Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-СЕ БҮЛЕК

Ишмуил дөрөҫ булғанды эшләп торған

Ишмуил дөрөҫ булғанды эшләп торған

Бала саҡтан уҡ Ишмуил Алла сатырында хеҙмәт иткән һәм уның янында йәшәгән. Был урынға кешеләр Йәһүәгә табыныр өсөн килгәндәр. Ишмуил нисек сатыр янында йәшәй башлағанын беләһеңме? Әйҙә, башта Ишмуилдың әсәһе, Һанна, тураһында беләйек.

Оҙаҡ ваҡыт дауамында Һанна бала таба алмаған, әммә ул быны бик теләгән. Шуға күрә ул Йәһүәгә доға ҡылып, ялбарып ярҙам һораған. Һанна бындай вәғәҙә биргән: әгәр Йәһүә уға ир бала бирһә, ул уны сатыр янында йәшәргә һәм унда хеҙмәт итергә ебәрәсәк. Йәһүә уның доғаһына яуап биргән, һәм Һаннаның балаһы тыуған. Ул уға Ишмуил тип исем ҡушҡан. Вәғәҙә иткәнсә, Ишмуилға өс йә дүрт йәш тулғас, Һанна уны Аллаға хеҙмәт итер өсөн сатырға алып килгән.

Или Алла сатырында баш рухани булып хеҙмәт иткән. Уның ике улы ла руханиҙар булып хеҙмәт иткән. Иҫләйһеңдер, сатыр — Аллаға табына торған урын, һәм кешеләр унда яҡшы эштәр ҡылырға тейеш. Әммә Илиҙың улдары бик насар эштәр ҡылғандар. Ишмуил уларҙың эштәрен күреп торған. Ишмуил Илиҙың улдары кеүек насар эштәр ҡылғанмы?— Юҡ, ул, ата-әсәһе өйрәткәнсә, үҙен дөрөҫ тотҡан.

Һинеңсә, Или үҙенең ике улы менән нимә эшләргә тейеш булған?— Ул уларға яза бирергә тейеш булған. Улдарына Алла йортонда башҡа хеҙмәт итергә ярамаған, ә Или уларға рөхсәт иткән. Шуға күрә Йәһүә уға һәм уның улдарына асыуланған. Йәһүә уларға яза бирергә ҡарар иткән.

Ишмуил Илиға Йәһүәнең хәбәрен еткерә

Бер саҡ төндә, Ишмуил йоҡлап ятҡанда, кемдер уны: «Ишмуил!» — тип саҡырғанын ишетә. Ул Илиға йүгереп бара, ләкин Или: «Мин һине саҡырманым»,— тип әйтә. Был тауыш ике тапҡыр ҡабатлана. Өсөнсө тапҡырҙан һуң Или Ишмуилға: «Әгәр был тауышты тағы ишетһәң: “Зинһар, Йәһүә, һөйлә, мин тыңлайым”»,— тип яуап бирергә ҡуша. Һәм Ишмуил шулай эшләй ҙә. Шунан һуң Йәһүә Илиға Ишмуил аша шундай хәбәр еткерә: «Мин һинең ғаиләңә яуыз эштәр ҡылғанығыҙ өсөн яза бирәсәкмен». Нисек уйлайһың, Ишмуилға был хәбәрҙе Илиға еткерергә еңел булғанмы?— Юҡ. Әммә ул, ҡурҡыуына ҡарамаҫтан, Йәһүә ҡушҡанса эшләгән. Йәһүәнең һүҙҙәре тормошҡа ашҡан. Илиҙың ике улы үлтерелгән булған, һәм ул үҙе лә үлгән.

Ишмуил беҙҙең өсөн яҡшы үрнәк булып тора. Башҡаларҙың яуызлыҡ ҡылғандарын күрһә лә, ул дөрөҫ булғанды эшләгән. Ә һинең турала нимә әйтеп була? Һин, Ишмуил кеүек, дөрөҫ булғанды эшләрһеңме? Әгәр эшләһәң, Йәһүәне лә, ата-әсәйеңде лә һөйөндөрөрһөң.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • 1 Ишмуил 2:22—26; 3:1—21