УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК
«Иң изге иманығыҙ нигеҙендә үҙегеҙҙе нығытығыҙ»
«Иң изге иманығыҙ нигеҙендә үҙегеҙҙе нығытығыҙ... Алла мөхәббәтендә ҡалырһығыҙ» (ЙӘҺҮД 20, 21).
1, 2. Һин нимә төҙөйһөң, һәм ни өсөн төҙөлөштөң сифаты мөһим?
ҺИН тырышып йорт һалаһың. Башҡараһы эш әле күп. Эш ауыр булһа ла, шатлыҡлы. Һин ялҡауланмайынса һәм һис бирешмәйенсә эшләйһең, сөнки эштең сифаты тормошоңа, хатта киләсәгеңә лә бәйле. Ни өсөн? Сөнки был төҙөлөш — һин үҙең!
2 Ғайсаның шәкерте Йәһүд беҙгә үҙебеҙҙе ҡорорға, йәғни үҙгәртергә кәрәк тигән. Мәсихселәрҙе «Алла мөхәббәтендә ҡалырға» саҡырып, ул бының өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан. «Иң изге иманығыҙ нигеҙендә үҙегеҙҙе нығытығыҙ», — тигән ул (Йәһүд 20, 21). Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, үҙ иманыбыҙҙы нисек нығытырға һәм үҙ-үҙебеҙҙе рухи яҡтан нисек ҡорорға? Өс яҡҡа иғтибар итәйек.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ҒӘҘЕЛ ТАЛАПТАРЫНА ИМАНЫҢДЫ НЫҒЫТ
3—5. а) Шайтан һиңә Йәһүәнең талаптары тураһында ниндәй ялған фекерҙе тағырға теләй? б) Алланың талаптарына ҡарашыбыҙ ниндәй булырға тейеш һәм был ҡараш беҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш? Миҫал килтер.
3 Беренсенән, беҙгә Алланың ҡанундарына иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Был китапты өйрәнгәндә, һин тәртибебеҙгә ҡағылышлы Йәһүәнең ҡайһы бер ғәҙел талаптарын ҡарап сыҡтың. Уның талаптары тураһында нимә уйлайһың? Шайтандың һине алдап Йәһүәнең ҡанундары, принциптары һәм нормалары ҡаты, хатта мәрхәмәтһеҙ Башланмыш 3:1—6). Ул һине лә алдай алырмы? Был һинең ҡарашыңа бәйле.
тип ышандырғыһы килә. Ул Эден баҡсаһында ла шулай эшләп уңышҡа ирешкән, шуға күрә бөгөн дә шулай эшләй (4 Әйтәйек, һин матур ғына бер паркта ял итеп йөрөйһөң, ти. Ҡараһаң, уның бер өлөшөн ҡойма менән бүлеп ҡуйғандар. Парктың был өлөшө айырыуса ҡыҙыҡтырғыс булып күренә. Тәүҙә һин, бәлки, был ҡойма кәрәк түгел һәм ул һинең ирегеңде сикләй, тип уйларһың. Ләкин ҡойма аша ҡарағас, унда ҡорбанына ташланырға әҙер торған яуыз арыҫланды күрәһең! Хәҙер һин был ҡойманың ысынында һине яҡлағанын аңлайһың. Һине лә берәй ҡурҡыныс йыртҡыс хайуан үҙ ҡорбаны итер өсөн эҙләп йөрөмәйме? Алла Һүҙе беҙҙе былай тип киҫәтә: «Айыҡ фекерле, уяу булығыҙ. Һеҙҙең дошманығыҙ, Иблис, үкереүсе арыҫлан кеүек, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй» (1 Петер 5:8).
5 Шайтан — яуыз йыртҡыс хайуан. Йәһүә беҙҙең Шайтан ҡорбандары булып китеүебеҙҙе теләмәй. Шуға күрә беҙҙе уның күп төрлө «мәкерле эштәренән» яҡлар өсөн, беҙгә ҡанундар биргән (Эфестарға 6:11). Шуға күрә Алланың ҡанундары тураһында уйланғанда, беҙ был ҡанундарҙа сағылған күктәге Атабыҙҙың яратыуын күрергә тейеш. Ул саҡта улар беҙгә именлек һәм шатлыҡ килтерәсәк. «Азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереүсе һәм уны тотоусы, ишеткәнен онотмайынса, һүҙгә буйһоноусы... бәхетле буласаҡ», — тип яҙған Ғайсаның шәкерте Яҡуп (Яҡуп 1:25).
