13-СӨ ДӘРЕС
Магия һәм сихырсылыҡ — ул яуызлыҡ
Иблис һинең магия менән шөғөлләнеүеңде теләй. Күп кешеләр үҙҙәрен зыяндан һаҡлау өсөн ата-бабаларына йә рухтарға ҡорбан килтерә. Улар быны рухи донъя көстәренән ҡурҡҡан өсөн эшләй. Улар магик йөҙөк йә беләҙектәр тағып йөрөй. Улар сихырлы «дарыу» эсә йә уны үҙ тәненә һөртә, сөнки, уларҙың фекеренсә, «дарыу»ҙа ниндәйҙер көс бар. Ҡайһы бер кешеләр үҙ өйҙәренә йә участкаһына билдәле предметтар йәшерә, ни өсөн тигәндә улар, был предметтар уларҙы һаҡлау көсөнә эйә, тип ышана. Башҡалар сихырлы «дарыу» ярҙамына мөрәжәғәт итә, сөнки ул эшендә, мәктәп экзамендарында йә осрашыуҙарҙа уңыш килтерә, тип ышана.
Шайтанға ҡаршы иң яҡшы һаҡ — Йәһүәнең дуҫы булыу. Йәһүә Алла һәм уның фәрештәләре Шайтан һәм уның ендәренә ҡарағанда күпкә көслөрәк (Яҡуп 2:19; Асыш 12:9). Йәһүә үҙенең дуҫтарына — кем уға тулыһынса тоғро — шуларға ярҙам итер өсөн көс ҡулланырға әҙер (2 Паралипоменон 16:9).
Алла Һүҙендә: «Сихыр һәм бағым менән шөғөлләнмәгеҙ», тип әйтелә. Йәһүә магия һәм сихырсылыҡты хөкөм итә, сөнки, кем бының менән шөғөлләнә, шул Шайтан Иблистең туранан-тура йоғонтоһона бирелеүе мөмкин (Левит 19:26).