УНЫНСЫ БҮЛЕК
Фәрештәләр һәм ендәр хаҡында хәҡиҡәт
1. Ни өсөн фәрештәләр тураһында белергә кәрәк?
ЙӘҺҮӘ үҙенең ғаиләһе менән танышыуыбыҙҙы теләй. Фәрештәләр — Алла ғаиләһенең бер өлөшө. Изге Яҙмала фәрештәләр «Алланың улдары» тип атала (Әйүп 38:7). Фәрештәләр нимә менән шөғөлләнә? Улар элек кешеләргә ярҙам иткәнме? Ә беҙгә улар ярҙам итә аламы? (8-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
2. Фәрештәләр нисек барлыҡҡа килгән, һәм улар күпме?
2 Фәрештәләр нисек барлыҡҡа килгән? Инжилдә әйтелгәнсә, Ғайсаны барлыҡҡа килтергәс, Йәһүә уның аша «күктә һәм ерҙә» булған бар нәмәне, шул иҫәптән фәрештәләрҙе яратҡан (Колосстарға 1:16). Фәрештәләр күпме? Изге Яҙмала, йөҙләгән миллион фәрештә бар, тип әйтелә (Зәбур 103:20; Асылыш 5:11).
3. Әйүп 38:4—7-лә фәрештәләр хаҡында нимә әйтелә?
3 Изге Яҙма шулай уҡ, фәрештәләр ер барлыҡҡа килтерелгәнгә тиклем үк яратылған булған, тип өйрәтә. Әйүп китабында әйтелгәнсә, ер барлыҡҡа килтерелгәндә, улар бик шатланған. Ул ваҡытта фәрештәләр берҙәм ғаилә булып Йәһүәгә хеҙмәт иткән (Әйүп 38:4—7).
ФӘРЕШТӘЛӘР АЛЛА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕНӘ ЯРҘАМ ИТӘ
4. Фәрештәләрҙең кешеләр менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
4 Фәрештәләр кешеләрҙең тормошо менән, Йәһүәнең ергә һәм кешелеккә ҡарата ниәте менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынған (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30, 31; 1 Петр 1:11, 12). Әҙәм менән Һауа Йәһүәгә ҡаршы баш күтәргәс, фәрештәләр, әлбиттә, бик ҡайғырған. Кешеләрҙең күбеһенең Йәһүәгә буйһонмауын күреп, улар, моғайын, бөгөн тағы ла нығыраҡ көйөнәлер. Бына ни өсөн кем дә булһа тәүбәгә килеп Йәһүәгә ҡайтһа, фәрештәләр бик шатлана (Лука 15:10). Фәрештәләр Алла хеҙмәтселәре менән айырыуса ҡыҙыҡһына. Йәһүә фәрештәләрен үҙенең ерҙәге хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртыр өсөн һәм уларҙы яҡлар өсөн ебәрә (Еврейҙарға 1:7, 14). Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта бер нисә миҫал ҡарайыҡ.
5. Фәрештәләр элек Алла хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткән?
5 Содом һәм Аморра ҡалаларын юҡ итер алдынан, Йәһүә, Лут ғаиләһен ҡотҡарыр өсөн, үҙенең ике фәрештәһен ебәргән (Башланмыш 19:15, 16). Йөҙәрләгән йылдар үткәс, арыҫландар соҡорона ырғытылған Данил пәйғәмбәрҙе ҡотҡарыр өсөн, Йәһүә үҙенең «фәрештәһен ебәреп, арыҫландарҙың ауыҙын» япҡан (Данил 6:22). Һуңыраҡ үҙенең фәрештәһе аша ул илсе Петрҙы төрмәнән азат иткән (Ғәмәлдәр 12:6—11). Ғайсаға ла, ул ерҙә булған сағында, фәрештәләр ярҙам иткән. Мәҫәлән, һыуға сумдырылғандан һуң, «фәрештәләр Уға хеҙмәт» иткән (Марк 1:13). Ә тап үлем язаһы алдынан «бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән» (Лука 22:43).
6. а) Фәрештәләрҙең Алла хеҙмәтселәренә бөгөн дә ярҙам итеүен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? б) Хәҙер ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
6 Бөгөн фәрештәләр кешеләргә күренмәй. Әммә Алла улар аша үҙенең хеҙмәтселәренә һаман да ярҙам итә. Изге Яҙмала былай тиелә: «Йәһүәнең фәрештәһе Алланы тәрән хөрмәт итеүселәр тирәләй лагерь ҡора һәм уларҙы ҡотҡара» (Зәбур 34:7). Ни өсөн беҙ фәрештәләрҙең яҡлауына мохтаж? Сөнки беҙҙең көслө һәм яуыз дошмандарыбыҙ бар. Улар беҙгә зыян килтерергә теләй. Кемдәр улар? Ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Һәм улар беҙгә нисек зыян итергә теләй? Был һорауҙарға яуап бирер өсөн, Алла Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәс, нимә булғанын иҫкә төшөрәйек.
