22-СЕ БҮЛЕК
Илселәр ҡурҡмайынса вәғәзләй
Эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, мәсихселәр йыйылышы үҫә
ҒАЙСА күккә күтәрелгәндән һуң ун көн үткәс, уның 120 шәкерте б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамы ваҡытында Иерусалимдағы бер йортҡа йыйыла. Ҡапыл өйҙө көслө ел тауышы тултыра, һәм шәкерттәр мөғжизәле рәүештә төрлө сит телдәрҙә һөйләшә башлай. Был ғәҙәттән тыш күренеште нисек аңлатып була? Алла шәкерттәргә үҙенең изге рухын биргән була.
Урамда был байрамға төрлө илдәрҙән ағылған халыҡ тора. Ғайсаның шәкерттәре уларҙың туған телдәрендә иркен һөйләшә башлағас, халыҡ таң ҡала. Нимә булғанын аңлатып, Петер уларға Йәил пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен килтерә. Был пәйғәмбәрлектә Алла кешеләргә үҙ рухын ҡойоп, уларға мөғжизәле һәләттәр бирәсәк тип әйтелә (Йәил 2:28, 29; Илселәр 2:17, 18). Изге рухтың шулай эш итеүе мөһим үҙгәрештәрҙең барлыҡҡа килеүен асыҡ итеп күрһәтә: хәҙер Алла илтифатына Исраил түгел, ә яңы тыуған мәсихселәр йыйылышы эйә. Шуға күрә Алла хуплауын алып, уға хеҙмәт итергә теләүселәр хәҙер Мәсихтең шәкерттәре булып китергә тейеш.
Шул арала эҙәрлекләүҙәр башлана. Дошмандар Ғайса шәкерттәрен төрмәгә ултырта. Әммә төндә Йәһүәнең фәрештәһе төрмәнең ишектәрен аса ла, уларға артабан вәғәзләргә ҡуша. Таң атыу менән улар тап шулай эшләй ҙә. Улар ғибәҙәтханаға инеп, Ғайса тураһындағы яҡшы хәбәрҙе һөйләй башлай. Дини дошмандарҙың асыуҙары сыға, һәм улар шәкерттәргә вәғәздәрен туҡтатырға ҡуша. Бер ҙә ҡурҡмайынса илселәр: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк», — тип әйтәләр (Илселәр 5:28, 29).
Эҙәрлекләүҙәр көсәйә. Ҡайһы бер йәһүдтәр Эстефән шәкертте көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләп, таштар атып уны үлтерә. Тарс ҡалаһынан Саул исемле йәш кеше уның үлтерелеүен хуплап ҡарап тора. Унан һуң ул Мәсихкә эйәргән кешеләрҙе ҡулға алыр өсөн Дәмәшеҡҡа китә. Юлда барғанда, уның тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китә һәм: «Саул, Саул! Ниңә һин мине эҙәрлекләйһең?» — тигән тауыш ишетелә. Яҡтылыҡтан һуҡырайған Саул: «Һин кем, Раббы?» — тип һорай. «Мин... Ғайса», — тип яуап бирә тауыш (Илселәр 9:3—5).
Өс көндән һуң, Саулға күреү һәләтен кире ҡайтарыр өсөн, Ғайса уға үҙенең Анани исемле шәкертен ебәрә. Саул һыуға сумдырылыу үтә һәм ҡурҡмайынса Ғайса тураһында вәғәзләй башлай. Ул мәсихсе йыйылыштың ашҡыныусан ағзаһы булып китә һәм илсе Паул булараҡ билдәле була.
Тәүҙә Ғайсаның шәкерттәре Алла Батшалығы тураһындағы яҡшы хәбәрҙе йәһүдтәр менән самариялыларға ғына һөйләй. Бер ваҡыт Алланан ҡурҡыусы Рим армияһының йөҙбашы Көрнили янына фәрештә килә һәм илсе Петерҙы алып килер өсөн, кешеләр ебәрергә ҡуша. Петер һәм башҡа шәкерттәр Көрнили менән уның туғандарына вәғәзләй. Петер һөйләгәндә, был йәһүд булмаған тыңлаусыларға изге рух иңә, илсе уларға Ғайсаны танып һыуға сумдырылыу үтергә ҡуша. Шулай итеп, хәҙер мәңгелек тормошҡа юл бөтә халыҡтарҙан булған кешеләргә асыла һәм мәсихсе йыйылыш яҡшы хәбәрҙе башҡа алыҫ ерҙәрҙә лә вәғәзләргә әҙер.
Инжилдәге Илселәр 1:1—11:21-гә нигеҙләнгән.