6-СЫ ДӘРЕС
Имандаштар менән аралашыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә?
Ниндәй генә ауыр юл үтергә тура килмәһен йәки һауа торошо ниндәй генә насар булмаһын, беҙ һәр ваҡыт йыйылыш осрашыуҙарыбыҙға барабыҙ. Тормош ауырлыҡтарына һәм эштән һуң арып ҡайтыуҙарына ҡарамаҫтан, Йәһүә шаһиттары үҙҙәренең ҡәрҙәштәре менән аралашыр өсөн күп көс һала. Ни өсөн?
Был беҙгә тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итә. Илсе Павел: «Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ», — тип яҙғанда, йыйылышҡа йөрөгән кешеләр тураһында әйткән (Еврейҙарға 10:24). Был һүҙҙәр беҙгә бер-беребеҙ менән яҡыныраҡ танышырға кәрәк тигәнде аңлата. Шулай итеп, был беҙҙе имандаштарыбыҙ тураһында ҡайғыртырға дәртләндерә. Йыйылышыбыҙҙың башҡа ағзалары менән яҡыныраҡ танышһаҡ, беҙ уларҙың үҙебеҙҙекенә оҡшаш ауырлыҡтарҙы уңышлы еңеп сыҡҡанын күрербеҙ. Уларҙың кәңәштәре беҙгә үҙебеҙҙең проблемабыҙға төшөнөргә ярҙам итәсәк.
Был беҙгә ысын дуҫтар табырға ярҙам итә. Йыйылыш осрашыуҙарына килгән кешеләр беҙҙең өсөн таныштар ғына түгел, улар — беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ. Шулай уҡ беҙ, файҙалы ял ойоштороп, бергә ваҡыт үткәрәбеҙ. Ундай аралашыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә? Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәнәбеҙ, ә был арабыҙҙа булған яратыуҙы көсәйтә. Шулай уҡ, имандаштарыбыҙ проблемалар менән осрашҡанда, беҙ уларға ярҙам итергә әҙер, сөнки беҙҙе көслө дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре берләштерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Йыйылышыбыҙҙың бөтә ағзалары менән аралашып, беҙ бер-беребеҙ хаҡында ҡайғыртыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ (1 Коринфтарға 12:25, 26).
Беҙ һеҙҙе Алланың ихтыярын үтәгән кешеләр араһынан дуҫтар эҙләргә саҡырабыҙ. Һеҙ шундай дуҫтарҙы Йәһүә шаһиттары араһында таба алаһығыҙ. Беҙҙең менән аралашырға һеҙгә бер нәмә лә ҡамасауламаһын!
-
Йыйылыш осрашыуҙарында аралашыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә?
-
Ҡасан һеҙ беҙҙең йыйылышыбыҙ менән танышырға планлаштыраһығыҙ?