Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК

Һәр нәмәлә намыҫлы бул

Һәр нәмәлә намыҫлы бул

«Һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ» (ЕВРЕЙҘАРҒА 13:18).

1, 2. Бөтә көсөбөҙҙө һалып намыҫлы ҡалырға тырышыуыбыҙҙы күргәндә, Йәһүә нимә хис итә?

БЕР малай мәктәптән ҡайтып килгәндә юлда кошелёк таба. Ул нисек эш итә? Малай аҡсаны үҙенә ҡалдыра алыр ине. Әммә ул кошелёкты хужаһына ҡайтара. Был хаҡта белеп ҡалғас, әсәһенең йөрәге ғорурлыҡ менән тула.

2 Ата-әсәләрҙең күбеһенә балаларының намыҫлы булыуы шатлыҡ килтерә. Күктәге Атайыбыҙ Йәһүә лә — «хәҡиҡәт Аллаһы» — намыҫлы булыуыбыҙҙы күреп бик шатлана (Зәбур 31:5). Беҙ уның күңелен табырға теләйбеҙ һәм «һәр нәмәлә дөрөҫ [намыҫлы, ЯДТ] эш итергә тырышабыҙ» (Еврейҙарға 13:18). Әйҙә, тормоштоң намыҫыбыҙ һыналған дүрт өлкәһенә иғтибар итәйек. Шунан һуң ауыр саҡтарҙа ла намыҫлы булыу ниндәй фатихалар килтереүен ҡарап сығырбыҙ.

ҮҘЕБЕҘ АЛДЫНДА НАМЫҪЛЫ БУЛЫУ

3—5. а) Ни өсөн үҙебеҙҙе яҡшы белергә кәрәк? б) Кәмселектәребеҙҙе танырға һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрергә нимә ярҙам итә ала?

3 Башҡалар алдында намыҫлы булыр өсөн, беҙ иң тәүҙә үҙебеҙҙе яҡшы белергә һәм йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы танырға тейеш. Был еңел булмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, беренсе быуатта Лаодикия ҡалаһындағы ҡәрҙәштәр үҙ-үҙен алдаған: улар, Алланың ихтыярын үтәйбеҙ, тип уйлаған, ысынында иһә Алла уларҙы хупламаған (Асылыш 3:17). Беҙҙең дә үҙебеҙҙең асылда ниндәй кеше булыуыбыҙ хаҡында хаталы фекер йөрөтөүебеҙ ихтимал.

4 Шәкерт Яҡуб: «Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ», — тип аңлатҡан (Яҡуб 1:26). Эйе, ниндәйҙер яҡшы эштәр башҡарып та, шул уҡ ваҡытта тупаҫ, сәнскеле һүҙҙәр ҡулланһаҡ йә ялған һөйләһәк, үҙ-үҙебеҙҙе алдар инек. Үҙ-үҙебеҙҙе алдауҙан ҡасырға беҙгә нимә ярҙам итер?

5 Көҙгөгә ҡарағанда беҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙҙе күрәбеҙ. Изге Яҙманы уҡығанда иһә эстән ниндәй булыуыбыҙҙы күрәбеҙ. Изге Яҙма көслө һәм йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы асыҡларға ярҙам итә. Беҙ фекерҙәребеҙҙә, эштәребеҙҙә һәм һөйләшеүебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр яһарға кәрәк икәнен аңлайбыҙ. (Яҡуб 1:23—25-те уҡы.) Әммә, минең бер етешһеҙлегем дә юҡ, тип уйлаһаң, яҡшы яҡҡа үҙгәрә алмаҫһың. Үҙеңде намыҫлы баһалар өсөн, Изге Яҙма кәрәк (Иремияның илауы 3:40; Аггей 1:5). Үҙеңдең ысынында ниндәй булыуыңды аңларға шулай уҡ доға ярҙам итә. Беҙ Йәһүәнән үҙебеҙҙе тикшереүен һәм, кәрәкле үҙгәрештәр яһар өсөн, кәмселектәребеҙҙе күрһәтеүен һорай алабыҙ (Зәбур 139:23, 24). «Мәкерле кешеләрҙән Йәһүә ерәнә бит, ә намыҫлылар — уның яҡын дуҫтары» тигән һүҙҙәрҙе иҫтә тотайыҡ (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32).

ҒАИЛӘЛӘ НАМЫҪЛЫ БУЛ

6. Ни өсөн ир менән ҡатын бер-береһе алдында асыҡ булырға тейеш?

