Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ БҮЛЕК

Ни өсөн беҙ Ғайсаны яратырға тейеш?

Ни өсөн беҙ Ғайсаны яратырға тейеш?

КҮҘ алдыңа килтер: һин батып барған кәмәлә ултыраһың, ти. Һин берәйһенең үҙеңде ҡотҡарыуын теләр инеңме? ~ Ә уға бының өсөн үҙ ғүмерен бирергә тура килһә? ~ Ғайса Мәсих тап шулай эшләгән дә. 37-се бүлектән белгәнебеҙсә, ул, беҙҙе ҡотҡарыр өсөн, үҙенең ғүмерен йолом итеп биргән.

Әлбиттә, Ғайса беҙҙе батып үлеүҙән ҡотҡармаған. Уның беҙҙе нимәнән ҡотҡарғанын хәтерләйһеңме? ~ Эйе, ул беҙҙе Әҙәмдән мираҫ итеп алынған гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарған. Ғайса хатта бик насар эштәр ҡылған кешеләр өсөн дә үлгән. Ә һин шундай кешеләр өсөн үҙ ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр инеңме? ~

Изге Яҙмала: «Берәүҙең тәҡүә кеше хаҡына ғүмерен бирере икеле, шулай ҙа бәғзе берәүҙең яҡшы әҙәм өсөн үлергә лә әҙер булыуы ихтимал», — тип яҙылған. Әммә Изге Яҙмала, Ғайса «Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн үлде», тип әйтелә. Эйе, ул хатта Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләр өсөн дә үлгән! Шулай уҡ Изге Яҙмала: «Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ [беҙ әле насар эштәр ҡылған саҡта], беҙҙең өсөн үлде», — тип яҙылған (Римдарға 5:6—8).

Хәтерләйһеңме, илселәрҙең кемеһе элек бик насар эштәр ҡылып йөрөгән? ~ Шул илсе былай тип яҙған: «Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде... ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын». Ул үҙе тураһында, ҡасандыр мин «яуызлыҡта йәшәгән» «аңһыҙ» кеше инем, тигән (1 Тимофейға 1:15; Титҡа 3:3).

Алла үҙенең Улын ундай кешеләр өсөн биргән икән, уның мөхәббәте ни тиклем бөйөк булғаны тураһында уйлап ҡына ҡара! Әйҙә, Изге Яҙмаңды ас та Яхъя китабының 3-сө бүлегендәге 16-сы шиғырҙы уҡы. Унда былай тиелә: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе».

Ғайса беҙҙең өсөн ғүмерен бирер алдынан ниндәй ғазаптар кисергән?

Ғайса беҙҙе, Атаһы һымаҡ уҡ, ныҡ ярата икәнен иҫбатлаған. Хәтерләйһеңдер, ошо китаптың 30-сы бүлегендә беҙ Ғайсаның ҡулға алынған төндә ниндәй ғазаптар кисергәне тураһында уҡыған инек. Ғайсаны, иң баш рухани Каиафа йортона килтереп, хөкөм итәләр. Саҡырылған шаһиттар килеп, уның тураһында тик ялған ғына һөйләй. Уны йоҙроҡлап туҡмайҙар. Шул уҡ ваҡытта Петр Ғайсанан баш тарта. Әйҙә, ошоларҙың барыһын күҙ алдына килтерәйек.

Таң ата. Ғайса төнө буйы йоҡламаған. Төндәге хөкөм итеү законһыҙ үткәрелгәнгә күрә, руханиҙар, Ғайсаны ҡабат хөкөм итер өсөн, тиҙ генә Юғары кәңәшмәгә — йәһүдтәрҙең юғары судына йыйыла. Улар тағы ла Ғайсаны Алла ҡаршыһында енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләй.

Шунан һуң руханиҙар, Ғайсаны бәйләп, Рим идарасыһы Пилат янына алып бара. Улар Пилатҡа: «Был кеше хөкүмәткә ҡаршы сыға. Ул үлергә тейеш!» — тиҙәр. Әммә Пилат руханиҙарҙың ялған һөйләүен аңлап ҡала. Шуға күрә ул: «Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем. Шунлыҡтан мин уны ебәрәм», — тип яуап бирә. Әммә руханиҙар һәм башҡа кешеләр: «Юҡ! Үлтер уны!» — тип ҡысҡыра.

