Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

103-СӨ ДӘРЕС

«Һинең Батшалығың килһен»

«Һинең Батшалығың килһен»

Йәһүә былай тип вәғәҙә иткән: «Үлем дә, ҡайғы ла, илау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ. Мин кешеләрҙең күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәкмен. Бөтә насарлыҡ та онотоласаҡ».

Йәһүә Әҙәм менән Һауаны Эден баҡсаһына урынлаштырған. Ул уларҙың бәхетле һәм имен йәшәүен теләгән. Улар үҙенең күктәге Атаһына табынырға тейеш булған. Йәһүә уларға балалар табып, бөтә ер шарын тултырырға ҡушҡан. Әҙәм менән Һауа Йәһүәне тыңламаған булһа ла, уның ниәте үҙгәрмәгән. Ошо китаптан беҙ шуны белдек: Алланың бар вәғәҙәләре лә үтәлә. Ибраһимға́ вәғәҙә ителгәнсә, уның Батшалығы ергә иҫ киткес фатихалар килтерәсәк.

Тиҙҙән Шайтан, уның ендәре һәм яуыз кешеләр юҡҡа сығасаҡ. Бөтә кешеләр ҙә Йәһүәгә генә табынасаҡ. Беҙ бүтән ауырымаясаҡбыҙ һәм үлмәйәсәкбеҙ. Киреһенсә, һәр иртә шатлыҡ менән уянасаҡбыҙ, һәм көсөбөҙ ташып торасаҡ. Бөтә ер ожмахҡа әйләнәсәк. Һәр беребеҙҙең үҙ йорто, тәмле һәм файҙалы ризығы буласаҡ. Кешеләр уҫал һәм яуыз түгел, ә игелекле буласаҡ. Ҡыр хайуандары беҙҙән бүтән ҡурҡмаҫ, беҙ ҙә уларҙан ҡурҡмаясаҡбыҙ.

Күҙ алдына килтер, Йәһүә үлгәндәрҙе терелтә башлағас, ҡалай ҡыҙыҡ буласаҡ! Беҙ Һаби́л, Нух, Ибраһи́м, Сара́, Муса́, Руфь, Әсфирә́ һәм Дауытты́ күрәсәкбеҙ. Улар беҙҙең менән бергә ерҙе ожмахҡа әйләндерәсәк. Беҙҙең һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы эш буласаҡ.

Йәһүә һинең дә унда булыуыңды теләй. Һеҙ уның менән бик-бик яҡын дуҫтар булып китәсәкһегеҙ. Әйҙә, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы көн дә нығытайыҡ. Был дуҫлыҡ мәңгелек булһын!

«Раббы Аллабыҙ, һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың» (Асылыш 4:11)