Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-сы бүлеккә инеш һүҙ

10-сы бүлеккә инеш һүҙ

Йәһүә — барыһы өҫтөнән Батша. Үткәндәге кеүек, киләсәктә лә, ул бөтә нәмәне контролдә тотасаҡ. Мәҫәлән, Йәһүә Иреми́яны үлемдән ҡотҡарған. Ул Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинәхте́ ҡыҙған мейестән, ә Данилды́ арыҫлан ауыҙынан азат иткән. Әсфирә́ үҙ халҡын ҡотҡара алһын өсөн, Йәһүә уны яҡлаған. Ул яуызлыҡтың мәңге хөкөм һөрөүенә юл ҡуймаясаҡ. Ҙур һын һәм бейек ағас тураһындағы пәйғәмбәрлектәр Алла Батшалығының яуызлыҡты тиҙҙән бөтөрәсәгенә һәм бөтә ер менән идара итәсәгенә инандыра.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

57-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Иремияны вәғәзләргә ебәрә

Иремия пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре өлкәндәрҙең асыуын сығарған.

58-СЕ ДӘРЕС

Иерусалимдың емерелеүе

Йәһүҙәлә кешеләр ялған илаһтарға табыныуын дауам иткән, шуға күрә Йәһүә уларҙы ҡалдырған.

59-СЫ ДӘРЕС

Йәһүәне тыңлаған дүрт егет

Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалған дүрт егет

60-СЫ ДӘРЕС

Мәңге торасаҡ батшалыҡ

Данил Набуҡаднизарға сәйер төштөң мәғәнәһен аңлатҡан.

61-СЕ ДӘРЕС

Улар баш эймәгән

Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх вавилон батшаһы ҡуйған алтын һынға баш эймәғән.

62-СЕ ДӘРЕС

Ҙур ағас тураһындағы төш

Набуҡаднизар үҙ киләсәге тураһында төш күргән

63-СӨ ДӘРЕС

Стеналағы яҙыу

Стеналағы серле һүҙҙәр ҡасан пәйҙә булған һәм улар нимә аңлаткан?

64-СЕ ДӘРЕС

Данил арыҫландар соҡоронда

Данил кеүек көн һайын Йәһүәгә доға ҡыл!

65-СЕ ДӘРЕС

Әсфирә үҙ халҡын ҡотҡара

Әсфирә килмешәк йәтим булһа ла, батшабикә булып киткән.

66-СЫ ДӘРЕС

Езра Алла Ҡанунына өйрәтә

Халыҡ Езраны тыңлағандан һуң Аллаға маҡсус вәғәҙә биргән.

67-СЕ ДӘРЕС

Иерусалим стеналары

Ниҡәми дошмандарҙың мәкерле пландары тураһында белеп ҡалған.Ни өсөн ул ҡурҡмаған?