КҮҘГӘ КҮРЕНМӘГӘН ДОШМАНДАР
7. Иблискә эйәреп, кешеләр нимә эшләгән?
7 Был китаптың 3-сө бүлегенән белеүебеҙсә, бер фәрештә үҙе идара итергә теләп, Аллаға ҡаршы баш күтәргән. Изге Яҙма уны Шайтан Иблис тип атай (Асылыш ). Иблис кешеләрҙең дә Аллаға ҡаршы сығыуын теләгән. Ул Һауаны, ә һуңыраҡ ерҙә тыуған кешеләрҙең күбеһен бик оҫта алдаған. Шуға ҡарамаҫтан, Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре, мәҫәлән, 12:9Һабил, Ханох, Нух Йәһүәгә тоғро ҡалған (Еврейҙарға 11:4, 5, 7).
8. а) Нисек ҡайһы бер фәрештәләр ендәр булып киткән? б) Туфандан ҡотолор өсөн ендәр нимә эшләгән?
8 Нух заманында ҡайһы бер фәрештәләр ҙә Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Улар, күктәге йәшәү урынын ҡалдырып, ергә төшкән һәм кеше ҡиәфәтенә ингән. Ни өсөн? Изге Яҙмала әйтелеүенсә, улар ҡатындарға өйләнергә теләгән. (Башланмыш 6:2-не уҡығыҙ.) Әммә фәрештәләргә был тыйылған булған (Йәһүҙә 6). Яуыз фәрештәләргә эйәреп, кешеләрҙең күпселеге аҙғын һәм рәхимһеҙ булып киткән. Шуға күрә Йәһүә яуыз кешеләрҙе юҡ итер өсөн, ергә Туфан һыуы ебәргән. Әммә Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен һаҡлап ҡалған (Башланмыш 7:17, 23). Һәләк булмаҫ өсөн, яуыз фәрештәләр күккә кире ҡайтырға мәжбүр булған. Изге Яҙмала улар ендәр тип атала. Ендәр Иблистең фетнәһенә ҡушылып, уны үҙ Хакимы итеп һайлаған (Матфей 9:34).
9. а) Ендәр күккә кире ҡайтҡас, нимә булған? б) Беҙ артабан нимә белербеҙ?
9 Был фетнәсел фәрештәләрҙе Йәһүә үҙ ғаиләһенә кире ҡабул итмәгән (2 Петр 2:4). Беҙҙең көндәрҙә ендәр кеше ҡиәфәтенә керә алмаһа ла, һаман бөтөн донъяны алдауын дауам итә (Асылыш 12:9; 1 Яхъя 5:19). Әйҙәгеҙ, улар шул тиклем күп кешене нисек алдата ала икәнен ҡарап сығайыҡ. (2 Коринфтарға 2:11-ҙе уҡығыҙ.)
ЕНДӘР КЕШЕЛӘРҘЕ НИСЕК АЛДАТА?
10. Ендәр кешеләрҙе нисек алдата?
10 Ендәр кешеләрҙе төрлө ысулдар менән алдата. Кешеләр, туранан-тура үҙҙәре йәиһә берәйһе аша, мәҫәлән, Галаттарға 5:19—21). Ни өсөн? Сөнки был тоҙаҡ. Балыҡсы балыҡты ҡармаҡҡа эләктерер өсөн төрлө ем ҡулланған кеүек, ендәр ҙә кешеләрҙе «тотор» өсөн төрлө алымдар ҡуллана. (26-сы ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
им-томсолар, сихырсылар, күрәҙәселәр аша тәбиғәттән өҫтөн көстәр менән бәйләнешкә инәбеҙ тип, ысынында ендәр менән аралаша. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ендәр менән бәйле эштәрҙә беҙ бер ҡасан да, бер нисек тә ҡатнашырға тейеш түгел (11. Күрәҙәлек итеү нимә ул, һәм ни өсөн уның менән шөғөлләнергә ярамай?