6. Алланың ғәҙел ҡанундарына һәм принциптарына иманды нығытыр өсөн иң яҡшы юл ниндәй? Миҫал килтер.
6 Ҡанун сығарыусы Аллаға һәм уның ҡанундарының аҡыллы булыуына иманыбыҙҙы нығытыр өсөн иң яҡшы юл — уның әмерҙәре буйынса йәшәү. Мәҫәлән, «Мәсих ҡанунын» үтәү шулай уҡ башҡаларҙы Ғайса «ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә өйрәтеүҙе» үҙ эсенә ала (Галаттарға 6:2; Маттай 28:19, 20). Мәсихселәргә шулай уҡ бергәләп ғибәҙәт ҡылыр өсөн һәм бер-береһен нығытыр өсөн осрашыуҙарға йөрөргә әмер бирелгән (Еврейҙарға 10:24, 25). Улар был әмергә етди ҡарай. Йәһүәгә даими, йыш һәм эскерһеҙ доға ҡыл. Был да Алла әмере (Маттай 6:5—8; 1 Тессалуникиҙарға 5:17). Беҙ был әмерҙәрҙе үтәп йәшәгәндә, уларҙың беҙгә яратыу тулы етәкселек биргәндәрен тағы ла асығыраҡ күрәбеҙ. Уларға буйһоноу беҙгә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. Ундай шатлыҡ менән ҡәнәғәтлекте был шомло донъяның бер ерендә лә табып булмай. Алла ҡанундары буйынса йәшәүҙең һиңә ниндәй файҙа килтергәне тураһында уйланғанда, әллә иманың нығымаймы?
7, 8. Йәһүә ҡанундарын ғүмер буйы үтәү бик ауыр булыр тип ҡайғырған кешеләр өсөн Алла Һүҙендә ниндәй һүҙҙәр яҙылған?
7 Ҡайһы берәүҙәр, Йәһүә ҡанундары буйынса ғүмер буйы йәшәү ауыр булыр, тип ҡайғыра. Улар, берәй сәбәп арҡаһында Алла ҡанундарын үтәй алмауҙан ҡурҡа. Һиндә лә ундай уйҙар тыуһа, бындай һүҙҙәрҙе иҫеңдә тот: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң, мин — һине файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла. Һин минең әмерҙәремә иғтибарлы булһаң ине! Шунда тыныслығың йылға һымаҡ һәм тәҡүәлегең диңгеҙ тулҡындары һымаҡ булыр ине» (Ишағия 48:17, 18). Был һүҙҙәр ғәжәп көс өҫтәй. Бының хаҡында берәй ҡасан уйлап ҡарағаның бармы?
8 Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Йәһүә шуны иҫебеҙгә төшөрә: уға тыңлаусан булыу беҙгә файҙа килтерә. Беҙ ике яҡтан файҙа күрәсәкбеҙ. Беренсенән, беҙҙең тыныслығыбыҙ өҙлөкһөҙ, тын ғына аҡҡан мул һыулы йылға кеүек буласаҡ. Икенсенән, тәҡүәлегебеҙ диңгеҙ тулҡындары кеүек буласаҡ. Ярҙа баҫып торғанда, тулҡындарҙың бер-бер артлы килеп бәрелгәндәрен күҙәткәнең бармы? Булһа, һин, һис шикһеҙ, был ваҡытлыса күренеш түгел икәнлеген аңлайһың һәм тулҡындарҙың һәр ваҡыт ярға бәрелеп торасағын беләһең. Йәһүә һинең тәҡүәлегең, йәғни тәҡүә эштәр ҡылырға ынтылыуың шул тулҡындар кеүек була ала тип ышандыра. Уға тоғро булып ҡалһаң, ул һиңә таяныс биреп торасаҡ. (Мәҙхиә 54:23 уҡы.) Ундай ғәжәп вәғәҙәләр Йәһүәгә һәм уның ғәҙел талаптарына иманыңды әллә нығытмаймы?
«ЕТЛЕККӘНЛЕККӘ ЫНТЫЛАЙЫҠ»
9, 10. а) Ни өсөн етлеккән булыу — мәсихсе өсөн иҫ киткес маҡсат? б) Нисек рухи ҡараш шатлыҡлы булырға ярҙам итә?
