Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

8-СЕ ДӘРЕС

Ни өсөн беҙ йыйылыш осрашыуҙарыбыҙға бөхтә кейенәбеҙ?

Ни өсөн беҙ йыйылыш осрашыуҙарыбыҙға бөхтә кейенәбеҙ?

Исландия

Мексика

Гвинея-Бисау

Филиппин

Һеҙ, ошо брошюралағы фоторәсемдәргә ҡарап, Йәһүә шаһиттарының үҙ йыйылыш осрашыуҙарына бөхтә кейенеп килгәндәренә иғтибар иттегеҙме? Ни өсөн беҙ үҙ кейемебеҙгә һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙгә шундай ҙур әһәмиәт бирәбеҙ?

Беҙ Алланы хөрмәт иткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, Алла өсөн эске ҡиәфәтебеҙ тышҡы ҡиәфәтебеҙҙән мөһимерәк (1 Самуил 16:7). Шуға ҡарамаҫтан, Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн йыйылғанда, беҙ ысын күңелдән Аллаға һәм имандаштарыбыҙға хөрмәт күрһәтергә теләйбеҙ. Әгәр беҙгә президент янына барырға тура килһә, беҙ, уның юғары дәрәжәһенә хөрмәт күрһәтер өсөн, тейешенсә кейенеп барыр инек. Нәҡ шулай уҡ, беҙ осрашыуҙарыбыҙҙа тышҡы ҡиәфәтебеҙ менән «Мәңгелек Батша» Йәһүә Алланы һәм уға ғибәҙәт ҡылыу урынын хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ (1 Тимофейға 1:17).

Беҙ Алланың принциптары буйынса йәшәүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Изге Яҙма мәсихселәрҙе «тыйнаҡ» һәм «әҙәп... һаҡлап» кейенергә дәртләндерә (1 Тимофейға 2:9, 10). «Тыйнаҡ» кейенгән кеше үҙенә артыҡ иғтибар йәлеп итмәй һәм күҙгә бәрелеп торған, урынһыҙ дәрт уятырлыҡ йәки әҙәпһеҙ кейем кеймәй. Шулай уҡ «әҙәп һаҡла[у]» беҙгә шапшаҡ, үтә үҙенсәлекле итеп түгел, ә зауыҡ менән кейенергә ярҙам итә. Был принциптар үҙебеҙгә оҡшаған кейем һайлау өсөн күп мөмкинлектәр ҡалдыра. Зауыҡлы һәм матур итеп кейенеп, беҙ «Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып» торорбоҙ һәм Алланы данлай алырбыҙ (Титҡа 2:10; 1 Петр 2:12). Осрашыуҙарыбыҙға бөхтә кейенеп килеүебеҙ башҡаларҙың Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуға ҡарата ҡарашына тәьҫир итергә мөмкин.

Әгәр һеҙҙең тейешле кейемегеҙ булмаһа, ҡайғырмағыҙ. Беҙ һеҙҙе Батшалыҡ залында күреүебеҙгә гел шат буласаҡбыҙ. Кейемегеҙҙең ҡыйбатлы йәки сифатлы булыуы мөһим түгел, әммә ул бөхтә һәм таҙа булһа, яҡшы булыр.

  • Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда, ни өсөн бөхтә кейенеү мөһим?

  • Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт тураһында әйткәндә, беҙ ниндәй принциптар буйынса эш итәбеҙ?