Һуңыраҡ Пилат халыҡҡа, Ғайсаны ебәрергә теләйем, тип ҡабат әйтеп ҡарай. Әммә руханиҙар кешеләрҙе былай тип ҡысҡырырға ҡоторта: «Әгәр уны ебәрһәң, тимәк, һин дә хөкүмәткә ҡаршы! Үлтер уны!» Шау-шыу күтәрелә. Пилат ниндәй ҡарарға килер? ~

Ул халыҡтың баҫымына бирешә. Тәүҙә ул Ғайсаны ҡамсыларға ҡуша, ә һуңынан, үлтерһендәр тип, уны ғәскәриҙәр ҡулына тапшыра. Улар Ғайсаның башына сәнскеле үҫемлектән яһалған таж кейҙерә лә, алдына тубыҡланып, унан мыҫҡыллап көлә башлай. Шунан ғәскәриҙәр, Ғайсанан ҙур бағана күтәртеп, уны ҡала ситендәге «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә алып китә. Улар унда Ғайсаның ҡулдарын һәм аяҡтарын бағанаға ҡаҙаҡлай. Бағананы торғоҙғанда Ғайсаның яраларынан ҡан аға. Ауыртыу түҙә алмаҫлыҡ була.

Ғайса шунда уҡ үлмәй. Ул бер ни тиклем ваҡыт бағанала яфалана. Баш руханиҙар Ғайсаны һаман да мыҫҡыллай. Ә үтеп барыусылар: «Алла Улы булһаң, бағананан төш!» — тип көлә. Әммә Ғайса Атаһының үҙен ни өсөн ебәргәнен белә. Ул, беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн, үҙенең камил ғүмерен бирергә тейеш икәнен аңлаған. Ахыр сиктә, көндөҙгө сәғәт өстә ул һуңғы тапҡыр Атаһына ҡысҡырып өндәшә лә, үлә (Матфей 26:36—27:50; Марк 15:1; Лука 22:39—23:46; Яхъя 18:1—19:30).

Ғайса ни ҡәҙәр Әҙәмдән айырылып торған! Әҙәм Йәһүәне яратмаған һәм уны тыңламаған. Ул шулай уҡ үҙенең тоҡомдарын да яратмаған. Ул гонаһ ҡылғанға, беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы булып тыуғанбыҙ. Әммә Ғайса Йәһүәне лә, беҙҙе лә бик ныҡ ярата. Ул Йәһүәгә һәр ваҡыт тыңлаусан булған. Ул, Әҙәм килтергән зыянды ҡаплар өсөн, үҙенең ғүмерен биргән.

Беҙ Ғайсаны яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

Һин Ғайсаның беҙҙең хаҡҡа нимә эшләгәнен ҡәҙерләйһеңме? ~ Доға ҡылғанда, һин Йәһүәгә беҙҙең өсөн үҙенең Улын биргәненә рәхмәттәр әйтәһеңме? ~ Илсе Павел Ғайсаға ҡылған эштәре өсөн рәхмәтле булған. Павел, Алла Улы «мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән», тип яҙған (Галаттарға 2:20). Ғайса шулай уҡ һинең өсөн дә, минең өсөн дә үлгән. Беҙ мәңге йәшәй алһын өсөн, ул үҙенең камил ғүмерен биргән! Бына ни өсөн беҙ Ғайсаны яратырға тейеш.

Илсе Павел Коринфта йәшәгән мәсихселәргә: «Мәсих мөхәббәте беҙҙе өндәп тора», — тип яҙған. Нимәгә өндәп тора? Һин нисек уйлайһың? ~ Павел дауам итә: «Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде» (2 Коринфтарға 5:14, 15).

Мәсихте һөйөндөрөп йәшәр өсөн, һин нимә эшләй алаһың? ~ Мәҫәлән, һин Ғайса тураһында белгәндәреңде башҡаларға һөйләй алаһың. Шулай уҡ бына нимә тураһында уйлап ҡара: һин өйҙә бер үҙең ҡалдың, ти. Әсәйең дә, атайың да, башҡалар ҙа һинең нимә эшләгәнеңде күрмәй. Һин телевизор, йә интернет аша Ғайса хупламаған тапшырыуҙарҙы ҡарарһыңмы? ~ Онотма, Ғайса әле күктә һәм ул беҙҙең нимә эшләгәнебеҙҙе күреп тора!

Беҙ ҡылған бөтә эштәрҙе кем күреп тора?

Беҙ Йәһүәнән үрнәк алырға теләйбеҙ, һәм был Ғайсаны яратыр өсөн тағы бер сәбәп булып тора. Ғайса: «Атам Мине ярата», — тип әйткән. Беләһеңме, Алла ни өсөн Ғайсаны ярата, һәм ни өсөн беҙ ҙә Ғайсаны яратырға тейеш? ~ Сөнки Ғайса, Алланың ихтыярын үтәр өсөн, үлергә әҙер булған (Яхъя 10:17). Шуға күрә, әйҙә, Изге Яҙмала яҙылғанса эш итәйек. Унда былай тип яҙылған: «Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ. Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. ...Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе» (Ефестарға 5:1, 2).

Был шиғырҙар Ғайсаны нығыраҡ яратырға һәм уның беҙҙең өсөн эшләгәндәрен нығыраҡ ҡәҙерләргә ярҙам итәсәк: Яхъя 3:35; 15:9, 10 һәм 1 Яхъя 5:11, 12.