9 Һинең рухи төҙөлөшөңдөң башҡа бер яғы киләһе һүҙҙәрҙә асыҡлана: «Етлеккәнлеккә ынтылайыҡ» (Еврейҙарға 6:1). Етлеккән булыу — мәсихсе өсөн иҫ киткес маҡсат. Беҙ әлегә камил була алмаһаҡ та, етлеккән булыу көсөбөҙҙән килә. Өҫтәүенә, Йәһүәгә етлеккән мәсихсе булып хеҙмәт итеү күберәк шатлыҡ килтерә. Ни өсөн?
10 Етлеккән мәсихсе — рухи кеше. Ул бөтә нәмәгә Йәһүә ҡарашы менән ҡарай (Яхъя 4:23). Паул былай тип яҙған: «Гөнаһлы тән теләктәре буйынса йәшәүселәр шул теләктәр тураһында уйлап, ә рух буйынса йәшәүселәр Алла рухы хуплаған нәмәләр тураһында уйлап йәшәйҙәр» (Римлыларға 8:5). Гөнаһлы тән теләктәре буйынса йәшәүселәр әҙ шатлыҡ таба, сөнки улар үҙ-үҙҙәре тураһында ғына уйлап, иғтибарҙарын матди әйберҙәргә туплап йәшәйҙәр. Рух буйынса йәшәүселәр иһә шатлыҡлы, сөнки улар «бәхетле Алла» Йәһүә тураһында уйлап йәшәй (1 Тимутегә 1:11). Рухи кешеләр Йәһүәгә яраҡлы булырға теләй һәм хатта һынауҙар ваҡытында ла шатлыҡтарын юғалтмай. Ни өсөн? Сөнки һынауҙар беҙгә Шайтандың ялғансы булыуын иҫбат итергә һәм күктәге Атабыҙға шатлыҡ килтереп сафлығыбыҙҙы нығытырға мөмкинлек бирә (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11; Яҡуп 1:2, 3 уҡы).
11, 12. а) Паул «һиҙгерлек» тураһында нимә әйткән һәм «өйрәткәндәр» тип тәржемә ителгән һүҙ нимә аңлата? б) Тән етлеккән һәм тыңлаусан булһын өсөн, нимәгә өйрәнергә тейеш?
11 Рухи һәм етлеккән кеше булыр өсөн, образлы әйткәндә, күнегеүҙәр яһарға кәрәк. Бындай һүҙҙәргә иғтибар итәйек: «Ҡаты аҙыҡ етлеккәндәр өсөн; улар үҙ һиҙгерлектәрен, ҡулланыу аша, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға өйрәткәндәр» (Еврейҙарға 5:14). Паул, етлеккән мәсихселәрҙең һиҙгерлектәре, йәғни айыра белеү һәләттәре «өйрәтелгән», тип яҙғанда, күрәһең, ул ваҡытта Грецияла гимнастика менән шөғөлләнеүселәр араһында яҡшы билдәле булған грек һүҙен ҡулланған. Был һүҙҙе «гимнаст һымаҡ өйрәтелгән» тип тә тәржемә итеп була. Өйрәтелгән булыр өсөн, гимнаст нимә эшләй?
12 Мәҫәлән, бала тыуғанда, уның тәне бер нәмәгә лә өйрәтелмәгән. Ул ҡулдары һәм аяҡтары менән йүнләп идара итә алмай. Шуға күрә ул ҡулдарын болғағанда, хатта үҙ-үҙен аптыратып һәм ҡурҡытып, үҙенең битенә һуғып ебәрә ала. Әкренләп кенә, төрлө «күнегеүҙәр» яһап, ул тәнен үҙенә буйһондорорға өйрәнә. Ваҡыт уҙыу менән ул имгәкләй башлай, унан һуң йөрөргә өйрәнә һәм тиҙҙән инде йүгереп китә *. Ә гимнаст тураһында нимә әйтеп була? Ул һикереп, һауала бер нисә тапҡыр оҫта һәм матур итеп әйләнеп, кешеләрҙе һоҡландырғас, һин, һис шикһеҙ, ул тәнен шулай үҙенә буйһондорор өсөн, күп ваҡыт өйрәнгән, тип уйлап ҡуйырһың. Гимнастың оҫталығы үҙенән-үҙе тыумаған, ул бының өсөн күп сәғәттәр буйы төрлө күнегеүҙәр яһаған. Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, бындай физик күнегеүҙәрҙең «файҙаһы әҙ». Ә беҙҙең рухи һиҙгерлегебеҙҙе төрлө «күнегеүҙәр» яһап өйрәтеү күпкә мөһимерәк! (1 Тимутегә 4:8)
13. Беҙ һиҙгерлегебеҙҙе нисек өйрәтә алабыҙ?