11 Ендәр ҡулланған шундай алымдарҙың береһе — ул күрәҙәлек итеү. Нимә ул күрәҙәлек итеү? Был киләсәкте йә билдәһеҙ берәй нәмәне белергә теләү маҡсаты менән тәбиғәттән өҫтөн көстәрҙе ҡулланыу. Кешеләр нисек күрәҙәлек итә? Ҡайһы берәүҙәр йондоҙҙарға ҡарап күрәҙәлек итә, икенселәре ырымдарға ышана, өсөнсөләре кәрт һалып йә устарҙағы һыҙаттарға ҡарап юрай, ә башҡалары ноҡот һала, ҡот ҡоя. Күптәр бындай эштәрҙе зыянһыҙ тип һанай, әммә улар хаҡлы түгел. Ундай эштәр бик ҡурҡыныс. Изге Яҙмалағы миҫалдарҙан күренеүенсә, күрәҙәселәр туранан-тура ендәр менән бәйле. Инжилдә «күрәҙәселек ене эйәләшкән» бер ҡыҙ хаҡында әйтелә. Ҡыҙ ен ярҙамында күрәҙәлек ҡылған. Илсе Павел енде ҡыуып сығарғас, ҡыҙ киләсәкте юрау һәләтен юғалтҡан (Ғәмәлдәр 16:16—18).
12. а) Ни өсөн үлгәндәр менән бәйләнешкә инергә тырышыу ҡурҡыныс? б) Ни өсөн Алланың хеҙмәтселәре ерләү йолаларының ҡайһы берҙәрендә бер ҡасан да ҡатнашмаҫ?
12 Кешеләрҙе алдатыр өсөн, ендәр тағы бер алым ҡуллана. Улар беҙҙе, үлгәндәр ҡайҙалыр йәшәүен дауам итә, беҙҙең менән аралаша ала һәм беҙгә зыян килтерергә лә һәләтле, тип ышандырырға теләй. Мәҫәлән, яҡын дуҫын йә туғанын юғалтҡан кешеләр, үлгәндәр 1 Самуил 28:3—19). Ә ҡайһы бер кешеләр үлгән яҡындарының, улар менән һөйләшер өсөн, махсус рәүештә төшөнә керә алыуына ышана. Күп кенә ерләү йолалары ла үлгәндәрҙең ҡайҙалыр йәшәүен дауам итеүенә ышаныуға нигеҙләнгән. Мәҫәлән, үлгән кешене иҫкә алыу уңайына табын йыйыу йә ҡорбан салыу һәм мәрхүм менән хушлашыу кеүек йолалар. Бөтә был йолалар ендәр менән бәйле. Мәсихселәр шундай йолаларҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡанда, туғандары һәм күршеләре уларҙы тәнҡитләргә, мыҫҡылларға йә улар менән аралашмай башларға мөмкин. Әммә мәсихселәр шуны яҡшы белә: үлгәндәр башҡа берәй ерҙә йәшәүен дауам итмәй, улар менән бәйләнешкә инеп булмай һәм улар бер зыян да килтерә алмай (Зәбур 115:17). Шуға күрә һаҡ булығыҙ. Бер ҡасан да үлгәндәр йәки ендәр менән бәйләнешкә инмәгеҙ һәм улар менән бәйле йолаларҙа ҡатнашмағыҙ. (Ҡанун 18:10, 11-ҙе уҡығыҙ; Ишағыя 8:19.)
менән аралаша алам, тигән кешеләргә мөрәжәғәт итә. Улар иһә үлгән кеше хаҡында ниҙер һөйләргә йә хатта уның тауышы менән өндәшергә мөмкин (13. Элек ендәрҙән ҡурҡып йәшәгән кешеләр, нимә эшләй алған?
13 Ендәр кешеләрҙе алдатыу ғына түгел, уларҙы ҡурҡытып тота. Оҙаҡламай Алла ерҙе Иблис һәм ендәрҙән таҙартасаҡ. Быны белеп, улар ҡоторғандан ҡотора бара (Асылыш 12:12, 17). Әммә ғүмере буйы ендәрҙән ҡурҡып йәшәгән меңләгән кеше хәҙер инде уларҙан ҡурҡмай. Ҡурҡыу хисенән улар нисек ҡотолған?
ЕНДӘР ТӘЬҪИРЕНӘН НИСЕК ҠОТОЛОРҒА?
14. Ефестағы мәсихселәр шикелле, беҙ ҙә ендәр тәьҫиренән нисек ҡотола алабыҙ?
