаһа, үлмәйәсәге тураһында әйткән. Әлбиттә, был ялған булған (Яратылыш 3:1—5).