13 Был китаптан беҙ һиҙгерлегебеҙҙе өйрәтергә ярҙам итәсәк күп материал ҡарап сыҡтыҡ, шуға күрә һин Йәһүәгә тоғро һәм рухи кеше булып ҡала алаһың. Көндәлек тормошоңа ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, доғалар ҡылып, Алла принциптарын һәм ҡанундарын ҡарап сыҡ. Һәр саҡ үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Изге Яҙмаларҙың ниндәй ҡанундары һәм принциптары был осраҡҡа ҡағыла? Мин уларҙы нисек ҡуллана алам? Ниндәй ҡарарым күктәге Атайыма шатлыҡ килтерәсәк?» (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6; Яҡуп 1:5 уҡы.) Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, был аҙымдарҙы яһаһаң, һин үҙ һиҙгерлегеңде артабан да өйрәтерһең. Ә был һиңә ысындан да рухи кеше булырға һәм шундай кеше булып ҡалырға ярҙам итәсәк.
14. Рухи яҡтан үҫер өсөн, нимәгә һыуһап торорға кәрәк, ләкин беҙ нимәне иҫтә тоторға тейеш?
14 Кеше бер ваҡыт етлеккән мәсихсе булып китер, әммә рухи яҡтан үҫеүҙең сиге юҡ. Бындай үҫеш ризыҡҡа бәйле. «Ҡаты аҙыҡ иһә етлеккәндәр өсөн», — тигән илсе Паул. Иманыңды нығытыр өсөн, ҡаты рухи аҙыҡ менән туҡланыу үтә мөһим. Белгәндәреңде дөрөҫ ҡуллана Ғибрәтле һүҙҙәр 4:5—7; 1 Петер 2:2). Әлбиттә, ундай белем һәм Алла биргән аҡыллылыҡ тәкәббер булып китер өсөн сәбәп түгел. Тәкәбберлек йәки башҡа төрлө кәмселектәр йөрәгебеҙҙә тамырланып үҫеп китмәһен өсөн, беҙгә үҙ-үҙебеҙҙе тикшереп торорға кәрәк. «Иман юлынан йөрөйөммө тип үҙ-үҙегеҙҙе тикшереп, ниндәй кеше икәнегеҙҙе белер өсөн үҙегеҙҙе һынап тороғоҙ», — тип яҙған Паул (2 Көринттәргә 13:5).
белеү — аҡыллылыҡ, ә Изге Яҙмаларҙа: «Иң мөһиме — аҡыллылыҡ», — тип әйтелә. Шуға күрә беҙ күктәге Атабыҙ биргән ҡәҙерле хәҡиҡәттәргә ысындан да һыуһап торорға тейеш (15. Ни өсөн рухи яҡтан үҫер өсөн мөхәббәт мөһим?
15 Йорт төҙөлөп бөтһә лә, уны тейешле хәлдә тотор өсөн ҡарап һәм йүнәтеп торорға кәрәк. Бәлки, ваҡыт уҙыу менән хатта өҫтәмә бүлмә лә төҙөргә тура килер. Етлеккән булыр өсөн һәм рухилығыбыҙҙы һаҡлар өсөн, беҙгә нимә кәрәк? Барыһынан да бигерәк мәхәббәт кәрәк. Йәһүәгә һәм имандаштарға ҡарата яратыуыбыҙ үҫкәндән-үҫә барһын. Мөхәббәтебеҙ булмаһа, барлыҡ белемебеҙ һәм эштәребеҙ буш ҡына, мәғәнәһеҙ буласаҡ (1 Көринттәргә 13:1—3). Мөхәббәт ярҙамында беҙ етлеккән мәсихсе булып китәбеҙ һәм рухи яҡтан үҫеүебеҙҙе дауам итә алабыҙ.
