31-СЕ БҮЛЕК
Йыуанысты ҡайҙан табып була?
ҺИҢӘ ҡасан да булһа күңелһеҙ булғаны йә үҙеңде яңғыҙ хис иткәнең бармы? ~ Ә ҡайһы саҡта һиңә үҙеңде бер кем дә яратмай кеүек тойолғаны бармы? ~ Ҡайһы бер балалар ваҡыт-ваҡыт үҙҙәрен шулай тоя. Әммә Алла: «Мин һине онотмаясаҡмын», — тип вәғәҙә итә (Ишағыя 49:15). Был беҙҙе йыуата, шулай бит? ~ Эйе, Йәһүә Алла беҙҙе бик ныҡ ярата!
Изге Яҙманы яҙған кешеләрҙең береһе былай тип әйткән: «Хатта атайым һәм әсәйем мине ташлаһа ла, Йәһүә ташламаҫ, үҙе мине һыйындырыр» (Зәбур 27:10). Ошо һүҙҙәр беҙҙе ысынлап та йыуата ала, шулай бит? ~ Эйе, Йәһүә беҙҙе: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән... Мин һиңә ярҙам итермен», — тип ышандыра (Ишағыя 41:10).
Ләкин Йәһүә ҡайһы берҙә Шайтанға беҙгә ауырлыҡтар тыуҙырырға юл ҡуя. Йәһүә хатта Шайтанға үҙ хеҙмәтселәрен һынарға рөхсәт итә. Бер ваҡыт Иблис Ғайсаны шул тиклем ҡаты ғазаптарға дусар иткән, хатта Ғайса Йәһүәгә: «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» — тип ялбарған (Матфей 27:46). Ғайса, ғазап сикһә лә, Йәһүәнең үҙен ярата икәненә бер ҙә шикләнмәгән (Яхъя 10:17). Шулай уҡ Ғайса шуны белгән: Алла Шайтанға үҙ хеҙмәтселәрен һынарға һәм уларға ауырлыҡтар тыуҙырырға рөхсәт итә. Киләһе бүлектәрҙең береһенән беҙ ни өсөн Алла быға юл ҡуя икәнен белербеҙ.
Бәләкәй балаларға йыш ҡына ҡурҡыныс булырға мөмкин. Мәҫәлән, һинең ҡасан да булһа юғалғаның бармы? ~ Һин шул саҡта ныҡ ҡурҡтыңмы? ~ Күп балалар ҡурҡыр ине. Бер ваҡыт Бөйөк Остаз юғалған бәрәс тураһында хикәйә һөйләгән.
Ниндәйҙер мәғәнәлә һин шундай бәрәскә оҡшағанһың. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Һарыҡтар, ғәҙәттә, ҙур һәм көслө түгел. Улар тураһында ҡайғыртырға һәм уларҙы яҡларға кәрәк. Һарыҡтар тураһында ҡайғыртҡан кеше көтөүсе тип атала.
Ғайсаның хикәйәһендәге көтөүсенең 100 һарығы булған. Әммә бер бәрәсе юғалған. Бәлки, ул тауҙың аръяғында нимә булғанын ҡарарға булғандыр. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, ул көтөүҙән айырылған һәм аҙашҡан. Бәрәс тирә-яҡҡа ҡараһа — бер үҙе генә ҡалған. Уның ни ҡәҙәр ныҡ ҡурҡҡанын күҙ алдына килтерә алаһыңмы? ~
Бер бәрәсенең юғалғанын абайлап ҡалғас, көтөүсе нимә эшләйәсәк? Ул: «Бәрәс үҙе ғәйепле. Был минең эшем түгел», — тип әйтерме? Йә ул, ҡалған 99 һарығын ышыҡ урында ҡалдырып, юғалған бахыр бәрәсен эҙләргә китерме? Бер бәрәс өсөн генә шул тиклем борсолорға кәрәкме? ~ Әгәр һин шул юғалған бәрәс урынында булһаң, көтөүсенең үҙеңде эҙләп табыуын теләр инеңме? ~
Көтөүсе бөтә һарыҡтарын, хатта юғалғанын да, бик ныҡ яратҡан. Шуға күрә лә ул уны эҙләргә киткән. Бәрәс, көтөүсеһен күреп ҡалғас, ни ҡәҙәр ҡыуанғандыр! Көтөүсе лә бәрәсен тапҡанына бик шатланған, тигән Ғайса. Ул табылған бәрәсенә, ҡалған 99 һарығына ҡарағанда ла,
нығыраҡ шатланған. Ғайсаның хикәйәһендәге көтөүсене кем менән сағыштырып була? Беҙҙең хаҡта, көтөүсе һарыҡтары тураһында наҙлы итеп ҡайғыртҡан һымаҡ, кем ҡайғырта? ~ Ғайсаның һүҙҙәре буйынса был — уның күктәге Атаһы. Ә уның Атаһы — Йәһүә.Йәһүә — үҙ халҡының Бөйөк Көтөүсеһе. Ул үҙенә хеҙмәт иткәндәрҙең барыһын, шул иҫәптән һинең һымаҡ бәләкәстәрҙе лә, бик ныҡ ярата. Ул беҙҙең насар хәлгә эләгеүебеҙҙе теләмәй. Алланың беҙҙең хаҡта ҡайғыртып торғанын белеү беҙҙе бик йыуата! (Матфей 18:12—14)
Һин Йәһүә Алланың барлығына ысындан да ышанаһыңмы? ~ Ул һинең өсөн, атайың йә һинең турала ҡайғыртып торған башҡа кеше һымаҡ, ысынбарлыҡтағы шәхесме? ~ Эйе, беҙ Йәһүә Алланы күҙҙәребеҙ менән күрә алмайбыҙ, сөнки ул Рух. Уның тәнен кеше күҙе күрә алмай. Әммә ул ысынбарлыҡтағы шәхес, һәм ул беҙҙе күрә. Беҙгә ярҙам кәрәк булғанда, ул быны белә.