14 Ендәргә нисек ҡаршы торорға һәм уларҙың тәьҫиренән нисек ҡотолорға? Изге Яҙма быға яуап бирә. Ғәмәлдәр 19:19). Улар мәсихсе булырға теләгән, шуға күрә сихыр менән бәйле китаптарын юҡ иткән. Бөгөн дә, Йәһүә хеҙмәтсеһе булырға теләгән кеше шуны уҡ эшләргә — ендәр менән бәйле бөтә әйберҙәрҙән арынырға тейеш. Был әйберҙәр сихырсылыҡты, ендәр менән аралашыуҙы йә тәбиғәттән өҫтөн булған күренештәрҙе ҡыҙыҡлы һәм зыянһыҙ итеп күрһәтә. Мәҫәлән, китаптар, журналдар, йондоҙнамәләр, фильмдар, музыка, уйындар йә плакаттар. Кешеләр үҙҙәрен яуызлыҡтан һаҡлар өсөн ҡулланған әйберҙәр ҙә шул иҫәпкә инә (1 Коринфтарға 10:21).
Мәҫәлән, Ефес ҡалаһында йәшәүселәр хәҡиҡәтте белгәнгә тиклем ендәр менән аралашҡан. Улар ендәр тәьҫиренән нисек ҡотолған? Инжилдә былай тиелә: «Сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе бөтәһе алдында үҙҙәренең китаптарын йыйып яндырҙы» (15. Иблис һәм ендәргә ҡаршы торор өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
15 Ефестағы мәсихселәр сихыр менән бәйле китаптарҙан арынғандан һуң йылдар үткәс тә, илсе Павел уларҙы «шаҡшы рухи көстәргә ҡаршы» көрәште артабан да дауам итергә өндәгән (Ефестарға 6:12). Ни өсөн? Сөнки ендәр һаман да уларға зыян килтерергә маташҡан. Шуға күрә мәсихселәргә тағы нимә эшләргә кәрәк булған? Илсе Павел былай тип яҙған: «Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә [йә туҡтата] алырһығыҙ» (Ефестарға 6:16). Ҡалҡан һуғышсыны яҡлаған кеүек, беҙҙе иманыбыҙ яҡлар. Йәһүәнең беҙҙе яҡлай алыуына тулыһынса инанһаҡ, беҙ Иблис һәм уның ендәренә ҡаршы тора алырбыҙ (Матфей 17:20).
16. Иманыбыҙҙы нисек нығытырға?
16 Беҙ иманыбыҙҙы нисек нығыта алабыҙ? Изге Яҙманы 1 Яхъя 5:5).
көн һайын уҡырға һәм Йәһүәгә таянырға өйрәнергә кәрәк. Уға тулыһынса ышанһаҡ, Иблис һәм ендәр беҙгә зыян килтерә алмаҫ (17. Беҙҙе ендәрҙән тағы нимә һаҡлар?
17 Ефес ҡалаһында йәшәүсе мәсихселәргә тағы нимә эшләргә кәрәк булған? Улар сихырсылыҡ киң ҡолас йәйгән ҡалала йәшәгән. Шуға Павел уларға: «Һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ», — тип кәңәш иткән (Ефестарға 6:18). Тимәк, улар, гел доға ҡылып, Йәһүәнең яҡлауын һорарға тейеш булған. Ә беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Беҙ ҙә ендәр менән бәйле эштәр киң таралған донъяла йәшәйбеҙ. Шуға күрә беҙгә лә Йәһүәгә, яҡлау һорап, гел доға ҡылырға һәм доғала уның исемен ҡулланырға кәрәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:10-ды уҡығыҙ.) Йәһүәнән беҙҙе Иблистән яҡлауын һораһаҡ, ул доғабыҙға яуап бирәсәк (Зәбур 145:19; Матфей 6:13).
18, 19. а) Иблис һәм уның ендәрен нисек еңеп була? б) Киләһе бүлектән беҙ нимә белербеҙ?
18 Әгәр ендәр менән бәйле бар нәмәнән арынһаҡ һәм Йәһүәнең беҙҙе яҡлаясағына шикләнмәһәк, Иблискә һәм уның ендәренә ҡаршы тора алырбыҙ. Уларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. (Яҡуб 4:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә ендәрҙән күпкә көслөрәк. Нух пәйғәмбәр көндәрендә Йәһүә уларҙы язаға тарттырған, ә киләсәктә иһә бөтөнләй юҡ итәсәк (Йәһүҙә 6). Был көрәштә яңғыҙ түгел икәнебеҙҙе онотмағыҙ. Йәһүә беҙҙе фәрештәләре аша яҡлай (2 Батшалар 6:15—17). Бер ҙә шикләнмәгеҙ, Йәһүәнең ярҙамы менән Иблис һәм уның ендәрен еңеп була (1 Петр 5:6, 7; 2 Петр 2:9).
19 Әммә Иблис һәм уның ендәре шул тиклем күп ҡайғы килтерә икән, ни өсөн Алла уларҙы ошоғаса юҡ итмәгән? Был хаҡта беҙ киләһе бүлектән белербеҙ.