6 Намыҫлы булыу ғаиләлә бигерәк тә мөһим. Ир менән ҡатын бер-береһе алдында асыҡ булһа, үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойор һәм бер-береһенә ышана алыр. Намыҫһыҙлыҡ төрлө нәмәлә сағылырға мөмкин. Мәҫәлән, никахта булған кеше берәйһенә күҙ уйнатырға, порнография ҡарарға йә йәшерен генә башҡа берәйһе менән романтик мөнәсәбәттәр үҫтерергә мөмкин. Мәҙхиә йырлаусының һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ. Ул былай тигән: «Мин ялғансы кешеләр менән аралашып ултырмайым, ысын йөҙөн йәшереүселәрҙән һаҡланып йөрөйөм» (Зәбур 26:4). Башҡа кеше хаҡында әхлаҡһыҙ уйҙарға бирелһәң дә, тормош иптәшеңде алдайһың, тип әйтеп була. Был никахыңа зыян килтерәсәк.

Никахыңды ҡаҡшатырҙай һәр нәмәне кисекмәҫтән кире ҡаҡ

7, 8. Балаларыңды намыҫлы булыу ни ҡәҙәр мөһим икәненә өйрәтер өсөн, Изге Яҙманы нисек ҡулланып була?

7 Балалар ҙа намыҫлылыҡ ни тиклем мөһим икәнен аңларға тейеш. Уларҙы быға өйрәтер өсөн, атай-әсәйҙәр Изге Яҙманы ҡуллана ала. Мәҫәлән, унда намыҫһыҙ эш иткән кешеләр хаҡында яҙылған: ҡараҡ булып киткән Ахан; аҡса алыр өсөн алдаған Ғыйзи; аҡса урлаған һәм һуңынан Ғайсаны 30 көмөш тәңкәгә һатҡан Йәһүҙә (Ешуа 6:17—19; 7:11—25; 2 Батшалар 5:14—16, 20—27; Матфей 26:14, 15; Яхъя 12:6).

8 Изге Яҙмала шулай уҡ намыҫлы кешеләр хаҡында ла яҙылған: улдарына тапҡан аҡсаларын ҡайтарырға ҡушҡан Яҡуп; Аллаға биргән вәғәҙәһен үтәгән Ифтах һәм уның ҡыҙы; ауыр саҡта ла намыҫлы ҡалған Ғайса (Башланмыш 43:12; Хөкөмсөләр 11:30—40; Яхъя 18:3—11). Был миҫалдар балаларҙы намыҫлылыҡты юғары баһаларға өйрәтер.

9. Ата-әсәһенең намыҫлы булыуы балаға нисек ярҙам итәсәк?

9 Атай-әсәйҙәр үҙҙәре Изге Яҙмалағы ошо принципты иҫтә тоторға тейеш: «Ни өсөн һуң башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? Урлашмауҙы вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың?» (Римдарға 2:21). Ата-әсә бер төрлө әйтеп, икенсе төрлө эш итһә, бала быға иғтибар итә. Ул, ата-әсәһенең намыҫһыҙлығын күреп, аптырашта ҡала. Бала, хатта кескенә нәмәләрҙә лә ата-әсәһенең алдашҡанын абайлаһа, үҙенең дә шулай эш итеүе ихтимал. (Лука 16:10-ды уҡы.) Әммә ата-әсәһенең намыҫлы булыуын күреү балаға үҙенә лә киләсәктә намыҫлы атай йә әсәй булырға ярҙам итәсәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6; Ефестарға 6:4).

ЙЫЙЫЛЫШТА НАМЫҪЛЫ БУЛ

10. Ҡәрҙәштәребеҙ менән һөйләшкәндә, беҙ нисек намыҫлы була алабыҙ?

10 Ҡәрҙәштәребеҙ менән мөғәмәлә иткәндә лә намыҫлы булырға кәрәк. Көндәлек темаларға һөйләшеүҙәр еңел генә ғәйбәт һатыуға, хатта яла яғыуға әйләнергә мөмкин. Берәй мәғлүмәтте, дөрөҫмө, юҡмы икәнен белмәй тороп, ҡабатлаһаҡ, ялған хәбәр таратыуыбыҙ бар. Телебеҙҙе тыйыу күпкә яҡшыраҡ булыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:19). Намыҫлы булыу бөтә фекерҙәреңде, белгән йә ишеткән һәр нәмәне әйтергә кәрәк тигәнде аңлатмай. Һин һөйләргә йыйынған хәбәр дөрөҫ булһа ла, уны әйтер алдынан үҙеңдән һора: ул эшкә ҡыҫылышым бармы? Ул мәғлүмәтте ҡабатларға кәрәкме? Уны һөйләп, мин игелек күрһәтерменме? (1 Фессалоникаларға 4:11). Ҡайһы бер кешеләр тупаҫ һөйләшеүҙәрен: «Мин дөрөҫөн генә әйтәм бит», — тип аҡларға маташа. Әммә Йәһүә халҡы булараҡ беҙ һүҙҙәребеҙҙең һәр ваҡытта ла яғымлы һәм игелекле булыуын теләйбеҙ. (Колосстарға 4:6-ны уҡы.)

