Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

16-СЫ БҮЛЕК

Мәсих килә

Мәсих килә

Йәһүә шуны асыҡлай: Назарет ҡалаһынан булған Ғайса — вәғәҙә ителгән Мәсих

ЙӘҺҮӘ кешеләргә вәғәҙә ителгән Мәсихте танырға нисек ярҙам итер? Быны белер өсөн, әйҙәгеҙ, Еврей Яҙмалары яҙылып бөткәндән һуң яҡынса дүрт быуат үткәс, нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Галилея өлкәһенең төньяғында, Назарет тип аталған ҡалала Мәрйәм исемле йәш ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Бер ваҡыт уға Жәбраил фәрештә килә. Ҡатын-ҡыҙ быға бик ныҡ ғәжәпләнә. Жәбраил Мәрйәмгә шундай хәбәр еткерә: уға изге рух иңәсәк һәм ул, ир-ат менән яҡынлыҡ ҡылмаһа ла, бала тыуҙырасаҡ. Мәрйәмдең улы вәғәҙә ителгән Батша буласаҡ һәм мәңге идара итәсәк! Алла уның күктәге тормошон мөғжизәле рәүештә Мәрйәмдең ҡарынына күсерәсәк. Шуға күрә ул кеше булып тыуһа ла, уны Алла Улы тип атаясаҡтар.

Мәрйәм был бик мөһим вазифаны үтәргә баҫалҡылыҡ менән ризалаша. Алла Мәрйәмдең буласаҡ иренә, Йософ исемле балта оҫтаһына, үҙ фәрештәһен ебәрә. Фәрештә уға Мәрйәмдең нисек ауырға ҡалғанын аңлата, һәм Йософ Мәрйәмгә өйләнә. Ләкин Мәсих Вифлеемда тыуасаҡ тигән пәйғәмбәрлек нисек үтәлер? (Михей 5:2) Был бәләкәй генә ҡала Назареттан 140 километр алыҫлыҡта урынлашҡан бит!

Рим идарасыһы халыҡтың иҫәбен алырға бойороҡ бирә. Кешеләр үҙҙәренең тыуған ҡалаларында теркәлергә тейеш була. Йософ менән Мәрйәмдең ата-бабалары, күрәһең, Вифлеемдан була, шуға күрә улар шул ҡалаға бара (Лука 2:3). Мәрйәм балаһын һарайҙа таба һәм уны утлыҡҡа һала. Тау битендә урынлашҡан көтөүселәргә тыуған бала — вәғәҙә ителгән Мәсих тигән хәбәрҙе еткерер өсөн, Алла күп фәрештәләрҙе ебәрә.

Һуңыраҡ Ғайсаның вәғәҙә ителгән Мәсих икәнлеген раҫлаған башҡа кешеләр ҙә була. Ишағия пәйғәмбәр алдан әйткәнсә, Мәсих үҙенең мөһим эшен башҡарыр алдынан, бер кеше уның өсөн юл әҙерләйәсәк (Ишағия 40:3). Был кеше — Сумдырыусы Яхъя. Ғайсаны күргәс, ул шатлыҡлы тауыш менән: «Бына донъяның гонаһын күтәрәсәк Алла Бәрәсе!» — тип ҡысҡырып ебәрә. Яхъяның ҡайһы бер шәкерттәре шунда уҡ Ғайсаға эйәрә. Был шәкерттәрҙең береһе: «Беҙ Мәсихте осраттыҡ», — тип әйтә (Яхъя 1:29, 36, 41).

Ғайсаның Мәсих икәнлеген раҫлаған тағы бер дәлил була. Яхъя Ғайсаны һыуға сумдырғанда, күктән Йәһүәнең тауышы ишетелә. Алла үҙенең изге рухы ярҙамында Ғайсаны Мәсих итеп билдәләп: «Был минең яратҡан Улым, мин уны хуплайым», — тип әйтә (Маттай 3:16, 17). Ниһайәт, вәғәҙә ителгән Мәсих килә!

Был ҡасан булған? Б. э. 29 йылында. Тап шул йылда Данил пәйғәмбәр әйткән теүәл 483 йыл тамамланған. Быларҙың барыһы — Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбатлаған ышандырырлыҡ дәлилдәрҙең бер нисәһе генә. Ғайса Мәсих ерҙә йәшәгәндә, нимә тураһында вәғәзләгән?

Инжилдәге Маттай китабының 1—3 бүлектәренә, Марк китабының 1-се бүлегенә, Лука китабының 2-се бүлегенә һәм Яхъя китабының 1-се бүлегенә нигеҙләнгән.