15-СЕ БҮЛЕК
Әсирлектәге пәйғәмбәргә киләсәк тураһында күренештәр бирелә
Данил Алла Батшалығы һәм Мәсихтең килеүе тураһында пәйғәмбәрлек итә. Бабилды яулап алалар
АЛЛАҒА ҡарата тәрән тоғролоғо менән айырылып торған йәш Данилды Бабилға, әле Иерусалим емерелгәнсе, әсирлеккә алып китәләр. Бабилдар уға һәм башҡа ҡайһы бер йәһүдтәргә саҡ ҡына күберәк ирек бирә. Данил Бабилда оҙаҡ ваҡыт йәшәй һәм Алланан ғәжәп фатихалар алып тора. Хатта уны арыҫландар ятҡан соҡорға ташлағанда ла, Алла уны үлемдән ҡотҡара. Уға шулай уҡ алыҫ киләсәктә буласаҡ ваҡиғалар тураһында күренештәр бирелә. Данил аша әйтелгән пәйғәмбәрлектәрҙең иң мөһимдәре Мәсих һәм уның идараһы менән бәйле.
Данилға Мәсихтең килеү ваҡыты әйтелә. Данилға «Юлбашсы Мәсихтең» ҡасан киләсәге хәбәр ителә: Иерусалимдың стеналарын яңынан төҙөү тураһындағы әмер сыҡҡас, тағы 69 ете йыллыҡ аҙна үткәндән һуң Мәсих килергә тейеш. Был әмер Данил йәшәгән көндәрҙән һуң күп йылдар уҙғас, б. э. т. 455 йылда сыға. Ғәҙәттәге аҙна — ете көндән, ә ете йыллыҡ аҙна ете йылдан тора. Тимәк, б. э. т. 455 йылда башланған 69 «аҙна» 483 йыл дауам итә һәм б. э. 29 йылында тамамлана. Шул йылда нимә булғанын киләһе бүлектә ҡарап сығырбыҙ. Данил шулай уҡ Мәсих гонаһтарҙы йолоп алыр өсөн үлемгә биреләсәк тип алдан әйтә (Данил 9:24—26).
Мәсих күктә Батша булып идара итәсәк. Данилға ғәжәйеп күренеш бирелә: «әҙәм улына оҡшаш» берәүгә, йәғни Мәсихкә күктәрҙә Йәһүәнең тәхете ҡаршыһына килергә рөхсәт бирелә. Йәһүә уға «хакимлыҡ, дан һәм батшалыҡ» тапшыра. Был Батшалыҡ мәңге торорға тейеш була. Данилға Мәсих етәкселек иткән был Батшалыҡ хаҡында тағы бер иҫ киткес ентеклелек асыла: Батша менән бергә «Алла Тәғәләнең изгеләре» идара итәсәк (Данил 7:13, 14, 27).
Батшалыҡ донъялағы бөтә хөкүмәттәрҙе юҡ итәсәк. Алла Данил пәйғәмбәргә Бабил батшаһы Навуходоносорҙы аптырашта ҡалдырған бер төштө аңлатырға һәләт бирә. Төшөндә батша ғәйәт ҙур тораташ күрә. Был тораташтың башы — алтындан, түше һәм ҡулдары — көмөштән, эсе һәм боттары — баҡырҙан, аяҡтары — тимерҙән һәм аяҡ табандары тимер ҡатыш балсыҡтан була. Тауҙан таш айырылып, тораташтың мурт табандарына бәрелә. Тораташ селпәрәмә килеп емерелә. Пәйғәмбәр аңлатыуынса, тораташтың алтын башы — Бабил батшалығы, ә уның ҡалған өлөштәре — бер-береһен алмаштырған донъя державалары. Данил бындай пәйғәмбәрлек әйтә: был яуыз донъяның һуңғы державаһы идара иткәндә, Алла Батшалығы эш итә башлаясаҡ. Ул донъялағы бөтә хөкүмәттәрҙе емерәсәк, ә үҙе мәңге идара итәсәк (Данил, 2-се бүлек).
Данил бик оло йәшкә етеп, Бабилдың емерелеүен күрә. Пәйғәмбәрҙәр әйткәнсә, Кир батша ҡаланы яулап ала. Бер аҙҙан исраилдар әсирлектән азат ителә һәм алдан әйтелгәнсә — тап 70 йылдан һуң — ташландыҡ хәлдә ятҡан тыуған ерҙәренә ҡайта. Тоғро хакимдар, руханиҙар һәм пәйғәмбәрҙәр етәкселегендә йәһүдтәр Иерусалимды торғоҙалар һәм Йәһүәнең ғибәҙәтханаһын яңынан төҙөйҙәр. Әммә 483 йыл үткәс, нимә булған?
Данил китабына нигеҙләнгән.