11, 12. а) Гонаһ ҡылған кеше намыҫлы булмаһа, үҙ хәлен нисек киҫкенләштерергә мөмкин? б) Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирә алыр инек? в) Йәһүәнең ойошмаһы алдында беҙ нисек намыҫлы була алабыҙ?

11 Йәһүә йыйылыш хаҡында ҡайғыртырға өлкәндәргә ҡушҡан. Намыҫлы булһаҡ, уларға беҙгә ярҙам итергә еңелерәк булыр. Ни өсөн? Ауырып китһәң һәм табипҡа барһаң, унан ауырыуыңдың берәй симптомдарын йәшерер инеңме? Улай эшләһәң, табип һиңә ярҙам итә алырмы? Шул рәүешле беҙ етди хата яһаһаҡ, был хаҡта алдарға ярамай. Бының урынына өлкәндәргә барып, барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләргә кәрәк (Зәбур 12:2; Ғәмәлдәр 5:1—11). Шундай осраҡты ла күҙ алдыңа килтер: һин дуҫыңдың етди хата яһағанын белеп ҡалдың, ти (Левиттар 5:1). «Мин ысын дуҫ булһам, белгәнемде сер итеп тотормон», — тип әйтерһеңме? Әллә дуҫыңа Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен торғоҙорға һәм нығытырға ярҙам итеү — ул өлкәндәрҙең вазифаһы икәнен иҫеңә төшөрөрһөңмө? (Еврейҙарға 13:17; Яҡуб 5:14, 15).

12 Вәғәз хаҡында хисап биргәндә лә беҙгә Йәһүә ойошмаһы алдында намыҫлы булырға кәрәк. Шулай уҡ пионер хеҙмәтенә йә, хеҙмәттең башҡа төрөндә ҡатнашыр өсөн, ғариза тултырғанда ла беҙ намыҫлы. (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19-ҙы уҡы.)

13. Беҙ эш менән бәйле һорауҙарҙа ҡәрҙәштәр алдында нисек намыҫлы була алабыҙ?

13 Мәсихсегә Аллаға ғибәҙәт ҡылыуҙы эшкә ҡағылышлы һорауҙар менән бутарға ярамай. Мәҫәлән, эш менән бәйле һорауҙарҙы беҙ Батшалыҡ залында йә вәғәздә хәл итмәйбеҙ. Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе табыш алыу маҡсатында файҙаланмайбыҙ. Йәһүә шаһитын яллаһаң, уға эш хаҡын ваҡытында бир, вәғәҙә ителгән аҡсаны түлә, ҡанун талап иткән бөтә льготаларҙы бир. Шул иҫәпкә медицина страховкаһы йә түләүле отпуск та инә (1 Тимофейға 5:18; Яҡуб 5:1—4). Ә Йәһүә шаһитына үҙең ялланған булһаң, ул һине башҡаларҙан өҫтөн күрер, тип көтмә (Ефестарға 6:5—8). Килешеү буйынса нисә сәғәт эшләргә тейешһең, шунса эшлә һәм ниндәй эш башҡарырға тейешһең, шуны эшлә (2 Фессалоникаларға 3:10).

14. Ҡәрҙәшебеҙ менән бергәләшеп шәхси эш асыр алдынан нимә эшләргә кәрәк?

14 Ә ҡәрҙәшебеҙ менән бергәләп шәхси эш асһаҡ? Был аҡса йә заём индереүҙе талап итергә мөмкин. Шундай осраҡтар өсөн Изге Яҙмала бер файҙалы принцип бар: барыһын яҙып һәм теркәп барырға кәрәк! Иремия пәйғәмбәр баҫыу һатып алғас, ике экземпляр документ төҙөгән, береһен, ҡул ҡуйһындар тип, шаһиттарға биргән һәм, киләсәктә ҡулланырға кәрәк булыр тип, икеһен дә һаҡлаған (Иремия 32:9—12; Башланмыш 23:16—20-не лә ҡара). Ҡайһы берәүҙәр, яҙылған килешеү төҙөһәләр, был ҡәрҙәштәргә ышанмауҙы күрһәтер, тип уйлай. Әммә ысынында, яҙылған килешеү төҙөү төрлө аңлашылмаусанлыҡтарҙан, күңел һүрелеүенән һәм ҡаршылыҡтарҙан һаҡлай ала. Эш менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәндә лә йыйылыштағы тыныслыҡ аҡсанан күпкә мөһимерәк икәнен онотма (1 Коринфтарға 6:1—8; 30-сы ҡушымтаны ҡара).