Беҙ уның менән доғала кешеләр менән һөйләшкән һымаҡ һөйләшә алабыҙ. Йәһүә беҙҙең үҙе менән һөйләшеүебеҙҙе теләй.Шуға күрә үҙеңде яңғыҙ йә күңелһеҙ хис итһәң, нимә эшләргә кәрәк? ~ Барыһын да Йәһүәгә һөйлә. Уға яҡынлаш, һәм ул һине йыуатыр, һиңә ярҙам итер. Онотма, хатта үҙеңде яңғыҙ хис иткәндә лә, Йәһүә һине ярата. Әйҙә, Изге Яҙманы асып, Зәбур китабының 23-сө бүлегендә нимә яҙылғанын ҡарайыҡ. Беренсе шиғырҙан башлап уҡыйыҡ: «Йәһүә — Көтөүсем минең. Мин һис нәмәгә мохтаж булмаҫмын. Үләнле көтөүлектә ул мине ял иттерә, мул һыулы тыныс урындарға алып бара».
Ә хәҙер 4-се шиғырҙа нимә яҙылғанына иғтибар ит: «Дөм ҡараңғылыҡ ҡаплаған үҙәнлектән барһам да, мин һис ниндәй яуызлыҡтан ҡурҡмайым, сөнки һин минең менән. Көтөүсе таяғың миңә ышаныс бирә». Йәһүә Алланың хеҙмәтселәре үҙҙәрен тап шулай хис итә. Ауыр булған саҡта Йәһүә уларҙы йыуата. Ә һин шундай уҡ хистәр кисерәһеңме? ~
Ҡайғыртыусан көтөүсе шикелле, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. Йәһүә уларға дөрөҫ юлды күрһәтә, һәм улар шатланып уның артынан эйәрә. Шул юлда ауырлыҡтар тыуһа ла, уларға ҡурҡырға кәрәкмәй. Көтөүсе, үҙ һарыҡтарын йыртҡыс хайуандарҙан яҡлар өсөн, таяғын ҡуллана. Изге 1 Самуил 17:34—36). Алланың хеҙмәтселәре лә Йәһүәнең үҙҙәрен яҡлаясағына ышана. Улар үҙҙәрен ҡурҡынысһыҙ урында булған һымаҡ тоя, сөнки Алла үҙе улар менән.
Яҙмала йәш Дауыттың үҙ һарыҡтарын арыҫландан һәм айыуҙан яҡлағаны тураһында әйтелә (Йәһүә ысындан да үҙ һарыҡтарын ярата һәм улар хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. Изге Яҙмала, Йәһүә үҙ көтөүен көтөүсе һымаҡ ҡайғыртыр, ә бәрәстәрен күтәреп ҡулында йөрөтөр, тип әйтелә (Ишағыя 40:11).
Быны белеү һине йыуатамы? ~ Һин Алланың бәрәстәренең береһе булырға теләйһеңме? ~ Һарыҡтар көтөүселәренең тауышын тыңлай. Улар уның янында ғына йөрөй. Ә һин Йәһүәне тыңлайһыңмы? ~ Һин уға яҡынһыңмы? ~ Әгәр шулай икән, һиңә бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй. Йәһүә һәр ваҡыт һинең яныңда булыр.
Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. Әйҙә, был турала Зәбур 37:25, 55:22 һәм Лука 12:29—31-ҙә уҡыйыҡ.