Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ҺОРАУ

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала?

Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала?

НИ ӨСӨН БЫНЫ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?

Инжилдә: «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған», — тиелә (2 Тимофейға 3:16). Әгәр ҙә был һүҙҙәр хаҡ икән, Изге Яҙма һиңә дөрөҫ йүнәлеш бирә ала.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

Күҙ алдыңа килтер: Дауыт таныш булмаған юлдан машинала китеп бара. Урамдарға, тирә-яҡтағы биналарға ҡарап, Дауыт аҙашҡанын аңлап ҡала. Күрәһең, ҡайҙалыр ул дөрөҫ боролмаған.

Дауыт урынында булһаң, һин нишләр инең?

ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!

Һинең бер нисә вариант бар:

  1. Берәйһенән юлды һорашырға.

  2. Карта йә навигатор ҡулланырға.

  3. Берәй нисек барып етермен әле, тип, юлыңды дауам итергә.

Әлбиттә, В варианты — иң насары.

Б варианты А вариантынан яҡшыраҡ, сөнки эргәңдәге карта йә навигатор юл дауамында һиңә гел дөрөҫ маршрутты күрһәтеп торасаҡ.

Изге Яҙма тураһында ла шуны уҡ әйтеп була!

Донъяла иң киң таралған китап һиңә...

  • ауырлыҡтар менән осрашҡанда, ышаныслы кәңәштәр бирер

  • үҙеңдең ниндәй кеше булыуыңды аңларға һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итер

  • иң яҡшы тормош юлын күрһәтер

ИҢ МӨҺИМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАПТАР

Беҙ бала саҡтан уҡ төрлө һорауҙар бирәбеҙ.

  • Ни өсөн күк зәңгәр?

  • Йондоҙҙар нимәнән яһалған?

Ваҡыт үтә барыу менән, беҙ тормошобоҙға бәйле һорауҙар бирә башлайбыҙ.

Ә, бәлки, был һорауҙарға яуаптар күптән Изге Яҙмала бирелгән булғандыр?

Күптәр Изге Яҙма — ул уйҙырмалар һәм риүәйәттәр йыйынтығы, ул иҫкергән инде йәки уны аңлауы бик ауыр, тип әйтә. Ләкин проблема ысынлап та Изге Яҙмала түгел, ә кешенең был китапҡа ҡарата яңылыш фекер йөрөтөүендә.

Мәҫәлән, кешеләр уйлауынса, Изге Яҙмала донъя менән Алла идара итә, тип яҙылған. Әммә был дөрөҫмө? Был донъя бәйҙән ысҡынған шикелле. Ул ҡайғы һәм ғазаптар, ауырыуҙар һәм үлем, ярлылыҡ һәм афәттәр менән тулған. Бының барыһы өсөн ҡайғыртыусан Алла яуаплымы?

Һин был һорауға яуап алырға теләр инеңме? Изге Яҙмалағы яуап һине ғәжәпләндерер!

Иғтибар иткәнһеңдер, был брошюрала килтерелгән кәңәштәр Изге Яҙмаға нигеҙләнгән. Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмала бәхетле тормош алып барыу өсөн ышаныслы күрһәтмәләр барлығына инанған, сөнки ул «Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы» (2 Тимофейға 3:16, 17). Был боронғо, әммә шул уҡ ваҡытта заманса китапты өйрәнергә булһаң, һин һис тә үкенмәҫһең!