ЙӘҺҮӘ БИРГӘН ӨМӨТТӨ КҮҘ УҢЫНАН ЫСҠЫНДЫРМА
16. Шайтан ниндәй фекер йөрөтөү тыуҙырырға тырыша һәм Йәһүә беҙгә ниндәй яҡлау бирә?
16 Үҙебеҙҙе рухи яҡтан ҡорор өсөн, тағы бер яҡҡа иғтибар итергә кәрәк. Мәсихтең ысын шәкерте булыр өсөн, һиңә үҙ фекер йөрөтөүеңде һаҡларға кәрәк. Был донъяның идара итеүсеһе, Шайтан, кешеләр бар нәмәлә насарҙы ғына күрһен өсөн, бойоҡтороусы уйҙарға, шиктәргә һәм өмөтһөҙлөккә бирелһендәр өсөн, бөтә ҡоралдарын ҡуллана (Эфестарға 2:2). Ағас йорт өсөн сереү ҡурҡыныс булған кеүек, мәсихсе өсөн дә ундай уйҙар ҡурҡыныс. Бәхеткә ҡаршы, Йәһүә беҙҙе ундай уйҙарҙан яҡлай алған өмөт биргән.
17. Алла Һүҙендә өмөттөң мөһимлеге нисек күрһәтелә?
1 Тессалуникиҙарға 5:8). Изге Яҙмалар яҙылған осорҙа йәшәгән һуғышсы тимер башлығын кеймәһә, һуғышта иҫән ҡала алмаясағын белгән. Башлыҡты ғәҙәттә тимерҙән яһағандар, ә эсенә кейеҙ йә күн һалғандар. Шуға күрә башлыҡ кейгән кешенең башына һуҡһалар ҙа, был уға күп осраҡтарҙа әллә ни ҙур зыян килтермәгән. Тимер башлыҡ башты һаҡлаған кеүек, өмөт уйҙарыңды, фекер йөрөтөүеңде һаҡлай ала.
17 Изге Яҙмаларҙа Шайтан менән уның донъяһына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн кәрәкле рухи хәрби кейемдең төрлө өлөштәре килтерелә. Уның бер мөһим өлөшө — тимер башлыҡ, йәғни «ҡотолоуға өмөт» (18, 19. Өмөт тураһында әйткәндә, Ғайса беҙгә ниндәй үрнәк ҡалдырған, һәм беҙ уның үрнәгенә нисек эйәрә алабыҙ?
18 Ғайса өмөтөн онотмаған һәм был яҡтан беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә уға нимә кисерергә тура килгәнен иҫеңә төшөр. Бер яҡын дуҫы Ғайсаны аҡсаға һата, икенсеһе унан баш тарта, башҡалары уны ташлап ҡасып китә. Милләттәштәре иһә Ғайсаны кире ҡағып, Рим һалдаттарынан уны бағанаға ҡаҙаҡлап үлтереүен талап итә. Беҙгә, бәлки, ундай ауыр һынауҙар кисерергә тура килмәҫ тә. Ғайсаға нимә ярҙам иткән? Еврейҙарға 12:2-лә был һорауға яуап бар: «Ул үҙен киләсәктә көткән шатлыҡ хаҡына, хурлыҡҡа иғтибар итмәйенсә, яфаланыу бағанаһында үлем кисереп, Алла тәхетенең уң яғына ултырған». Ғайса «үҙен киләсәктә көткән шатлыҡ» тураһында бер ҡасан да онотмаған.
19 Уны ниндәй шатлыҡ көткән һуң? Ул барыһын кисереп сыҡһа, Йәһүәнең изге исемен изгеләндереүгә үҙ өлөшөн индерәсәген һәм Шайтандың ялғансы булыуын күрһәткән иң ҙур, бәхәсһеҙ дәлил килтерәсәген белгән. Был өмөт Ғайсаға бик ҙур шатлыҡ килтергән! Шулай уҡ ул шуны белгән: Йәһүә уны тоғролоғо өсөн мул итеп бүләкләйәсәк һәм тиҙҙән ул ҡабат Атаһы менән бергә буласаҡ. Иң ауыр ваҡыттарҙа ла Ғайса был шатлыҡлы өмөтөн күҙ уңынан ысҡындырмаған. Унан үрнәк алып йәшәйек. Беҙҙе лә алда шатлыҡ көтә. Йәһүә беҙгә үҙенең бөйөк исемен изгеләндереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә рөхсәт итеп ҙур хөрмәт күрһәткән. Беҙ Йәһүәне үҙ Аллаһы Тәғәләбеҙ итеп һайлап һәм һынауҙар менән вәсүәсәләргә ҡарамаҫтан Атабыҙҙың мөхәббәтендә ҡалып, Шайтандың ялғансы икәнлеген иҫбатлай алабыҙ.
