Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ ДӘРЕС

Беҙҙең йыйылыштарға килеп, һеҙ ниндәй файҙа аласаҡһығыҙ?

Беҙҙең йыйылыштарға килеп, һеҙ ниндәй файҙа аласаҡһығыҙ?

Аргентина

Сьерра-Леоне

Бельгия

Малайзия

Күп кешеләр дини йорттарға йөрөүҙән туҡтаған, сөнки улар унда рухи етәкселек һәм йыуаныс тапмай. Ә Йәһүә шаһиттары ойошторған осрашыуҙар тураһында нимә әйтеп була? Унда йөрөү һеҙгә ниндәй файҙа килтерәсәк?

Изгелекле һәм ҡайғыртыусан кешеләр араһында булыу шатлыҡ килтерә. Беренсе быуатта мәсихселәр йыйылыштарға ойошторолған булған. Улар осрашыуҙарҙы Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, Изге Яҙманы өйрәнеү һәм бер-береһен дәртләндереү өсөн үткәргән (Еврейҙарға 10:24, 25). Яратыу хөкөм һөргән осрашыуҙарға килеп, улар ысын дуҫтары, рухи ҡәрҙәштәре, араһында булыуын тойған (2 Фессалоникаларға 1:3; 3 Яхъя 14). Беҙ уларҙың үрнәге буйынса эш итәбеҙ һәм шундай уҡ шатлыҡ кисерәбеҙ.

Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланырға өйрәнәбеҙ. Изге Яҙма яҙылған осорҙа Алла халҡы бергә йыйылған кеүек, бөгөн дә ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар бергә йыйыла. Алла Һүҙен яҡшы белгән ир-аттар беҙгә Изге Яҙмалағы принциптарҙы көндәлек тормошобоҙҙа нисек ҡулланырға икәнен аңларға ярҙам итә (Ҡанун 31:12; Ниҡәми 8:8). Бөтәһе лә, осрашыуҙарҙа үткәрелгән фекер алышыуҙа ҡатнашып һәм йырҙар йырлап, мәсихсе өмөттәре тураһында иғлан итә ала (Еврейҙарға 10:23, ЯДТ).

Аллаға иманыбыҙ нығына. Илсе Павел йыйылыштарҙың береһенә: «Һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә» (Римдарға 1:11, 12). Осрашыуҙарҙа имандаштарыбыҙ менән даими рәүештә аралашыу беҙҙең иманыбыҙҙы нығындырыр һәм Алла юлында ҡалырға тәүәккәллек өҫтәр.

Беҙ һеҙҙе йыйылышыбыҙҙың киләһе осрашыуына килеп, барыһын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә саҡырабыҙ. Һеҙҙе йылы итеп ҡаршы аласаҡтар. Инеү ирекле, аҡса йыйымдары үткәрелмәй.

  • Беҙҙең йыйылыш осрашыуҙарыбыҙ ниндәй үрнәк буйынса үткәрелә?

  • Мәсихсе осрашыуҙарға йөрөү беҙгә ниндәй файҙа килтерә?