ЙЫЙЫЛЫШТАН ТЫШ НАМЫҪЛЫ БУЛЫУ

15. Йәһүә сауҙа эштәрендәге намыҫһыҙлыҡҡа нисек ҡарай?

15 Беҙ һәр кемгә, шул иҫәптән Йәһүә шаһиты булмаған кешеләргә ҡарата намыҫлы булырға тейеш. Йәһүә өсөн был бик мөһим. «Ялған үлсәү Йәһүә өсөн ерәнгес нәмә, ә теүәл гер күңеленә хуш килә», — тиелә Изге Яҙмала (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:1; 20:10, 23). Боронғо заманда сауҙа эшендә үлсәүҙәр киң ҡулланылған. Әммә ҡайһы бер сауҙагәрҙәр тауарҙы килешелгәндән кәмерәк биреп йә булмаһа артыҡ аҡса талап итеп, һатып алыусыларҙы алдаған. Намыҫһыҙлыҡ бөгөн дә — ғәҙәти хәл. Әммә Йәһүәнең ҡарашы үҙгәрмәгән: ул намыҫһыҙлыҡты бөгөн дә нәфрәт итә.

16, 17. Тағы ниндәй осраҡтарҙа намыҫлы булырға кәрәк?

16 Һәр беребеҙ ваҡыт-ваҡыт, мәҫәлән, эшкә урынлашҡанда, рәсми документтар тултырғанда йә мәктәп имтихандары биргәндә намыҫ һыналыуына дусар була. Күптәр алдауҙың, күпертеп һөйләүҙең йә башҡаларҙа яңылыш фекер тыуҙырыуҙың бер насарлығы ла юҡ, тип иҫәпләй. Һәм быға ғәжәпләнәһе лә юҡ. Изге Яҙмала был донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәрендә кешеләрҙең «үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған... яҡшылыҡҡа нәфрәтле» буласағы хаҡында алдан әйтелгән (2 Тимофейға 3:1—5).

17 Ҡайһы саҡта намыҫһыҙ кешеләр уңышҡа ирешә кеүек күренергә мөмкин (Зәбур 73:1—8). Алла хеҙмәтсеһе иһә, намыҫлы ҡалып, хатта эшен юғалтырға, аҡса яғынан отолорға йә эштә насар мөғәмәләгә тарырға мөмкин. Шулай ҙа, намыҫлы булып ҡалыр өсөн, һис ниндәй ҡорбан да йәл түгел. Ни өсөн шулай әйтеп була?

НАМЫҪЛЫ БУЛЫУ ФАТИХАЛАНА

18. Яҡшы исемгә эйә булыу ниндәй файҙа килтерә?

18 Намыҫлы һәм ышанысҡа лайыҡ тип атарлыҡ кешеләр беҙҙең заманда юғары баһалана, әммә ундайҙар бик һирәк. Шулай ҙа һәр беребеҙ ундай исем ҡаҙана ала (Миҡай 7:2). Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр, һине ахмаҡ тип атап, көлөр. Әммә башҡалар иһә намыҫлы булыуың өсөн һине хөрмәт итер һәм һиңә ышаныс менән ҡарар. Бөтә донъяла Йәһүә шаһиттары намыҫлылығы менән билдәле. Шуға күрә эш биреүселәрҙең ҡайһы берҙәре тап Йәһүә шаһиттарын эшкә алырға тырыша, сөнки уларҙың намыҫлы эшләйәсәгенә шикләнмәй. Башҡа эшселәрҙе намыҫһыҙ булғаны өсөн эштән ҡыуғанда, Йәһүә шаһиттары йыш ҡына эш урынын һаҡлап ҡала.

Тырышып эшләп, беҙ Йәһүәне данлай алабыҙ

19. Намыҫлы булыуыбыҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға нисек тәьҫир итә?

19 Бар нәмәлә лә намыҫлы булһаҡ, выжданыбыҙ саф булыр, күңел тыныслығы тойорбоҙ. Шул саҡта беҙ, илсе Павел һымаҡ: «Намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ», — тип әйтә алырбыҙ (Еврейҙарға 13:18). Әммә иң мөһиме, бар нәмәлә лә намыҫлы булыр өсөн һалған тырышлыҡтарың ҡайғыртыусан Атайыбыҙҙы, Йәһүәне ҡыуандырыр. (Зәбур 15:1, 2; Ғибрәтле һүҙҙәр 22:1-ҙе уҡы.)