20. Һиңә ыңғай фекер йөрөтөргә һәм өмөтөңдө юғалтмаҫҡа нимә ярҙам итәсәк?
20 Йәһүә үҙ тоғро хеҙмәтселәрен бүләкләргә бик ныҡ теләй (Ишағия 30:18; Малахий 3:10 уҡы). Ул уларҙың дөрөҫ күңел теләктәрен үтәүҙән шатлыҡ таба (Мәҙхиә 36:4). Бөтә иғтибарыңды өмөтөңә туплап йәшә. Шайтандың иҫке донъяһына хас тиҫкәре, боҙоҡ, аҙғын фекер йөрөтөүгә бирешмә. Әгәр был донъя рухының әкренләп уйҙарыңа һәм күңелеңә һеңгәнен һиҙһәң, Йәһүәгә «һәр ҡайһы аҡылдан өҫтөнөрәк тороусы Алла тыныслығын» һорап ялбарып доға ҡыл. Ул саҡта Алла биргән тыныслыҡ һинең йөрәгеңде һәм аҡылыңды һаҡлаясаҡ (Филиппийҙарға 4:6, 7).
21, 22. а) «Бихисап күп кеше» һанына ингән кешеләрҙең ниндәй ғәжәп өмөтө бар? б) Һин мәсихселәргә бирелгән өмөттөң ниндәй өлөшөнөң үтәлеүен көтәһең, һәм һин нимә эшләргә тәүәккәл?
21 Эйе, һинең шундай ғәжәп өмөтөң бар! Әгәр һин Асыш 7:9, 14). Шайтан менән уның ендәре юҡ ителгәс, һин күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ еңеллек һиҙәсәкһең. Әлегә бер кешенең дә Шайтандың боҙоҡ йоғонтоһонан азат булып йәшәгәне юҡ. Әммә ундай тәьҫир юҡ ителгәс, Ғайса Мәсих һәм уның 144 000 күктәге хакимдашы етәкселегендә ерҙе ожмахҡа әйләндереү эшендә ҡатнашыу беҙгә ҙур шатлыҡ килтерәсәк! Бөтә ауырыуҙар юҡ буласаҡ, ҡәберҙәрҙән яратҡан кешеләребеҙ сығасаҡ, һәм Алла ниәтләгән ысын тормош буласаҡ! Беҙҙе бындай киләсәк көткәнен белеүҙән күңелдәребеҙ күтәрелеп китә! Камиллыҡҡа яҡынлашҡан һайын беҙ тағы ла ҙурыраҡ бүләккә, Римлыларға 8:21-ҙә әйтелгән «Алла балаларының шөһрәтле азатлығына», яҡынлашасаҡбыҙ.
«бөйөк афәтте кисереп» сығасаҡ «бихисап күп кешенең» береһе икән, үҙеңде тиҙҙән көткән тормош тураһында уйлан (22 Йәһүә Алла һинең күпкә ҙурыраҡ, хатта күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ азатлыҡҡа эйә булыуыңды теләй. Тыңлаусан булып ҡалһаң ғына, һин ундай азатлыҡҡа ирешә алырһың. Эйе, һәр көн Йәһүәгә тыңлаусан булыр өсөн ҡуйған тырышлыҡтарың һис тә юҡҡа түгел! Шулай итеп, Йәһүә Алланың мөхәббәтендә мәңгегә ҡала алыр өсөн, иң изге иманың нигеҙендә үҙеңде нығытып тор!
^ 12 абз. Ғалимдар әйтеүенсә, беҙ үҫә барғанда, тәнебеҙҙең махсус бер тойғоһо ла үҫә бара. Был тойғо ярҙамында тәнебеҙ үҙ ағзаларының урынлашыуын һәм хәрәкәтен һиҙә. Мәҫәлән, уның ярҙамында, күҙҙәребеҙ йомоҡ булһа ла, беҙ ҡул саба алабыҙ. Бер оло йәштәге пациент был тойғоһон юғалтҡас, баҫып тора, йөрөй һәм хатта ултыра ла алмаған.