Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

87-СЕ ДӘРЕС

Ғайсаның һуңғы Ҡотҡарылыу байрамы

Ғайсаның һуңғы Ҡотҡарылыу байрамы

Йыл һайын нисан айының 14-се көнөндә йәһүдтәр Ҡотҡарылыу байрамын үткәргән. Был байрам уларға шуны иҫкә төшөрөп торған: шул көндө Йәһүә уларҙы Мысы́р ҡоллоғонан азат итеп, Вәғәҙә ителгән ергә алып килгән. Беҙҙең эраның 33 йылында Ғайса һәм уның илселәре Иерусалимдағы бер йорттоң өҫкө бүлмәһендә йыйылып, Ҡотҡарылыу байрамын үткәрергә була. Киске аш аҙағында Ғайса: «Һеҙҙең берегеҙ миңә хыянат итәсәк», — ти. Илселәр шаҡ ҡатып: «Кемебеҙ был эште ҡылыр һуң?» — тип һорай. «Мин ошо икмәк киҫәген кемгә бирәм — ул шул», — тип яуап ҡайтара Ғайса. Шунан ул Йәһүҙә́ Искариотҡа́ икмәк һынығы бирә. Йәһүҙә́ шунда уҡ тора ла бүлмәнән сығып китә.

Шунан һуң Ғайса доға ҡыла ла икмәк бүлгесләп илселәренә бирә. Ул: «Ошо икмәкте ашағыҙ. Ул һеҙҙең өсөн биреләсәк тәнемде аңлата», — ти. Шунан ул шарап ала һәм, доға ҡылып, уны шәкерттәренә бирә. «Был шарапты эсегеҙ. Ул кешеләрҙең гонаһтары кисерелһен өсөн түгеләсәк минең ҡанымды аңлата. Һеҙ минең менән күктә батшалар булырһығыҙ, тип вәғәҙә итәм. Мине иҫкә алыр өсөн йыл да шулай эшләгеҙ», — тип әйтә Ғайса. Улар үткәргән осрашыу бөгөн Хужаның киске ашы тип атала.

Киске аштан һуң илселәр, арабыҙҙа кем иң бөйөк, тип бәхәсләшә башлай. Әммә Ғайса уларға: «Үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаған, ә кесерәк тип һанаған кеше бөйөк була», — ти.

Ғайса дауам итеп, былай ти: «Һеҙ минең дуҫтарым. Мин Атайым һөйләргә теләгәндең барыһын да һеҙгә һөйләйем. Оҙаҡламай мин күккә Атайыма китәм. Һеҙ бында ҡалаһығыҙ. Кешеләр бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер. Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ».

Аҙаҡта Ғайса доға ҡыла. Ул Йәһүәнән, минең бөтә шәкерттәремде лә яҡла, тип үтенә. Ул Йәһүәнән, уларға берҙәмлек һаҡларға ярҙам ит, тип һорай. Ғайса шулай уҡ Йәһүә исеменең изге тип танылыуы хаҡында доға ҡыла. Шунан Ғайса илселәре менән Йәһүәгә маҡтау йырҙары йырлай һәм улар бергәләп йорттан сығып китә. Тиҙҙән Ғайсаны ҡулға аласаҡтар.

«Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты» (Лука 12:32)