37-СЕ ДӘРЕС
Йәһүә Самуил менән һөйләшә
Баш рухани И́лийҙың ике улы булған — Хөфни́ һәм Пинхә́с. Улар изге сатырҙа рухани булып хеҙмәт иткән. Хөфни́ һәм Пинхә́с Йәһүә ҡанундарына буйһонмаған һәм кешеләр менән үҙҙәрен насар тотҡан. Изра́илдәр Йәһүәгә ҡорбан килтергәндә, улар иттең иң яҡшы киҫәктәрен үҙҙәренә ала торған булған. И́лий был турала белһә лә, бер ни ҙә эшләмәгән. Һинеңсә, Йәһүә быға нисек ҡараған?
Самуи́л, Хөфни́ менән Пинхәстә́н күпкә йәшерәк булһа ла, уларҙан үрнәк алмаған. Йәһүә Самуилды́ хуплаған. Бер төн Самуи́л, үҙен саҡырған тауыш ишетеп, уянып китә. Ул тороп, И́лий янына йүгереп килә лә: «Мин бында!» — ти. Әммә И́лий: «Мин һине саҡырманым. Бар, йоҡла», — ти. Самуи́л яңынан урынына барып ята. Шунан был хәл тағы ла ҡабатлана. Ә инде Самуи́л өсөнсө тапҡыр үҙен саҡырған тауыш ишеткәс, И́лий Самуилды́ Йәһүә саҡырғанын аңлай. Ул Самуилға́, тауышты ҡабат ишетһә, былай тип әйтергә ҡуша: «Эйе, Йәһүә, хеҙмәтсең һине тыңлай».
Самуи́л яңынан йоҡларға ята. Шунда ул: «Самуи́л! Самуи́л!» — тигән тауыш ишетә. Ул: «Хеҙмәтсең һине тыңлай», — тип әйтә. Йәһүә уға былай ти: «И́лийға әйт, мин уны һәм уның ғаиләһен
язаға тартасаҡмын. Улдарының изге сатырҙа насар эштәр ҡылғанын ул белә, әммә бер нәмә лә эшләмәй». Иртәнсәк, ғәҙәттәгесә, Самуи́л изге сатырҙың ишектәрен аса. Ул баш руханиға Йәһүә әйткән һүҙҙәрҙе әйтергә ҡурҡа. Әммә И́лий үҙе уны саҡырып: «Улым, Йәһүә һиңә ни әйтте? Миңә барыһын да һөйлә», — ти. Шунда Самуи́л уға Йәһүә әйткәндәрҙе һөйләп бирә.Самуи́л үҫә бара, ә Йәһүә уның менән була. Бөтә изра́илдәр ҙә Йәһүәнең Самуилды́ пәйғәмбәр һәм хөкөмсө итеп һайлағанын белә.
«Йәшлегеңдә бөйөк Барлыҡҡа килтереүсеңде иҫтә тот» (Вәғәзсе 12:1)